Бишауыл-Уңғар ауылы Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Һәүәләй ауыл советына ҡарай. Урыҫса — Бишаул-Унгарово. Район үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылынан 15 саҡрым, Һәүәләй ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡта. Ҡарламан тимер юл станцияһы 2 саҡрым алыҫлыҡта. Почта индексы — 450315, ОКАТО коды — 80235855002. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 573 кеше[1]. Башлыса башҡорттар.

Ауыл
Бишауыл-Уңғар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°27′11″ с. ш. 56°16′10″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 855 002

ОКТМО коды

80 635 455 106

Бишауыл-Уңғар (Рәсәй)
Бишауыл-Уңғар
Бишауыл-Уңғар
Бишауыл-Уңғар (Башҡортостан Республикаһы)
Бишауыл-Уңғар

Ауылға нигеҙ һалыусылар — Табын ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар. Ауыл тураһында билдәле тәүге яҙма мәғлүмәттәр 1648 йыл менән билдәләнә.

XVIII быуатта Бишауыл-Унгар ауылы Бишаул тип атала. Бер документта Таймаҫ Муҡшығоров һәм Сирмеш Кайтанов телгә алына.

1795 йылдағы V ревизия мәғлүмәттәре буйынса Уңгар ауылында 75 йортта 172 ир-ат һәм 189 ҡатын-ҡыҙ була. 21 йылдан аҫаба башҡорттар — 227, ә керҙәштәр 10 ир-ат иҫәпләнә. VIII ревизия (1834 йыл) ваҡытында 299 ир-егет, 320 ҡатын-ҡыҙ булған. 1917—1920 йылдарҙағы билдәле ваҡиғаларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙар файҙаһына енестәр нисбәтенең ҡырҡа үҙгәреүен 1920 йылда күҙәтәбеҙ, ул ваҡытта 219 йортта 506 ир-егет һәм 574 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән.

1866—1919 йылдарҙа Бишауыл-Уңгар ауылы шул уҡ исемдәге улыстың үҙәге була. Ул ваҡытта улыҫтың 14 ауылы булған. 1906 йылда уларҙа 9225 кеше йәшәгән 1703 йорт була. Һуңынан улар бөтәһе лә Өфө кантонының яңынан ойошторолған Ҡырмыҫҡалы улусына инә.

Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1843 йылда 648 ат, 392 эре мөгөҙлө мал, 123 һарыҡ, 593 кешегә 188 кәзә. Йәйгеһен йәйләүгә сығалар. Шул саҡта уҡ улар 520 бот ужым һәм 3240 бот яҙғы иген сәскән. 7 һыу тирмәне, 1 тимерлеге булған. Ауыл халҡының 388 умартаһы һәм 300 солоғо иҫәпләнгән. XIX быуат аҙағында 3 икмәк магазины, 2 аҙыҡ-түлек магазины була.

XIX быуат һуңында ауылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә булған.

Бишауыл халҡының Пугачев ихтилалында ҡатнашыуы тураһында каратель майор Пекарскийҙан сыҡҡан документ раҫлай[2].

1866 Бишауыл-Уңғар улусы Өфө губернаһы
1919 Ҡырмыҫҡалы улусы Өфө кантоны Өфө губернаһы
1922 Ҡырмыҫҡалы улусы Стәрлетамаҡ кантоны БАССР
1923 Ҡырмыҫҡалы улусы Өфө кантоны БАССР
1930 Бишауыл-Уңғар ауыл советы Ҡырмыҫҡалы районы БАССР
1992 Ҡырмыҫҡалы районы Башҡортостан Республикаһы

[3]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп милләт — башҡорттар (99 %)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 573 272 301 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Тал урамы (рус. Вербовая (улица))
  • Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
  • Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
  • Донъя урамы (рус. Мира (улица))
  • Яңы урамы (рус. Новая (улица))
  • Күл урамы (рус. Озерная (улица))
  • Ерек урамы (рус. Ольховая (улица))
  • Ҡарағай урамы (рус. Сосновая (улица))
  • Титов урамы (рус. Титова (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
  • Шоссе урамы (рус.  Шоссейная (улица))

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Матбуғатта

үҙгәртергә
  • Башҡортостан. Байрамда — татлы табын. 9 февраль 2019 йыл[2]
  • Аманат. 28 апрель 2020 йыл, Ҡырмыҫҡалы районынан килгән һүрәттәр[3]

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.