«Ка́левала» (карел. фин. Kalevala) — карел-фин поэтик эпосы. 50 рунанан  (йырҙан) тора.

Калевала
Kalevala
1835 йылғы беренсе баҫмаһының титул бите
1835 йылғы беренсе баҫмаһының титул бите

«Калевала» нигеҙенә карел халыҡ эпик йырҙары һалынған. Сығанаҡ фольклор  материалын эшкәртеү менән фин тел белгесе һәм табип Элиас Лённрот (1802—1884) шөғөлләнгән: ул айырым халыҡ эпик йырҙарын бер сюжет менән бәйләгән, был йырҙарҙың үҙенсәлекле варианттарын һайлап алған, ҡайһы бер ҡытыршылыҡтарын шымартҡан[1]. Лённрот ике тапҡыр эшкәрткән: 1835 йылда  «Калевала»ның беренсе баҫмаһы, 1849 йылда — икенсе баҫмаһы сыҡҡан.

Поэманың рус теленә тулы тәржемәһен  Л. П. Бельский эшләгән һәм 1888 йылда  «Әҙәбиәт пантеоны» журналында баҫтырған, айырым баҫма булып ул 1889 йылда баҫылып сыҡҡан. «Калевала» — фин һәм карелдарҙың христиан динен ҡабул иткәнгә тиклемге дини ышаныстары тураһында мөһим мәғлүмәт сығанағы.

Халыҡ йырҙары (руналар)

үҙгәртергә

Поэмаға  Лённрот биргән «Калевала» атамаһы — был карел халыҡ батырҙары йәшәгән илдең эпик исеме. la суффиксы йәшәү урынын аңлата, шуның өсөн Kalevala — был Вяйнямёйнен, Ильмаринен, Лемминкяйнен батырҙарҙың мифологик нигеҙ башы, йәшәгән ере Калева, һәм уларҙы ҡайһы саҡта Калева улдары тиҙәр.

Лённротҡа 50 йырҙан (рунанан) торған бик ҙур поэма төҙөү өсөн Лённрот үҙе һәм унан алдағы йыйыусылар тарафынан карел һәм фин крәҫтиәндәре һөйләгәндәрҙән яҙып алған өлөшләтә эпик, өлөшләтә лирик, өлөшләтә магик үҙенсәлекле айырым халыҡ йырҙары нигеҙ булып торған. Боронғо руналарҙы (йырҙарҙы) рәсәй Карелияһында, Архангельский (Вуоккиниеми мәхәлләһе — Вокнаволок) һәм  Олонецкий губерналарында — Реполала (Реболы) һәм Химолала (Гимолы), шулай уҡ финляндия Карелияһының ҡайһы бер урындарында һәм Ладога күленең көнбайыш ярҙарында, Ингрияға саҡлы барыһынан да яҡшыраҡ белгәндәр.

Калеваланың эстәлеге 

үҙгәртергә
 
Аксели Галлен-Каллела. Калевала мотивтары буйынса «Айно тураһында легенда» триптихы.
Триптихтың урта өлөшөндө аҡыл эйәһе Вяйнямёйнендың күңеле ҡайтыуы күрһәтелгән, сөнки унан ҡото осҡан ҡыҙ, Айно, ҡасып киткән

Калевалала бөтөн йырҙарҙы бергә  бәйләгән төп сюжет юҡ, мәҫәлән, («Илиада» йәки  «Одиссея»). Уның эстәлеге иҫ киткес төрлөлөгө менән арбай. Ул  ерҙе, һауаны, йондоҙҙарҙы барлыҡҡа килтереү һәм карелдарҙың ерҙе ҡороусы, арпа сәсеүсе төп батыры Вяйнямёйнендың һауа ҡыҙы хасил булыуы тураһында хикәйәт менән асыла. Артабан, әйтер кәрәк, Төньяҡтың гүзәл ҡыҙын осратҡан батырҙың төрлө мажаралары тураһында хикәйәләнә: әгәр батыр, мөғжизә булып, орсоҡ ярсыҡтарынан көймә эшләп бирһә, ҡыҙ уға кейәүгә сығырға риза булыуын белдергән. Эшкә тотонған батыр балтаһы менән үҙен яралай, ҡанын туҡтата алмағас, белемсе ҡартҡа килә һәм уға тимерҙең килеп сығыуы тураһында риүәйәт һөйләй. Өйөнә ҡайтҡас, Вяйнямёйнен, имләп, ел күтәрә һәм тимерсе  Ильмариненды Төньяҡ иленә, Похьёлаға, күсерә. Һәм унда, Вяйнямёйненға биргән антына ярашлы, Ильмаринен Төньяҡ эйәбикәһенә байлыҡ һәм бәхет бүләк итә торған серле  предмет — Сампо тирмәнен (I—XI) руналары) бирә.

Түбәндәге руналарҙа (XI—XV)  һуғышсан тылсымсы һәм ҡатын-ҡыҙҙы әүрәтеүсе Лемминкяйнендың күргәндәре тураһында эпизодтар бирелгән. Артабан Вяйнямёйнен тураһында хикәйәләү дауам итә; уның йәһәннәмгә төшөүе, Виипунен бәһлеүән ҡорһағында булыуы, һәм унан мөғжизәле көймәне төҙөү өсөн кәрәкле һүҙҙе белә алыуы, төньяҡ ҡыҙының ризалығын алыр өсөн Похьёлаға йөҙөп китеүе һүрәтләнә; әммә ҡыҙ уны түгел, тимерсе  Ильмариненды һайлай, уға кейәүгә сыға. Өҫтәүенә, уларҙың туйҙары ентекле тасуирлана; ҡатын һәм ирҙең бурыстарын аңлатып биргән туй йырҙары килтерелә (XVI—XXV).

Руналар (XXVI—XXXI) Лемминкяйнендың Похьёлала күргәндәрен яңынан һөйләй. Куллерво баһадирҙың зарлы яҙмышы тураһындағы эпизод, белмәйенсә, бер туған һеңлеһен аҙҙырыуы һәм шуның арҡаһында улар икеһе лә, ағалы-һеңлеле, үҙҙәренә ҡул һалып, ғүмерҙәрен өҙөүе (XXXI—XXXVI руналар), хис-тойғолар тәрәнлеге буйынса ысын пафосҡа үрләүе яғынан, поэманың иң яҡшы бүлектәренә ҡарай[2]. Куллерво баһадир тураһындағы руналар Лённроттың ярҙамсыһы  фольклорсы Даниэль  Европеус[3] тарафынан яҙылып алынған.

Башҡа руналар өс карел батырының уртаҡ эш итеүе — Похьёлалағы (Финляндия) Сампо хазиналары нисек табылыуы, нисек Вяйнямёйнен кантеле эшләгәне һәм унда уйнауы менән бар тәбиғәтте һоҡландырғаны һәм Похьёла халҡын йоҡлатҡаны, нисек итеп батырҙар Сампоны алып киткәне тураһында бик ентекле  хикәйәләүҙәрҙән тора. Шулай уҡ батырҙарҙы Төньяҡтың сихырсы эйәбикәһе эҙәрлекләгәне, Сампоның диңгеҙгә ҡолауы, Вяйнямёйнендың Сампо ярсыҡтары ярҙамында тыуған иленә изгелек итеүе, уның Похьёланың эйәһе Калевалаға ебәргән төрлө бәләләре һәм ғәжәп йән эйәләре менән көрәше, тәүге кантеле һыуға төшөп юғалғандан һуң, батырҙың үҙе яһаған яңы кантелдә иҫ киткес матур уйнауы, һәм Похьёла эйәһе йәшергән ҡояш һәм айҙы кире ҡайтарыуы (XXXVI—XLIX) тураһында.

Һуңғы руна Марьятта-Ҡыҙҙың (Ҡотҡарыусының тыуыуы) һоҡландырғыс бала табыуы хаҡындағы халыҡ-апокрифик легендаһын еткерә. Вяйнямёйнен, был баланың ҡөҙрәте буйынса карел батырынан шәберәк булырын белгәнлектән, уны үлтерергә кәңәш бирә, ләкин ике аҙналыҡ сабый Вяйнямёйненды ғәҙелһеҙлектә ғәйепләй, һәм, батыр, оятынан, һуңғы тапҡыр мөғжизәле йырын йырлай ҙа, Марьяттаның сабыйына, Карелияның танылған йоғонто яһаусыһына, урынын ҡалдырып, көймәгә ултырып мәңгелеккә хушлаша.

Филологик һәм этнографик  анализ

үҙгәртергә
 
Калевала, 1835 йыл

Калеваланың төрлө эпизодтарын бер  художество бөтөнлөккә бәйләүсе уртаҡ  епте (төйөндө) күрһәтеүе ауыр. Э. Аспелин уның төп идеяһы — Төньяҡта йәй һәм ҡыштың алмашыныуын данлау, тип уйлай. Лённрот үҙе, Калевала руналарындағы берлекте һәм органик бәйлелекте кире ҡағып, шул уҡ ваҡытта эпостың йырҙары, нисек итеп Калева иленең батырҙары Похьёла халҡын буйһондороуын иҫбатлауға һәм аңлауға йүнәлтелгән, ти. Юлий Крон, Калевала бер идея менән һуғарылған — Сампо булдырыу һәм уны карел халҡы милеге итеүҙә, тип раҫлай — ләкин план һәм идеяның бөтөнлөгө һәр ваҡыт бер төрлө асыҡлыҡ менән билдәләнмәгәнлеген таный. Немец ғалимы фон Петтау Калеваланы бер беренә бөтөнләй бәйләнмәгән 12 циклға бүлә. Итальян ғалимы Компаретти Калевала тураһындағы күләмле хеҙмәтендә руналарҙа берҙәмлек бар тип уйлау мөмкин түгел, Лённрот сығарған руналар комбинацияһы йыш ҡына ирекле һәм шулай ҙа руналарҙа аныҡ берҙәмлек булдырылған, ти; ахырҙа, шул уҡ  материалдарҙан ниндәйҙер бер башҡа план буйынса башҡа комбинациялар эшләргә мөмкин тигән һығымтаға килә.

