Буранғолова Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы

ғалим-тупраҡ белгесе

Буранғолова Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы (28 февраль 1910 йыл — 16 февраль 1979 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975).

Буранғолова Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 февраль 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 февраль 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Биология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы Буранғолова 1910 йылдың 28 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Бәләбәй ҡалаһында тыуған[1].

Татар-башҡорт башланғыс һәм рус урта мәктәптәрендә уҡый, 1932 йылда Ленинград ауыл хужалығы институтын тамамлай[2].

1932—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Игенселек халыҡ комиссариатында агроном булып хеҙмәт итә[2].

1938—1940 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы Башкомвузда тупраҡты өйрәнеү кафедраһы ассистенты була. 1940—1943 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы ҡарамағында ауыл хужалығы буйынса консультант, иген совхоздары тресында агроном булып эшләй[2].

1943—1946 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында тупраҡты өйрәнеү кафедраһы ассистенты була. 1947—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында кадрҙарҙы әҙерләү буйынса өлкән методист булып эшләй[2].

1949—1953 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы институтында тупраҡты өйрәнеү кафедраһында аспирант. 1953 йылда «Көнбайыш (Башҡорт) Урал алды шарттарында үлән ҡатламын эшкәртеү системаһы» («Система обработки травяного пласта в условиях Западного (Башкирского) Предуралья») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

1953 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында кесе һәм өлкән хеҙмәткәр, ә 1959—1977 йылдарҙа тупраҡты өйрәнеү лабораторияһы мөдире булып эшләй[2].

1979 йылдың 12 февралендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мәрйәм Нәбиула ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡтың биохимияһы, микробиологияһы һәм фосфор режимы проблемаларына арналған. Ул — 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Система обработки травяного пласта в условиях Западного (Башкирского) Предуралья : Автореферат дис. на соискание учен. степени кандидата с.-х. наук / М-во высш. образования СССР. Воронежский с.-х. ин-т. — Воронеж : [б. и.], 1953. — 15 с.
  • Применение бактериальных удобрений в Башкирии / М. Бурангулова, Е. Соловьева, Ю. Усманов. — Уфа : Башкнигоиздат, 1958. — 36 с.
  • Обработка пласта многолетних трав. — Уфа: Башкнигоиздат, 1959. — 32 с.
  • Серые лесные почвы Башкирии: сб. ст. — Уфа, 1963 (авторҙаш)
  • Фосфорный режим почв Башкирии : Автореферат дис. на соискание учен. степ. д-ра. с.-х. наук / Воронеж. с.-х. ин-т. — Воронеж : [б. и.], 1967. — 62 с.
  • Почвы Башкирии. — Уфа, 1973 (авторҙаш)
  • Черноземы горных районов Башкирской АССР / М. Н. Бурангулова, А. Х. Мукатанов ; АН СССР, Башк. филиал, Ин-т биологии. — Москва : Наука, 1975. — 91 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт энциклопедияһы — Буранғолова Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 март 2020)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Хазиев Ф. Х. Выдающийся почвовед М. Н. Бурангулова // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2010. — Т. 15. — № 1. — С. 69-71.

Һылтанмалар

үҙгәртергә