Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы

Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы (8 август 1946 йыл) — сценограф, рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2013) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).

Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы
Тыуған:

8 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

театр-декорация сәнғәте

Уҡыған урыны:

Суриков исемендәге Мәскәү художество институты

Наградалары:

I дәрәжә «Сәнғәткә хеҙмәт» ордены , «Ватан мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн» алтын миҙалы.

Биографияһы үҙгәртергә

Рифхәт Мөхәмәт улы Арыҫланов[1] Өфө ҡалаһында 1947 йылда тыуған. Атаһы, Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләгән. Әсәһе, Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлилулла ҡыҙы, 19401970 йылдарҙа опера йырсыһы[2].

Рифхәт профессиональ академик белемде Суриков исемендәге Мәскәү академия художество институтында (профессор, академик М. М. Курилко һәм профессор М. Н. Пожарская класы) 1978 йылда ала. Н. Н. Золотарев етәкселегендә Дәүләт академия Ҙур театрында стажировка үткән.

1968 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.

Арыҫланов Р. М. — Башҡортостандың әйҙәүсе рәссамдарының береһе. Уның хеҙмәттәре[3]М. Нестеров исемендәге Башҡорт сәнғәт музейында, А. А. Бахрушин исемендәге музейҙа, в М. Глинка исемендәге музейҙа, СССР, Рәсәй күргәҙмәләре дирекцияларында, АҠШ, Канад, Испания, Германия музейҙарында һәм сит ил шәхси коллекцияларында һаҡлана.

Рәссам ижади эшмәкәрлеген педагогик хеҙмәт менән бергә алып бара, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, ВЭГУ Академияһы кафедраһы мөдире (Өфө ҡалаһы). 1978 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының рәсем сәнғәте кафедраһында эшләй.

Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы ағзаһы.

Уҡыусылары үҙгәртергә

Халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты — Байрамғолов В.; Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы премияһы лауреаты — Хисмәтуллина А. Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр дипломанты, Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы, Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының рәссам-ҡуйыусыһы — Арыҫланова Д.; Иванов Е. — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре; Ғәбиҙуллина Н. — Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы, баш рәссам, Өфөнөң Милли йәштәр театры рәссам-ҡуйыусыһы; Ғизәтуллин Э. — Дәүләт академия Ҙур театр сәхнәһен биҙәүсе (Мәскәү); Ғиляжева Ю. — Өфөнөң Милли йәштәр театры рәссамы; Шәихрисламова Д. — Башкиностудия рәссамы; Юлаева А. — Бөгөлмә ҡалаһының Драматик театры рәссамы; Мухаметшин С. — Башҡорт телевидениеһы рәссамы.

Ижады үҙгәртергә

«Фра-Дьяволо» (Д. Обер) «Фауст» (Ш. Гуно), «Максимка» (Б. Терентьев), «Евгений Онегин» һәм «Пиковая дама» (П. Чайковский), «Салауат Юлаев» һәм «Аҡмулла» (З. Исмәғилов), «Нәркәс» (Х. Әхмәтов), «Дон Паскуале» (Г. Доницетти), «Дауыл» (Р. Муртазин) операларын; «Бременские музыканты» (Г. Гладков), «Биндюжник и король» (А. Журбин) мюзиклдарын; «Маугли» (М. Әхмәтов), «Ҡурай тураһында легенда» (Р. Хәсәнов), «Орфей» (Е. Фомина), «Сестра Керри» (Р. Паулс), «Тиль Уленшпигель» (Р. Штраус), «Мең дә бер кисә» (Ф. Әмиров), «Ҡара йөҙҙәр» (Х. Заимов, А. Чугаев), «Пахита» (Л. Минкус), «Вальпургиева ночь» (Ш. Гуно) балеттарын; «Пьяный Силен» (О. Нуссио), «Наваждение» (М. Равел), «Па-де-катр» (Ц. Пуни) хореографик миниатюраларын биҙәй. Башҡортостан, Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе драма театры сәхнәләрендә йөҙҙән артыҡ спектаклдәр ҡуя.

Арыҫлановтың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә һуңғы эштәренең береһе — «Ҡаһым-түрә» спектакле (2002), «Сильва» (2005), «Аҡмулла» (2006), «Золотой цыплёнок» (2008), «Вальпургиева ночь» (2010).

Күргәҙмәләре үҙгәртергә

  • Республика күргәҙмәләре, ӨФө, 1970, 1974, 1976, 1977.
  • В. И. Лениндың 100-йыллыҡ юбилейына арналған 3 зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү 1971.
  • «Театр һәм кино рәссамдары» күргәҙмәһе, Ленинград, 1974.
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәһе, Өфө, 1974.
  • «Совет Рәсәйе» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1975.
  • «Хеҙмәткә дан» күргәҙмәһе, Мәскәү. 1976.
  • Бөтә Рәсәй йәштәр күргәҙмәһе, Мәскәү, 1976.
  • Бөтә Союз йәштәр күргәҙмәһе, Мәскәү, 1976.
  • Бөтә Рәсәй «Октябргә 60 йыл» күргәҙмәһе, Мәскәү 1977.
  • Германия, Польша, Финляндия, Югославия халыҡ-ара күргәҙмәләр ҡатнашсыһы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999)
  • «Ватан мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн» алтын миҙалы (2011)
  • I дәрәжә «Сәнғәткә хеҙмәт» ордены (2011)
  • Рәсәй Федерацияһының рәссамдар союзы Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһы Алтын миҙалы (2011)
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡ рәссамы (2013)
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2018).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. Советская энциклопедия, Москва, 1970.
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. Советская энциклопедия, Москва, 1970.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 10. Башкирское книжное изд., Уфа, 1970. Альбом "Центральный музей им. А. А. Бахрушина. Изд. «Изобразительное искусство», Москва, 1971.
  • «50 лет советского искусства. Художники театра.» Изд. «Советский художник»,
  • Москва, 1969.
  • Альбом «Урал социалистический». Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, 1975.
  • Журнал «Советская музыка», 1964, № 3. Н. Шумская: Страшщы живой летописи.
  • Журнал «Искусство», 1961, № 1. Художники о себе.
  • Журнал «Художник», 1959, № 6. М. Арсланов: Путь в жизни.
  • Журнал «Художник», 1971, № 10. М. Арсланов: Слово о выставке.
  • Журнал «Художник», 1973, № 7. Г. Пикунова: 40 лет на сцене.
  • «Ағиҙел» журналы, Г. Пикунова: Мөхәмәт Арыҫланов.
  • «Әҙәби Башҡортостан» журналы, 1960, Р. Хәйруллина, Мөхәмәт Арыҫланов.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә