Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы
Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы (8 август 1952 йыл) — ғалим-селекционер, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2006).
Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 август 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Бурлы ауылы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | селекционер |
Эш урыны | Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәМәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы 1952 йылдың 8 августында БАССР-ҙың Ғафури районы Бурлы ауылында тыуған, урындағы урта мәҡтәптән һуң 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1972—1976 йылдарҙа Әбйәлил районының Байым урта мәктәбендә эшләй.
1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында (БНИИСХ) эшләй. 1999 йылда өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 2012 йылдан лаборатирия мөдире вазифаларын башҡара.
2006 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[1]. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандың Урал алды далаларында минераль ашламалар тәьҫирендә ҡарабойҙай һәм тары культураларын формалаштырыуға арналған.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге ярма культуралары селекцияһына арналған. Мәғәфүрова тарафынан ҡарабойҙайҙың Агидель, Башкирская красностебельная, Илишевская, Инзерская, Светлана, Уфимская сорттары сығарыла, Башҡортостанда ярма культураларын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр яһала.
Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәМәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.