Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы

шағир, драматург, тәржемәсе

Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы (28 февраль 1965 йыл) — журналист, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 2012 йылдан «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире.1999 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2022).

Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 февраль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Күгәрсен, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, тәржемәсе, драматург, баш мөхәррир
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Жанр шиғыр[d] һәм театр пьесаһы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Айҙар Гайдар улы Хөсәйенов 1965 йылдың 28 февралендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған.

19721982 йылдарҙа Иҫәнғол ауылындағы 2-се мәктәптә уҡый. 1987 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы факультетын тамамлай.

Институттан һуң 1987—88 йылдарҙа Алтай крайының Тальмен районы Озерск леспромхозы Речкуново урмансылығында лесничий ярҙамсыһы, лесничий булып эшләй. Унан һуң Башҡортостанға ҡайтып, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының «Нефтепереработчик» гәзите хәбәрсеһе (1988—1990), «Башкирия» агропромбанкының матбуғат секретары (1995—1996), «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе (1996—1998), «Молодежая газета» гәзите хәбәрсеһе (1998—1999) булып эшләй.

1990—1995 йылдарҙа Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеү факультетында уҡый.

Шиғырҙары 1984 йылдан баҫыла. «ОЭ!..» тигән шиғыр китабының (1991), «Башкирский девственник» романының (1994), «День. Душа. Диоксин» хикәйәләр китабының (1996), «Ясное сознание ОЭ!» шиғыр китабының (2000) авторы. 1990 һәм 1991 йылдарҙа «Процесс — 1» һәм «Процесс — 2» альманахын нәшер итә. Ҡазанда үткән яҙыусылар һәм тәржемәселәр фестивалендә (ойоштороусыһы — «Дружба народов» журналы, 2007 йылдың апреле) ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре буйынса комиссия ағзаһы (2006 йылдан). «Уфли» әҙәби берекмәһе етәксеһе (2002 йылдан).

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Талҡаҫ күлендә ойошторолған драматургтар семинарҙарында ҡатнашыусы (2000 һәм 2003 йылдарҙа). 2003 йылда башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙы руссаға тәржемә иткәне өсөн «Вечерняя Уфа» гәзите тарафынан йыл кешеһе тип иғлан ителә. «Крещатик» әҙәби журналының (Мюнхен, ГФР) мөхәрририәт ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2009 йылдан). 2012 йылдан — «Истоки» 2017 йыл 26 ғинуар архивланған. мәғлүмәт-публицистика аҙналыҡ гәзитенең баш мөхәррире. Өфөлә йәшәй.

2022 йылда әҙип Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды[1].

«Соло», «Сутолока», «Бельские просторы», «Дружба народов» журналдарында баҫыла. Әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2022).
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу уңайынан ойошторолған конкурста «Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән» пьесаһы өсөн (Стәрлетамаҡ башҡорт театрында 2004 йылда ҡуйыла) өсөнсө премия.
  • Театр сәнғәте өлкәһендә иң яҡшы сценарийға беренсе Бөтә Рәсәй конкурсы дипломы (Мәскәү, 2006),  «Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән» пьесаһы өсөн.
  • «Евразия-2006» халыҡ-ара конкурсы шорт-листы — «Живые души» пьесаһы.
  • «Исламский прорыв» шиғыр конкурсы шорт-листы (Рәсәй Мөфтөйҙәр советы).
  • «Евразия 2007» конкурсы шорт-листы — «Саломея» пьесаһы.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Оэ! Уфа: Китап, 1991
  • «Башкирский девственник» романы (1994)
  • «День. Душа. Диоксин» хикәйәләр китабы (1996)
  • «Ясное сознание ОЭ!» шиғыр китабы (2000)
  • Строфы века. Антология русской поэзии. /Сост. Е. А. Евтушенко; науч. ред. Е. Витковский. Минск-М.: Полифакт, 1995, 1997.
  • Хусаинов Айдар Гайдарович // Они учились в Литинституте: Материалы к биобиблиографическому справочнику студентов дневного и заочного отделения и слушателей Высших курсов Литературного института им. А. М. Горького. 1933-2006 / Редактор-составитель Б. Л. Тихоненко. — М.: Литературный институт имени А. М. Горького, 2006. — С. 314. 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2022)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2022)

Һылтанмалар

үҙгәртергә