Әхмәр (Баймаҡ районы)
Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 616 кеше[1]. Почта индексы — 453647, ОКАТО коды — 80206834003.
Ауыл | |
Әхмәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергә1795 йылда документтарҙа теркәлгән. Ауылға Бәхтегәрәй (Әпек) ауылынан төйәкләнгән нигеҙ һалыусылар Әхмәр һәм Биктаһир исемдәрен йөрөтә. Халыҡ араһында Әпек, Ялан Әпеге тип йөрөткәндәр. XVIII быуаттың аҙағында ауыл бик ҙур була. 320 кеше йәшәй, әммә 40 йылдан халыҡ һаны кәмей, ә 25 йылдан ҡабаттан 100 кешегә (5-се ревизия мәғлүмәттәре буйынса) арта. Әхмәрҙең улдары Әбделхалиҡ, Рафиҡ һәм Ибраһим ошонда уҡ йәшәгән. 1816 йылда Бәхтегәрәй (Әпек) ауылынан 27 ғаилә күсеп килә, улар араһында 52-йәшлек Иманғол Әпеков (уның улдары — Яхъя, Мәсәх, Әлмөхәмәт, Усман, Усмандың улы — Мөхәмәтрахим). 1920 йылда Әхмәр ауылы Әпек тип теркәлгән[2].
1812 йылғы Ватан һуғышында Йәрмөхәмәт Ишемғолов, Әбделхалиҡ Әхмәров, Сәлих Ғабдүсев 15-се башҡорт полкы составында ҡатнашҡаны билдәле.
1957 йылдан алып — «Сибай» совхозының Ирәндек бүлексәһе, 1965 йылдан — «Ирәндек» совхозы, 1996 йылдан «Ирәндек» КПП-һы составында була[3].
5-се ревизияла ауыл Биктаһир тип теркәлгән, Әхмәр йәйә эсендә күрһәтелгән[2].
Төп шөғөлдәре — малсылыҡ. Йәйҙәрен йәйләүҙә үткәргәндәр. 60 йортта 318 кеше йәшәгән, уларҙың 344 йылҡы малы, 175 һыйыры, 30 һарыҡы, 55 кәзәһе булған. 1842 йылда барыһы 156 бот ярауай иген сәскәндәр[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 543 | 277 | 266 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәТөйәләҫ йылғаһы буйында урынлашҡан[3].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 66 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (1-се Төрөкмән): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 25 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Байрамғолов Фирғәт Миҙхәт улы (9 май 1960 йыл) — ғалим-анестезиолог-реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Баталов М. Г. — ҡурайсы.
- Маннапов С. Х. — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Кәримов, Х. Ғ. — Сибай ҡала финанс бүлеге мөдире[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Ахмерово (Биктагирово, Апиково)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.