Иҫке Хәлил (Дыуан районы)

Иҫке Хәлил (рус. Старохалилово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Мәсәғүт ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 378 кеше[2]. Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80223822005.

Ауыл
Старохалилово
башҡ. Иҫке Хәлил
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Мәсәғүт ауыл Советы

Координаталар

55°34′43″ с. ш. 58°20′41″ в. д.HGЯO

Халҡы

378[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452530

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 822 005

ОКТМО коды

80 623 422 106

ГКГН номеры

0520702

Старохалилово (Рәсәй)
Старохалилово
Старохалилово
Иҫке Хәлил (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Старохалилово

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 85 км

Иҫке Хәлил ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүттән төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Иҫке Хәлил ауылына Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылдың атамаһы — улус старшинаһы Хәлил Яҡуповтың исеменән. Ауыл яҡынса 1776 йылдан билдәле, йәниҫәп материалдарында Халилево (Халилово) тип теркәлгән.

Хәлил атамаһы һуңғараҡ бирелгән. Тәүге төпләнеүсе кеше беҙгә билдәле түгел. Әммә уның улдары 1816 йылда үткәрелгән VII рәүиз мәғлүмәттәрендә теркәлгән: 73 йәшлек Ишназар Хәлилов, уның улдары Ҡотлош, Иҫәнғәзе, Ильяс. Ишназарҙың игеҙәге Аҡҡужа Хәлилов (1831 йылда вафат булған) һәм уның улдары Мөхәмәткәрим, Нурмөхәмәт. 70 йәшлек Ишҡужа Хәлилов улы Фәтҡулла һәм ейәне Мөхәммәт менән. Иң кинйәһе 39 йәшлек Үтәғол Хәлилов (1830 йылда вафат булған), уның улдары Ҡалубәк, Ҡоломбәт.

1795 йылда 33 йортта 196 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана һәм арба эшләү менән шөғөлләнгәндәр.

Хәрби йөкләмә үтәү — башҡорттарҙың төп бурысы булған: йыл һайын 4-5 ғаилә ҡорал, ҡылыс, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ тотҡан, яҡшы кейем, ике ат һәм аҙыҡ-түлек әҙерләгән яугир хәрби хеҙмәткә алынған. Улар башҡорт полктары сафында хеҙмәт иткән. Иҫке Хәлил ауылынан Юлдаш Моратбаев Парижға барып еткән һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалына лайыҡ булған[4].

Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған.

1834 йылда 40 йортта — 252 кеше, 1859 йылда  61 йортта 334 кеше йәшәгән.

1859 йылда Хәлил составына 22 йортта 98 кеше йәшәгән Киҫәүбай (Кискебай) ауылы ла ингән.

XIX быуат башында Киҫәүбай ауылы (атамаһы — антропонимдан, 1816 йылда бында исеме хаталы яҙылған Кесебай Таҡмышев, 1755 йылғы, теркәлгән; ул тәүге төпләнеүсе булған) барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта был ауыл булмған, шуның өсөн 1795 йылғы материалдарҙа был ауыл буйынса мәғлүмәт күренмәй.

1816 йылғы VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Әй йылғаһы ҡушылдығы Шиғәле йылғаһы эргәһендәге Киҫәүбай ауылында 20 йортта — 100 кеше, 1834 йылда  шул уҡ 20 йортта 124 кеше йәшәгән. 1870 йылда 19 йортта 49 ир-егет һәм 49 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ул саҡта Хәлил һәм Киҫәүбай стан (улус) үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ул саҡта Хәлил һәм Киҫәүбай ауылдары стан (улус) үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 1920 йылда улар (икенсеһе Киссубай тип йөрөтөлә) Дыуан-Мәсетле улусы составында була һәм уның үҙәгенән 12 саҡрымға алыҫлыҡта тора. Икеһе лә Әй йылғаһы буйында. XIX быуат һуңында Киҫәүбай ауылының икенсе исеме Хәлил булған. XIX—XX быуат сигендә Яңы Хәлил ауылы барлыҡа килгән. 1920 йылда яңы ауылда 46 йорт һәм 216 кеше булған. Үрге Ҡыйғынан — шул уҡ исемле улус үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған, уға үрҙә телгә алынған бүлендек ауыл буйһонған. Шулай итеп, Киҫәүбай яңы барлыҡҡа килгән Яңы Хәлил ауылы өсөн туранан-тура нигеҙ булып тормаған, тип әйтергә мөмкин. Киҫәүбай ауылы Хәлил (Иҫке Хәлил) составына 1926 йылдан һуң инә.

Хәлил халҡына хужалыҡтың бөтә тармаҡтары һәм айырым кәсептәре таныш ине. Хәлилдә 252 кешегә 11 сирек ужым, 236 сирек яҙғы иген, Киҫәүбайҙа 124 кешегә — 6 сирек ужым һәм 98 сирек яҙғы иген сәселгән. Картуф был ауылдарға барып етмәгән әле. Бүлеп бирелгән ерҙәр бер участкала булған. Урмандың бер өлөшө һөрөлгән. Әй, Шәғәле, Тәндәк йылғалары менән һуғарыла. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше һөрөнтө ерҙе тиреҫләргә мәжбүр иткән. Быуат аҙағында шәхси эшҡыуарҙарҙың 1 һуҡҡысы һәм 2 елгәргесе булған. 12 йылға ҡуртымға бирелгән 2 тирмән урыны (6 һәм 12 дисәтинә), 2 усадьба урыны (1 һәм 0,5 дисәтинә) — шундай һалым статьялары була. Йыл һайын 30 кеше Златоуст ҡаҙна заводына барып аҡса эшләгән.[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1784 Һарт улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 7-се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Үрге Ҡыйғы биләмәһе Дыуан-Ҡошсо кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан)   РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы
2008 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

18651870 йылдарҙа 53 йортта — 282 кеше йәшәгән.

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Иҫке Хәлил ауылында мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән. 1920 йылда Иҫке Хәлилдә 68 йортта 331 кеше булған.

XX быуат башында бүлендек Яңы Хәлил ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала.

1939 йылға тиклем Иҫке Хәлилгә XIX быуат башында нигеҙләнгән Киҫәүбай ауылы, 1973 йылға — XX быуат башында нигеҙләнгән Романовка утары ҡушылған.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Иҫке Хәлил ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 331
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 358
1959 йыл 15 ғинуар 516
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 270
2002 йыл 9 октябрь 351
2010 йыл 14 октябрь 378 187 191 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә

Иҫке Хәлил урамдарына түбәндәге исемдәр ҡушылған.

  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Яңы тыҡрыҡ (рус.  Новый (переулок)
  • Ҡояшлы урам (рус.  Солнечная (улица)
  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Низам Ҡәрип урамы (рус.  Низама Карипа (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)
  • Төҙөлөш урамы (рус.  Строительная (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • С. Юлаев урамы (рус.  С. Юлаева (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)[6][7]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

  • Әй, Шәғәле, Тәндәк

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡы: Ауыл эргәһендә Иҫке Хәлил ҡурғандары урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә