Герасимов Иван Александрович (хәрби етәксе)

Герасимов Иван Александрович (8 август 1921 йыл, Пестровка ауылы (хәҙер Стәрлетамаҡ районы Оло Аксаков ауылы) , Башҡорт АССР-ы — 4 июнь 2008 йыл, Киев) — совет хәрби етәксеһе, армия генералы (1976), КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1986—1991).

Герасимов Иван Александрович (хәрби етәксе)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 август 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы
Вафат булған көнө 4 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2] (86 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Сығышы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы
Һөнәр төрө сәйәсмән, Ликвидаторы последствий аварии на Чернобыльской АЭС
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d], Украина халыҡ депутаты[d][3], Украина халыҡ депутаты[d][4] һәм Украина халыҡ депутаты[d][5]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал армии[d] һәм генерал армии[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, Совет-япон һуғышы[d] һәм Ввод войск в Чехословакию (1968)[d]
Ғәскәр төрө Совет Армияһы һәм мотострелковые войска[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты, Верховная рада Украины 6 созыва[d], Верховная рада Украины 5 созыва[d] һәм Верховная рада Украины 4 созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Октябрь Революцияһы ордены Ленин ордены "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Японияны еңгән өсөн» миҙалы медаль «За укрепление боевого содружества» «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы орден «Золотая Звезда» Почётный знак отличия Президента Украины орден Богдана Хмельницкого III степени орден Богдана Хмельницкого II степени орден Богдана Хмельницкого I степени Герой Украины орден Богдана Хмельницкого юбилейная медаль «60 лет освобождения Украины от фашистских захватчиков» медаль «Защитнику Отчизны» именное огнестрельное оружие В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «В память 1500-летия Киева» медаль «За безупречную службу» I степени орден Возрождения Польши

Украина сәйәси эшмәкәре, Украинаның халыҡ депутаты (Украина коммунистар партияһынан), Украинаның ветерандар хәрәкәте етәксеһе (Украина ветерандар советы ойошмаһы етәксеһе, 1991 йылдан). Украина Геройы (1999).

  • Ульяновск бронетанк училищеһы (19381940);
  • Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәрҙең хәрби академияһы (19501955);
  • СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһы (19641966).

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә
  • 19401945 йыл — Одесса хәрби округында взвод командиры, Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарының танк ротаһы командиры, Төньяҡ Кавказ фронтының танк батальоны командиры, Воронеж, 1-се Украина фронттарында танк полкы командиры, 2-се Алыҫ Көнсығыш фронтында танк бригадаһының штаб начальнигы.
  • 1945—1950 — танк полкы штабы начальнигы, Ленинград хәрби округы танк полкы командиры.
  • 1955—1958 йылдарҙа — дивизия командиры урынбаҫары,
  • 1958 йылдың 4 мартынан — 112-се мотоуҡсылар дивизияһы командиры.
  • 1959 йылдың мартынан алып 1964 йылдың сентябренә тиклем — Киев хәрби округы 6-сы гвардия танк армияһының 37-се танк дивизияһы командиры.
  • 1966 йылдың июленән — хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы, 1967 йылдың апреленән — штаб начальнигы, 1968 йылдың октябренән — Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөндә 1-се гвардия танк армияһы командующийы
  • 1971 йылдың ноябренән — Карпат яны хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары.
  • 1973 йылдың ғинуарынан — Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөнөң командующийы. Генерал-полковник (1973 ноябрь).
  • 1975 йылдың июненән — Киев хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы .
  • 1984 йылдың 5 ғинуарынан 1989 йылдың 5 сентябренә тиклем — Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлештәге ғәскәрҙәрҙең баш командующийы.
  • 1989 йылдың ғинуарынан —СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә генераль инспектор
  • 1992 йылдың ғинуарынан алып отставкала.

Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1976—1986 йылдар — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы, Украина Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы, Украина Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы, 1986—1991 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы. СССР Юғары Советы депутаты: РСФСР-ҙан 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Милләттәр Советы (1971—1979)[6], Чернигов өлкәһенән 10сы һәм 11-се саҡырылыш Союз Советы (1979—1989)[7][8], Украина ССР-ы Юғары Советы депутаты.

1991 йылдан — Украинаның Ветерандар советы ойошмаһы башлығы. 1998 йылда — «Хеҙмәтсән Украина» һайлау блогынан Украинаның халыҡ депутатына кандидат, исемлектә 1-се.

