Маньшин Василий Петрович

Маньшин Василий Петрович (8 август 1924 йыл18 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие расчёты командиры, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Маньшин Василий Петрович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Шкапов, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (20 йәш)
Вафат булған урыны Требендорф, Гёрлиц[d], Саксония, Өсөнсө рейх
Ерләнгән урыны Саксония
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Петрович Маньшин 1924 йылдың 8 авгусында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының Шкапов ауылында тыуған. Колхозда эшләй.

1942 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армияға алына. 1943 йылдың март айынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 15-се гвардия уҡсылар дивизияһының 43-сө гвардия артиллерия полкы составында һуғыша, тәүҙә телефонсы, һуңынан расчет командиры була.

1944 йылдың 2 февралендә Украинаның Днепропетровск өлкәһе Кривой Рог ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ һуғышта, батарея телефонсыһы гвардия ҡыҙылармеецы Маньшин ут аҫтында телефон линияһындағы 7 өҙөктө, ә 3 февралдә — 15 өҙөктө ялғай. Яралана, ләкин үҙ бурысын үтәүҙе дауам итә.

Гвардия ҡыҙылармеецы Маньшин Василий Петрович 1944 йылдың 15 февралендәге бойороҡ менән 3 дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[1].

1945 йылдың 12 ғинуарында Буско-Здруй ҡалаһынан көнсығыштараҡ дошман оборонаһын өҙгәндә, гвардия старшинаһы Маньшиндың расчеты тура тоҫҡап, расчеты менән пулеметты, 2 дзотты, 10-дан ашыу дошман һалдатын юҡ итә, дошмандың миномет батареяһын тонсоҡтора. 13-17 ғинуарҙағы һуғыштарҙа дошмандың 2 пулеметын һәм отделениенән күберәк пехотаһын юҡ итә.

Гвардия старшинаһы Маньшин Василий Петрович 1945 йылдың 3 февралендәге бойороҡ менән 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 17 мартында Гроткау ҡалаһынан көнбайыштараҡ һуғышта, Маньшин расчеты 3 пулеметты, 15-кә яҡын дошманды юҡ итә, миномет батареяһы утын баҫтыра. 19 мартта дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда 2 үҙйөрөшлө орудиеһын, 2 зенит установкаһын, дошмандың бик күп һалдатын юҡ итә. Был һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы өсөн Дан ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә.

Юғары наградаһын алырға өлгөрмәй. 17 апрель көнө һуғышта ҡаты яралана һәм иртәгеһенә госпиталдә вафат була. Терфердорф торама пунктында ерләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән, ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия старшинаһы Маньшин Василий Петрович 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. Дан орденының тулы кавалеры була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.