Тереғолов Рал Ғиниәтулла улы
Тереғолов Рал Ғиниәтулла улы (28 февраль 1922 йыл — 11 сентябрь 1998 йыл) — патофизиолог, медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы академигы (1995), Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре(1989).
Тереғолов Рал Ғиниәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 февраль 1922 |
Тыуған урыны | Үрге Ҡарғалы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1998 |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәРал Ғиниәтулла улы Тереғолов 1922 йылдың 28 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан республикаһы Благовар районы) Үрге Ҡарғалы ауылында тыуа.
Уның атаһы Тереғолов Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы (1891—1984), профессор, медицина фәндәре докторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт билдәһе ордендары» кавалеры, «Йылы Янғантау тауы» (1939), «Башҡортостан курорттары» (1961, 1967) монографияларының авторы, гипертония ауырыуын өйрәнеүгә ҙур өлөш индереүсе табип. Ул Башҡорт дәүләт медицина институтын ойоштороусыларҙың береһе, был юғары уҡыу йортоноң директоры урынбаҫары[1].
1948 йылда Рал Ғиниәтулла улы Башҡортостан медицина институтын тамамлай.
Институтты һәм аспирантураны тамамлағандан һуң, 1952 йылда «Башҡортостан бензины парҙарының ҡан лейкоциттарының фагоцит әүҙемлегенә йоғонто яһауы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм институттың патофизиология кафедраһында ассистент булып эш башлай.
1956—1960 йылдарҙа Барнаул ҡалаһындағы Алтай медицина институтының үҙе ойошторған патофизиология кафедраһында мөдир була
1960 йылда Өфөгә ҡайтып, БДМИ-ның патофизиология кафедраһы доценты булып эшләй.
1969 йылда Р. Ғ. Тереғолов «Төрлө йәш осорҙарында танотогенез механизмы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1971—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының патофизиология кафедраһы мөдире, 1987—1996 йылдарҙа был кафедраның профессоры.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының медицина фәндәре бүлексәһендә тора.
Тереғоловтың ғилми хеҙмәттәре организмдың, иммунитеттың реактивлылығы, төрлө йәштәге организмдың ҡартайыу менән сәбәпле һүнә барыу процесы һәм уны яңынан тергеҙеү (реанимациялау) проблемаларына арналған. Ул И. И. Мечников исемендәге Өфө вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институты һәм «Башнефть» производство берекмәһе менән бергә Бөтә союз өсөн мөһим булған «Вахта» проблемаһы буйынса ғилми эштәрҙә ҡатнашыусы.
Р. Тереғолов оҙаҡ йылдар буйына Бөтә союз һәм Себер патофизиологтары йәмғиәтенең Үҙәк идараһы ағзаһы булып эшләй.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәТереғолов Р. Ғ. — 120-нән ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы, уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһына эйә булған һәм 8 рационализаторлыҡ тәҡдим авторы.
Р. Терегулов «Патофизиология Урала». Уфа, 1985 (соавт.).
Наградалары
үҙгәртергә- БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы;
- ВНМТО-ның Почётлы дипломы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Терегулов Гениатулла Нигматуллович в Энциклопедии Башкирии.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия. — Уфа, 2006.
- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: башкирская энциклопедия. 1996.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Еникеев Д. А. Терегулов, Рал Гиниатуллович(недоступная ссылка) // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: ГАУН «Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы)», 2015—2018. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Мемориал АН РБ
- Рал Терегулов на сайте БГМУ 2014 йыл 14 июль архивланған.