Бәхтиев Индус Мәғәфүр улы

зоотехник

Бәхтиев Индус Мәғәфүр улы (8 август 1937 йыл) — зоотехник. 1974—2002 йылдарҙа Краснокама районы «1 Май» колхозы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1987) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986), райондың почётлы гражданы (2005).

Бәхтиев Индус Мәғәфүр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Яңы Аҡтанышбаш, Шушнур ауыл советы, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө зоотехник, секретарь партии, рәйес
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Индус Мәғәфүр улы Бәхтиев 1937 йылдың 8 авгусында Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында тыуған. Атаһы Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында хеҙмәт итә, 1943 йылдың көҙөндә Ворошиловград[1] өлкәһен фашистарҙан азат итеү өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә һәләк була. Урта белем алғас, өс йыл ауыл мәктәбендә лаборант вазифаһын башҡара. 1958 йылда хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университетына зоотехник һөнәре буйынса уҡырға инә. 1963 йылда, институтты уңыш­лы тамамлағас, колхозда зоотехник булып эш башлай. 1964 йылда баш зоотехник итеп тәғә­йен­ләнә. 1972 йылда район хакими­әтенең ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, 1973 йылда «1 Май» колхозына партком секретары итеп һайлана, 1974—2002 йылдарҙа шул колхоздың рәйесе булып эшләй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993);
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1987);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1997);
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986);
  • Краснокама районының почётлы гражданы (2005).

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны Флүзә Йыһанур ҡыҙы Бәхтиева менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә