Латипов Урал Рамдраҡ улы

Белорусь Республикаһы дәүләт эшмәкәре, Белоруссияның сит ил эштәре министры (1998-2000), Белорусь Республикаһы президенты хакимиәте башлығы (

Латипов Урал Рамдраҡ улы (бел. Урал Рамдракавіч Латыпаў[1]; 28 февраль 1951 йыл) — юрист, хәрби хеҙмәткәр, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Полковник (1991). Белоруссияның дәүләт һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021).

Латипов Урал Рамдраҡ улы
бел. Урал Рамдракавіч Латыпаў
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Беларусь
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Яңы Ҡатай, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дипломат, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө дипломат[d]
Биләгән вазифаһы министр иностранных дел Республики Беларусь[d] һәм глава Администрации Президента Республики Беларусь[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d] (1993)
Хәрби звание полковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә
  • Урал Рамдраҡ улы Латипов Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Ҡатай (хәҙер Яңы Ҡатай) ауылында тыуған.[2]
  • 1973 йыл — Ҡаҙан дәүләт университетының юридик факультетын отличие менән тамамлай.
  • 1974 йыл — Минскиҙа СССР Дәүләт именлеге комитетының Юғары курсын тамамлай.
  • 1974—1989 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты органдарында хеҙмәт итә.
  • 1988 йылдан — юридик фәндәр кандидаты. Диссертацияһының темаһы: «Дәүләт терроризмы менән халыҡ-ара хоҡуҡи көрәш».
  • 1989—1994 йылдарҙа Беларусь Республикаһы Милли именлек институтының махсус дисциплиналар кафедраһы начальнигы, институт начальнигының ғилми эш буйынса урынбаҫары вазифаларын биләй.
  • 1992 йылдан — юридик фәндәр докторы.
  • 1994 йылдан — профессор.
  • 1994 йылда — Беларусь Республикаһы Президенты ярҙамсыһы.
  • 1995 йылдың 15 июленән — Беларусь Республикаһы Президенты секретариаты етәксеһе — Беларусь Республикаһы Президентының беренсе ярҙамсыһы[3].
  • 1998 йылдың 4 декабренән 2000 йылдың 27 ноябренә тиклем — Беларусь Республикаһы сит ил эштәре министры[4][5][6] — Беларусь Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары.
  • 2000 йылдың 27 ноябренән — Беларусь Республикаһы Именлек Советының дәүләт секретары — Беларусь Республикаһы Президентының милли хәүефһеҙлек буйынса ярҙамсыһы[7].
  • 2001 йылдың 12 сентябренән 2004 йылдың 29 ноябренә тиклем — Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәте башлығы[8][9][10][11].
  • 2006 йылдың ғинуарынан — «Лукойл-Беларусь» ИП-һының консультация советы рәйесе.
  • 2009 йылда «Директ Менеджмент» компанияһына етәкселек итә башлай.
  • 2021 йылдың 7 декабрендә Беларусь Республикаһына рәсми визит барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Урал Латиповҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырҙы[12].

Оттавкалағы полковник.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2021).
  • Беларусь Республикаһының Халыҡтар Дуҫлығы ордены (2004 йылдың 22 ноябре) — дәүләт идараһы органдарында намыҫлы эшләгәне, әүҙем ижтимағи эшмәкәрлеге, дәүләттәр араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн.
  • Беларусь Республикаһы Министрҙар Советының Почёт грамотаһы (1997 йылдың 22 сентябре)[13].
  • Беларусь Республикаһының Милли Йыйылышының Почёт грамотаһы (2000 йылдың 23 октябре)[14]
  • Беларусь Республикаһының Милли Йыйылышының Почёт грамотаһы (2001 йылдың 26 феврале)[15].

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Инглиз һәм француз телдәрендә яҡшы һөйләшә.

Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. АНІ ЖАЛІФ. Беларуская прыгода, с.19 (белор.)(белор.)
  2. http://www.belgazeta.by/ru/2001_08_06/politika/2890/ УРАЛЬСКИЙ ХРЕБЕТ ломаться не спешит // БелГазета № 30 (296) 06 августа 2001 г.
  3. Указ Президента Республики Беларусь от 15 июля 1995 г. № 273 «О назначении У. Р. Латыпова руководителем секретариата Президента Республики Беларусь — первым помощником Президента Республики Беларусь» 2012 йыл 27 май архивланған. (рус.)(рус.)
  4. Указ Президента Республики Беларусь от 15 июля 1995 г. № 273 «О назначении У. Р. Латыпова руководителем секретариата Президента Республики Беларусь — первым помощником Президента Республики Беларусь» 2012 йыл 27 май архивланған. (рус.)(рус.)
  5. Указ Президента Республики Беларусь от 4 декабря 1998 г. № 590 «О назначении У. Р. Латыпова Министром иностранных дел Республики Беларусь — Заместителем Премьер-министра Республики Беларусь» 2012 йыл 28 июнь архивланған. (рус.)(рус.)
  6. Указ Президента Республики Беларусь от 27 ноября 2000 г. № 622 «Об освобождении У. Р. Латыпова от должности Заместителя Премьер-министра Республики Беларусь — Министра иностранных дел Республики Беларусь» 2012 йыл 30 май архивланған. (рус.)(рус.)
  7. Указ Президента Республики Беларусь от 27 ноября 2000 г. № 623 «О назначении У. Р. Латыпова Государственным секретарем Совета Безопасности Республики Беларусь — помощником Президента Республики Беларусь по национальной безопасности»(недоступная ссылка) (рус.)(рус.)
  8. Указ Президента Республики Беларусь от 12 сентября 2001 г. № 491 «О назначении У. Р. Латыпова Главой Администрации Президента Республики Беларусь»(недоступная ссылка) (рус.)(рус.)
  9. Указ Президента Республики Беларусь от 29 ноября 2004 г. № 585 «Об освобождении У. Р. Латыпова от должности Главы Администрации Президента Республики Беларусь»(недоступная ссылка) (рус.)(рус.)
  10. Указ Президента Республики Беларусь от 12 сентября 2001 г. № 491 «О назначении У. Р. Латыпова Главой Администрации Президента Республики Беларусь»(недоступная ссылка) (рус.)(рус.)
  11. Указ Президента Республики Беларусь от 29 ноября 2004 г. № 585 «Об освобождении У. Р. Латыпова от должности Главы Администрации Президента Республики Беларусь»(недоступная ссылка) (рус.)(рус.)
  12. Глава Башкирии наградил экс-помощника президента Беларуси Урала Латыпова орденом Дружбы народов. ИА «Башинформ», 7 декабря 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2021)
  13. Постановление Совета Министров Республики Беларусь от 22 сентября 1997 г. № 1249 «О награждении А. З. Латыпова Почетной грамотой Совета Министров Республики Беларусь» 2012 йыл 27 май архивланған. (рус.)(рус.)
  14. Постановление Президиума Совета Республики Национального собрания Республики Беларусь от 23 октября 2000 г. № 344-ПСР «О награждении А. З. Латыпова Почетной грамотой Национального собрания Республики Беларусь» 2012 йыл 7 июнь архивланған. (рус.)(рус.)
  15. Постановление Президиума Совета Республики Национального собрания Республики Беларусь от 26 февраля 2001 г. № 26-ПСР2 «О награждении У. Р. Латыпова Почетной грамотой Национального собрания Республики Беларусь»(недоступная ссылка) (рус.)(рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә