Гәрәев Вил Мулла улы

Гәрәев Вил Мулла улы (28 февраль 1937 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 1964—2004 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969 йылдан уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1984 йылдан сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире; 1987 йылда һәм 1990—1993 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта фәнни‑техник прогресс иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы мөдире; 2005—2010 йылдарҙа «Пилот» Технологик системалар ғилми-тикшеренеү институтының Инновация үҙәге директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1969), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987). Октябрь Революцияһы (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.

Вил Мулла улы Гәрәев
Тыуған көнө

28 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (87 йәш)

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Балтас районы, Иҫке Балтас ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшләгән урыны

«Башҡортостан» Республика инновацион фәнни-техник паркы

Альма-матер

Өфө авиация институты

Ғилми дәрәжәһе

иҡтисад фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Октябрь Революцияһы ордены|«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Вил Мулла улы Гәрәев 1937 йылдың 28 февралендә Башҡортостан АССР-ы Балтас районы Иҫке Балтас ауылында тыуған.

1964 йылда Өфө авиация институтын тамамлай һәм өҙөклөктәр менән ошо юғары уҡыу йортонда эшләй:

  • 1964 йылдан — уҡытыусы;
  • 1969 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1984 йылдан сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире;
  • 1987 йылда һәм 1990—1993 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта фәнни‑техник прогресс иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы мөдире;
  • 2004 йылдан — уҡытыусы.

1988—1990 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР‑ҙың Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитеты идаралығы начальнигы вазифаһын үтәй.

1991 йылдан «Башҡортостан» Республика инновацион фәнни-техник паркының генераль директоры вазифаһын башҡара.

1993—2004 йылдарҙа Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. 1998—2001 йылдарҙа Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад академияһы Финанс технологиялары үҙәге директоры була.

2005—2010 йылдарҙа Өфөлә «Пилот» техник системалар ғилми-тикшеренеү институтының Инновация үҙәге директоры вазифаһын үтәй.

230-ға яҡын ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Управление развитием науки и техники. — М., 1980. (авторҙаш)
  • Механизация и автоматизация производства в машиностроении: планирование и эффективность. — Уфа, 1986. (авторҙаш)
  • Организация и управление наукой и техникой. — М., 1987. (авторҙаш)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1982)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987)
  • сит ил ордендары кавалеры

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә