Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы
Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы (8 август 1936 йыл — 26 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
Фәрит Бикбулатов | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы |
Тыуған | |
Тыуған урыны | |
Үлгән | |
Үлгән урыны |
Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
диктор, йырсы |
Хеҙмәттәшлек |
Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы |
Наградалар | |
Биографияһы
үҙгәртергәФәрит Хәйбулла улы Бикбулатов 1936 йылдың 8 авгусында [Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районыны) Мәҡсүт ауылында тыуған.
Атаһы Хәйбулла Бикбулатов Ленинградта уҡып ҡайтып, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында судья булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.
Өлкән ағаһы Шәһит тә (1925—2001) ла һуғышта ҡатнаша. Артабан фән юлынан китә, иҡтисад фәндәре докторы (1991), профессор.
Фәрит Бикбулатов Юлдыбай ауылында ете класты тамамлағандан һуң, район комсомол комитеты юлламаһы менән киномеханик булып эшләй.
Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһының 1-се һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала профсоюздар ойошмаһы хорында йырлай.
Училищены тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү заводында үҙаллы хеҙмәтен башлай. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң хор һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Агитбригада составында концертарҙа ҡатнаша. Завод коллективы Бикбулатовҡа Өфө сәнғәт училищеһына инергә тәҡдим итә.
Өфө сәнғәт училищеһында Аэлита Хайрулла ҡыҙы Чемборисова класында уҡый. Уҡып йөрөгән йылдарында уҡ төрлө конкурстарҙа сығыш яһай башлай. 1967 йылда Польша Халыҡ Республикаһында үткән Хеҙмәт резервтары фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә. Профессиональ белем биреү коллективтары араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Башҡортостан фольклор әҫәрҙәре сығышы менән бик ҙур уңыш ҡаҙана. Йәш йырсы Фәрит Бикбулатов тураһында күп сит ил гәзиттәре яҙып сығалар. 1968 йылда уҡ, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Башҡортостан" ижад клубына эшкә саҡырыла.
1969 йылда сәнғәт уҡыу йортоноң вокал бүлеген уңышлы тамамлап, 21 йыл буйына Фәрит Хәйбулла улы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй: башта диктор, артабан мөхәррир, йыр бүлеге өлкән мөхәррире була. 1989—98 йылдарҙа «Башҡортостан» ижад клубында директор һәм солист вазифаһын башҡара. Үҙен юғары квалификациялы журналист, оҫта йырсы, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы итеп таныта. Төрлө конкурстар ойоштороусы һәм ҡуйыусы булараҡ киң танылыу яулай. «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе.
1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
Һуңғы йылдарҙа БСТ телеканалында «Тыуған моңдар» тапшырыуын алып бара.
Фәрит Бикбулатов 2016 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә вафат булды[1][2].
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәрит Бикбулатов эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы булып танылды. Милли сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Фәрит Бикбулатов башҡарған бик күп йырҙар «Аҡҡош куле», «Уҙып барған ғүмер», «Гармунлы йәшлек» һәм башҡалар халыҡ яратып йырлаған йырҙарға әйләнеп китте. Роза Сәхәүетдинова, Зәбих Мамалимовтың, Сара Садиҡованың лирик йырҙарын тәүгеләрҙән булып башҡарыусы.
Репертуарында бик күп башҡорт халыҡ йырҙары: «Зөлхизә», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал», «Шәүрә», « Шафиҡ» Һәм башҡалар. Йырсы йомшаҡ тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә. Уға күңелгә үтеп инерлек башҡарыу оҫталығы хас.
Мәскәүҙә, Бүрәт, Татарстан, Яҡут (Саха) Республикаһында, Германияла үткән Әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәрендә ҡатнаша. СССР һәм Рәсәй буйынса гастролдәрҙә була.
Мауығыуҙары
үҙгәртергә- Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы акварель техникаһында яҙылған 300-ҙән ашыу һынлы сәнғәт эше авторы. Уларҙың төп темаһы — Башҡортостан тәбиғәте.
- Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (2002, 2010).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2005)[3]
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978)
Хәтер
үҙгәртергә- 2021 йылдың июнендә Түңгәүер ырыуы йыйыны барышында Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортта уның иҫтәлеген мемориаль таҡтаташ асылды[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Уфе ушел из жизни популярный певец Фарит Бикбулатов — видео. , 2016, 26 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2016)
- ↑ Причины смерти Фарита Бикбулатова. Tizer42.ru - Ежедневный журнал о звездах. Официальный сайт 2019 йыл 3 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2019)
- ↑ Официальный сайт Совета городского округа город Уфа республики Башкортостан — Список Почётных граждан Уфы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2016)
- ↑ Түңгәүер ырыуы йыйынында Фәрит Бикбулатовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 21 июнь 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2021)
- Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы. Башҡорт музыкаһы сайты(недоступная ссылка)
- Фәниә Нәҙерғолова. Һандуғаслы блиндаж. 22.04.2015 2016 йыл 11 декабрь архивланған.
- Фәрит Рәмов. Атаһы ла, улы ла Кремль һарайында булды. «Йәшлек» гәзите, 12.04.2011
- Күңеле лә, үҙе лә, йырҙары ла матур ине. «Йәшлек» гәзите, 12 ғинуар 2017 йыл (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2021)