Әмиров Рәсим Зәкәриә улы
Әмиров Рәсим Зәкәриә улы (28 февраль 1923 йыл — 2 декабрь 1995 йыл) — терапевт, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977)[2].
Әмиров Рәсим Зәкәриә улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 февраль 1923 |
Тыуған урыны | Бүздәк, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1995[1] |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәРәсим Зәкәриә улы Әмиров 1923 йылдың 28 февралендә БАССР-ҙың Бүздәк районы Бүздәк ауылында тыуған. Ейәнен тәрбиәләү менән уның БАССР-ҙың Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылында йәшәгән олатаһы менән өләсәһе шөғөлләнгән.
Мәктәпте тамамлағандан һуң 1-се Мәскәү медицина институтына уҡырға инә һәм уны бик яҡшы тамамлай, һуңынан Бөтә Союз ҡолаҡ институты аспирантураһын физиология һөнәре буйынса тамамлай, ионлаштырыусы нурланыштың еҫ һиҙеү һәләтенә тәьҫире эҙемтәләрен өйрәнеү менән шөғөлләнә.
1952 йылдан алып Мәскәүҙәге Үҙәк оториноларингология ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1960 йылдан алып А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамыры хирургияһы ғилми-тикшеренеү институтында, 1964 йылдан — СССР-ҙың Медицина фәндәре академияһы эргәһендәге туҡланыу ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, 1985 йылдан физиология һәм курортология Үҙәк фәнни-тикшеренеү институтының клиник физиология бүлеге мөдире.
Медицина фәндәре докторы (1964), профессор (1970). Үҙе тәҡдим иткән электрокардиотопография ысулы ярҙамында йөрәктең электр ҡырын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә, йөрәк потенциалын карталаштырыу методикаһын эшләй. «Йөрәктең электр ҡырын тикшереү ысулы» уйлап таба, был йөрәк потенциалын карталаштырыу өсөн «Кардиаг» аппаратты эшләргә мөмкинлек бирә. Был хеҙмәте өсөн уға «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе тапшырыла.
1995 йылда Р. З. Әмиров Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы итеп һайлана[3] (Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының медицина фәндәре бүлексәһе).
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәЙөрәк потенциалын карталаштырыу ысулын уйлап тапҡаны өсөн 11 авторлыҡ таныҡлығы ала.
Әмиров Рәсим Зәкәриә улы етәкселегендә 38 диссертация яҡлана, шуларҙың 4 докторлыҡ һәм 34 кандидатлыҡ диссертациялары.
Р. З. Әмиров электрокардиология буйынса халыҡ-ара журнал мөхәрририәте составына инә.
1989 йылда ул 1990 һәм 1991 йылдарға Элект-Президент итеп һайлана, ә 1987 йылда (Вашингтон, Дюрен һәм Кливленд) университеттарына, 1990 йылда — Барселона ҡалаһына (Испания) университеттарҙа лекция уҡыу өсөн саҡырыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Чехия физиологы Эдвард Бабактың иҫтәлекле миҙалы һәм дипломы — Чехословакия академияһы наградаһы
- Электрокардиографияға нигеҙ һалыусы В. Эйнтховен миҙалы (1977).
Библиография
үҙгәртергәР. Зәкиров — баҫылып сыҡҡан 200-ҙән артыҡ ғилми мәҡәлә һәм өс монография авторы:
- Электрокардиография, М., 1965 г.;
- Интегральные топограммы потенциалов сердца, М. Наука, 1973; Electrocardiotopographie. — Akademie-Verlag-Berlin, 1974 (немец телендә).
- Интегральные топограммы потенциалов сердца, М. 1973
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Rasim Zakareevič Amirov // NUKAT — 2002.
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Әмиров Рәсим Зәкәриә улы (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2023)
- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан - Амиров Расим Закареевич . Дата обращения: 2 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- * Әмиров Рәсим Зәкәриә улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2023)
- Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с., илл
- http://www.bgmy.ru/index.php?newsid=195 2013 йыл 4 октябрь архивланған.