2002 йылдың апреленә 2006 апреленә тиклем Украина Коммунистар партияһынан Украинаның 4-се саҡырылыш халыҡ депутаты, исемлектә 3-сө, пенсионерҙар, ветерандар һәм инвалидтар эше буйынса Комитет рәйесе урынбаҫары (июнь, 2002).

2006 йылдың апреленән Украина Коммунистар партияһынан 5-се саҡырылыш Украина халыҡ депутаты, исемлектә 3-сө.

2007 йылдың декабренән Украина Коммунистар партияһынан 6-сы саҡырылыш Украина халыҡ депутаты. Юғары Рада комитетында пенсионерҙар, ветерандар һәм инвалидтар эше буйынса һәм һуғыш ветерандарын социаль яҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса Комитеттың башлығы вазифаһын биләй.

«Украинаның хәтер китабы» баш мөхәрририәтен (08.2006 йылға тиклем) етәкләй. Европа конверсияһы һәм хәүефһеҙлеге институты президенты.

Хәрби дәрәжәләре

үҙгәртергә
  • танк ғәскәрҙәрендә генерал-майор (22.02.1963)
  • танк ғәскәрҙәрендә генерал-лейтенант (21.02.1969)
  • генерал-полковник (4.11.1973)
  • армия генералы (28.10.1977)

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Украина Геройы (1999 йылдың 27 октябрендә «Алтын Йондоҙ» ордены тапшырылып) — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, Украинала ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙә шәхси ҡаҙаныштары өсөн[9]
  • Богдан Хмельницкий орденының тулы кавалеры:
    • І дәрәжә (5 май 1999 йыл) — 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 54- йыллығы айҡанлы[10]
    • ІІ дәрәжә (27 март 1997 йыл) — һуғыш һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн, Украина ветерандар ойошмаһының 10 йыллығы менән бәйле[11]
    • ІІІ дәрәжә (7 май 1995 йыл) — 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы айҡанлы һәм фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн[12]
  • Украина Президентының Почёт Билдәһе (6 октябрь 1994) — ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 50 йыл тулыу айҡанлы[13]
  • Исемле атыу ҡоралы (7 август 2001) — Укранинала ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[14]
  • Чернобыль атом станцияһында авария һөҙөмтәләрен бөтөрөү буйынса ҡатнашыусы (І категориялы).
  • Улы Александр (1945 йылғы) — генерал-лейтенант, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре,
  • Ҡыҙы Ольга (ырыу. 1947 йылғы) — хеҙмәткәрҙәрен рәсәй ээм,
  • Наталья ҡыҙы (ырыу. 1951 йылғы) — уҡытыусы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Герасимов Иван Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. http://web.archive.org/web/20120207222255/http://www.nrcu.gov.ua/index.php?id=148&listid=67838
  3. http://w1.c1.rada.gov.ua/pls/radac_gs09/d_index_arh?skl=4
  4. http://w1.c1.rada.gov.ua/pls/radac_gs09/d_index_arh?skl=5
  5. http://w1.c1.rada.gov.ua/pls/radac_gs09/d_index_arh?skl=6
  6. Ҡалып:Книга:Депутаты Верховного Совета СССР 9 созыва
  7. Список депутатов Верховного Совета СССР 10 созыва
  8. Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва
  9. Указ Президента Украины от 27 октября 1999 № 1403/99
  10. Указ Президента Украины от 5 мая 1999 № 471/99
  11. Указ Президента Украины от 27 марта 1997 № 282/97
  12. Указ Президента Украины от 7 мая 1995 № 349/95
  13. Указ Президента України № 574/94 від 6 жовтня 1994 року «Про нагородження Почесною відзнакою Президента України» (укр.)(укр.)
  14. Указ Президента України № 592/2001 від 7 серпня 2001 року «Про нагородження відзнакою „Іменна вогнепальна зброя“» (укр.)(укр.)
  • Герасимов Иван Александрович // Энциклопедия Криворожья. В 2 т. Т. 1. А—К : [укр.] / сост. В. Ф. Бухтияров. — Кривой Рог : Явва, 2005. — С. 250.
  • Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975 гг.). Том 1. Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2013. — ISBN 978-601-7378-16-5. — С. 66—68.

Һылтанмалар

үҙгәртергә