Шаһиәхмәтова Светлана Георгиевна

композитор, педагог

Шаһиәхмәтова Светлана Георгиевна (рус. Шагиахметова Светлана Георгиевна; 8 август 1939 йыл) — композитор, педагог, 1967—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзының яуаплы секретары. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1964) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977). Башҡортостандың беренсе ҡатын-ҡыҙ композиторы.

Шаһиәхмәтова Светлана Георгиевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 август 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор, педагог
Эш урыны Өфө сәнғәт училищеһы
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Ҡазан дәүләт консерваторияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Светлана Георгиевна Шаһиәхмәтова 1939 йылдың 8 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе бала саҡтан уға музыкаға, әҙәбиәткә, театрға һөйөү тәрбиәләй. 1954 йылда урта мәктәпте тамамлағас, ул Өфө музыка училищеһына (хәҙер — Өфө сәнғәт училищеһы) хор дирижёры бүлегендә Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы Н. А. Болотов класына уҡырға инә, уҡыған ваҡытта уҡ инструменталь миниатюралар һәм йырҙар ижад итә.[1]

1958 йылда училищены тамамлап, педагогтары Николай Инякин һәм Людмила Атанова кәңәше буйынса Ҡазан музыка училищеһының теория-композитор бүлегенә уҡырға инә һәм 1959 йылда уны экстерн менән тамамлай. Шул уҡ йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһының теория-композитор факультетына уҡырға инә, унда күренекле композиторҙар һәм педагог—профессорҙар Альберт Леман, Нажип Йыһанов, Генрих Литинскийҙа шөғөлләнә. Уҡыу йылдарында фортепиано триоһы, кларнет һәм фортепиано өсөн соната, фортепиано өсөн сонатина, фортепиано өсөн вариация, йырҙар, хор һәм оркестр әҫәрҙәре яҙа.[1]

1964 йылда Ҡазан консерваторияһын тамамлап Өфөгә ҡайта. Өфө сәнғәт училищеһында музыка теорияһы уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда Дмитрий Шостакович тәҡдиме менән СССР Композиторҙар союзына ағза итеп ҡабул ителә.[2]

Композиторҙың ижади ҡыҙыҡһыныуҙары башлыса ике йүнәлештә туплана: вокаль-инструменталь һәм хор музыкаһы. Композиция формалары төрлө: миниатюралар, сюиталар, сонаталар, вариациялар, вокаль-инструменталь циклдар, симфоник оркестр һәм ҡыллы музыка ҡоралдары, хор, солистар, ансамблдәр оркестры өсөн тәғәйенләнгән йырҙар һәм пьесалар. Башҡорт музыкаль фольклоры менән даими ҡыҙыҡһына. Был уның ҙур симфоник оркестр өсөн 1964 йылда яҙылған «Башҡорт сюитаһы» тигән диссертацияһында, төрлө составтағы башҡарыу­сылар өсөн башҡорт халыҡ көйҙәренең эшкәртмәләрендә, оркестр, камера‑инструменталь һәм вокаль‑хор әҫәрҙәрендә сағыла. Уның «Бейеш», «Ильяс», «Карауанһарай» башҡорт халыҡ мелодияларының оркестрлы аранжировкалары ҙур популярлыҡ яулай.[3] Һуңыраҡ бай фольклор материалдары — «Прелюдия», «Халыҡ йыры», «Башҡорт бейеүе», «Көй», «Бәләкәй егет» мотивтары буйынса бер нисә үҙенсәлекле композиция ижад итә.

Шулай уҡ ижадында балалар музыкаһы төп урын биләй. Башҡорт фольклоры мотивтары буйынса 20 балалар пьесаһы яҙа. Ҡыллы квартет өсөн «Балалар сюитаһы»на (1972), симфоник оркестр өсөн «Дүрт төрлө кәйеф» (2006) һәм фпейта өсөн «Интервалдар» (1977) пьесалар циклына, хор өсөн «Шаян йырҙар» ( 1986) циклына, балалар өсөн ансамблдәр һәм йырҙарына музыка теленең сағыу образлылығы һәм үҙенсәлеге, йөкмәткенең күп мәғәнәлелеге һәм тәрәнлеге хас. Пьесалары музыка мәктәптәре репертуарына ингән.[2]

Музыка училищелары өсөн башҡорт музыкаһы тарихы буйынса тәүге уҡыу программаһы авторы (1968).

Видеояҙма

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео Композитор Светлана Шаһиәхмәтованың юбилейына арналған концерт

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә