Туҡланыу
Туҡланыу (физиологик акт) — кешенең тормошон һәм һаулығын аҙыҡ ярҙамында тәьмин итеү[1] — кеше йәшәйешенең физиологик процестарын, шул иҫәптән, запас энергияһын тулыландырыу һәм үҫеү-үҫеш процестарын тере организмда һаҡлап ҡалыу өсөн аҙыҡ йотоу процесы. Хайуандар һәм башҡа гетеротроф организмдар тере ҡалыу өсөн ашайҙар һәм уларҙың аҙыҡ рациондары һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе йотоуы ниндәй биологик класҡа ҡарауҙары менән бәйле. Кешенең һәм хайуандарҙың туҡланыуы көндәлек эшмәкәрлектең ғәҙәти ябай төрө булып тора.
Кеше организмының йәшәүгә һәләтлеге уның тыуғандың беренсе көнөнән алып нисек туҡланыуын ойоштороуға буйһонған. Кешенең аҙығы билдәле күләмдә аҡһымдарҙан, майҙарҙан, углеводтарҙан, витаминдарҙан, минераль матдәләрҙән һәм һыуҙан тора. Шул уҡ ваҡытта ашау ихтыяжы балансы һаны һәм һирәк осрай торған компоненттар менән туҡланыу, тәү сиратта, кешенең йәше, хеҙмәт үҙенсәлеге һәм тормош шарттары менән бәйле. Физиологик (рациональ) туҡланыуҙы , ғәҙәттә, организмдың барлыҡ энергия сығымдарын тулыһынса ҡаплаусы , ә балалар өсөн үҫеш процестарын тәьмин итеүсе нормалар тип аңлайҙар.[2] Организмдың теге йәки был матдәләрҙе үҙләштергәндә барлыҡҡа килгән энергияның һанын был продукттың калориялығы тип атайҙар. Туҡлыҡлы матдәләрҙең үҙләштерелеүе һәр аҙыҡта үҙенә бер төрлө. Ҡатнаш аҙыҡтарҙан аҡһымдарҙың — 92 %, майҙарҙың — 95 %, углеводтарҙың — 98 % кеше организмы тарафынан үҙләштерелә.
ОЭСР һәм ФАО (2014) билдәләүе буйынса, бөртөклө ашлыҡтар донъя халҡының туҡланыу рационында төп аҙыҡ булып тора. Тик бик күп төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың керемдәре ҙур үҫешкәнлектән һәм урбанизация темпы артҡанлыҡтан туҡланыу рационында аҡһымдарҙың, майҙарҙың һәм шәкәрҙең өлөшө артҡандан арта бара[3].
Йәмәғәт туҡланыуы
үҙгәртергәЙәмәғәт туҡланыуы— халыҡ хужалығының бер тармағы, кулинария продукцияһын әҙерләү, һатыу һәм уны йәмғиәттә ашатыу предприятиеларының йыйылмаһы[4].
- Ҡунаҡханаларҙа туҡланыу формалары
- Борттағы аҙыҡ — самолетта осҡан пассажирҙарға тәҡдим ителгән ашамлыҡ һәм эсемлектәр.
Туҡланыу буйынса халыҡтың типтарға бүленеше
үҙгәртергәКүмәк халыҡты түбәндәге төркөмдәргә бүләләр:
- Күп энергия сығымдары талап иткән физик эш менән бәйле булмаған, аҡыл хеҙмәте менән булышҡан кешеләр.
- Механизацияланған етештереү һәм кешеләргә хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләгән кешеләр.
- Өлөшләтә механизацияланған хеҙмәт процестары һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә физик көсөргәнеште күп талап иткән эштә эшләүселәр.
- Механизацияланмаған уртаса һәм ныҡ ауыр көсөргәнешле әштә эшләүселәр.
Һимерә башлаған тәнле, ауыр физик хеҙмәт менән булышҡан ир-аттар өсөн тәүлек әйләнәһенә кәрәк-яраҡ калориялар һаны — 4500 ккал, студенттар өсөн — 3300 ккал, студент ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 2800 ккал. Нормаль ауырлыҡтағы кешеләр өсөн кәрәк-яраҡ калория ике тапҡырға кәмерәк (уларға организмдағы майлы туҡымаларҙы ашатыу һәм йөрөтөү өсөн артыҡ энергия талап ителмәй), ә йога менән булышыусылар өсөн- 1000 ккал.
Рациональ туҡланыу
үҙгәртергәРациональ туҡланыу (лат. rationalis — аҡыллы) — сәләмәт кешеләрҙең төрлө һәм баланслы компоненттарға бай, физиологик яҡтан тулы сифатлы аҙыҡ менән туҡланыуы. Рациональ туҡланыу кешенең сәләмәт йәшәү рәуешенең төп компоненты — кешенең әүҙем тормош осорон оҙайтыусы факторҙарҙың береһе[5].
Дауалаусы туҡланыу
үҙгәртергәДиетик аҙыҡ ашау, дауалаусы туҡланыу, диетотерапия (грек. δίαιτα — йәшәү рәуеше, ашау режимы, + грек. θεραπεία — терапия, дауалау, һауыҡтырыу, дауа), терапияла төрлө ауырыуҙарҙы дауалау методы.
Биохимик аспект
үҙгәртергәӨлкән ҡатын-кыҙҙар һәм ир-аттар өсөн тәҡдим ителгән энергия ихтыяждары (таблица 1)
Енесе | Йәше | Тән массаһы, кг | Энергия ихтыяжы | Энергия ихтыяжы | кДж |
---|---|---|---|---|---|
Ҡатын-ҡыҙҙар | 23-50 | 55 | 2000(уртаса күрһәткес) | (2300-3100)(тирбәлеүсе күрһәткес | 8400 |
Ир-аттар | 23-50 | 70 | 2700 (уртаса күрһәткес) | (1600—2400)(тирбәлеүсе күрһәткес) | 11300 |
Кеше туҡланыуында төп ҡатнашмаларҙың энергетик ҡиммәте (таблица 2)
Ҡушылмалар | Энергетик ҡиммәте | Энергетик ҡиммәте |
---|---|---|
ккал/г | кДж/г | |
Углеводтар | 4,1 | 17,2 |
Майҙар | 9,3 | 38,9 |
Аҡһымдар | 4,2 | 17,6 |
Этанол | 7,1 | 29,7 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Экология человека: Питание.
- ↑ Книга о вкусной и здоровой пище // под ред. акад. Опарина А. И. — М.: «Пищевая промышленность», 1970. — С. 11.
- ↑ ФАО и ОЭСР прогнозируют низкие цены на фермерскую продукцию и рост в секторе животноводства — ИА «Финмаркет»
- ↑ ГОСТ Р 50647-94. Общественное питание. Термины и определения . Утверждён Постановлением Госстандарта РФ от 21 февраля 1994 года №35 (1 июль 1994). Архивировано 29 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Основы рационального питания 2019 йыл 12 ғинуар архивланған.