Лённрот (Штейнталь фаразлағанса) руналарҙа йәшерелгән поэманы асмаған — сөнки халыҡта  ундай поэма булмаған. Руналар, йырсылар телдән бер нисәһен бәйләп башҡара торған булһа ла (мәҫәлән, Вяйнямёйнен йәки Лемминкяйнендың бер нисә мажараһы), рус былиналары йәки серб юнак йырҙары һымаҡ, тотош эпопеяға оҡшап сағылмай. Руналарҙы эпопеяға берләштергәндә, күпмелер башбаштаҡлыҡ  ҡотолғоһоҙ булған - быны Лённрот үҙе лә таныған. Ысынлап та,  Лённрот һәм башҡа йыйыусылар яҙып алған варианттар менән сағыштырыу күрһәтеүенсә, Лённрот, төҙөгән планына ярашлы, үҙ һүҙҙәре менән һөйләп биреү юлын һайлаған: руналарҙы башҡа руналар киҫәктәренән берләштергән ул, өҫтәмәләр индергән, хикәйәләүҙе бәйле итеү маҡсатында, айырым шиғырҙарға үҙ һүҙҙәрен өҫтәп яҙған, ә һуңғы рунаны (50), халыҡ легендаларына нигеҙләнеп яҙылһа ла, уныҡы тип иҫәпләргә була. Үҙенең поэмаһын яҙғанда, ул карел йырҙарында булған тел байлығын оҫта итеп ҡулланған (утилизировал), хикәйәләү руналары менән бергә йола, имләү, ғаилә йырҙарын индергән, һәм шуның менән  Калевалаға фин ябай халҡының донъяға ҡарашын, уй-фекерен, көнкүрешен һәм поэтик ижадын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Карел эпосының үҙенсәлеге тарихи нигеҙҙең бөтөнләй булмауында: батырҙарҙың мажаралары әкиәттәргә оҡшағанлығы менән айырыла; карелдарҙың башҡа халыҡтар менән тарихи бәрелештәре шаңдауы руналарҙа һаҡланмаған. Калевалала дәүләт, халыҡ, йәмғиәт юҡ: ул тик ғаиләне генә таный, һәм  батырҙар ҡаһарманлығын халҡы өсөн түгел, әкиәт батырҙары һымаҡ, шәхси маҡсаттарына өлгәшеү хаҡына башҡара. Батырҙар тибы карелдарҙың боронғо мәжүси ҡараштары менән бәйләнештә тора: улар физик көс ярҙамында түгел, шамандар һымаҡ төрлө им-том, арбау ярҙамында батырлыҡ күрһәткән. Улар төрлө сүрәткә инә, башҡа кешеләрҙе хайуанға әйләндерә, мөғжизәле рәүештә бер урындан икенсеһенә күсә алған, атмосфера күренештәрен — һыуыҡ, томан һ.б. барлыҡҡа килтергән. Тағы ла батырҙарҙың мәжүси период хоҙайҙарына яҡынлығы тойомлана. Тағы ла карелдарҙың, һуңыраҡ финдарҙың, йырҙың һүҙҙәренә һәм көйөнә  юғары әһәмиәт биргәндәрен билдәләргә кәрәк. Руна-имләүҙәр белгән күрәҙәселек итеүсе кеше мөғжизәләр тыуҙыра алған, ә ғәжәп музыкант Вяйнямёйнен кантеленан сығарған тауыштар бөтөн тәбиғәтте буйһондора.[2]

Этнографик яҡтан ғына түгел, Калевала юғары художестволылығы менән дә ҡыҙыҡлы. Уның яҡшы сифатына ябайлыҡ, сағыу һүрәтләүҙәр, тәрән һәм йәнле тәбиғәт тойғоһо, юғары лирик ынтылыштар, бигерәк тә кеше ҡайғыһын сағылдырыу (мәҫәлән, әсәнең улын, балаларҙың ата-әсәһен һағыныуы), ҡайһы бер эпизодтарҙағы үткер дөрөҫ юмор, ҡатнашыусыларҙы уңышлы ҡылыҡһырлау ҡарай. Калевалаланы бер бөтөн эпопея (Крон ҡарашы) тип ҡараһаҡ, унда күпмелер дәрәжәлә бөтөн халыҡ ауыҙ-тел эпик әҫәрҙәренә хас етешһеҙлектәр ҙә байтаҡ: ҡапма-ҡаршылыҡтар, бер үк факттарҙың ҡабатланышы, бөтөн менән сағыштырып ҡарағанда, ҡайһы бер ваҡ-төйәккә  артыҡ күп иғтибар бүлеү. Ҡайһы бер әҙерләнеп ятҡан ғәмәлгә артыҡ ентекле туҡталып, ә эш-хәрәкәттең үҙе тураһында бер ике аҙ әһәмиәтле шиғыр аша әйтеп китеү. Быға оҡшаған килешһеҙлек теге йәки был йырсының хәтер үҙенсәлегенән килә һәм йыш ҡына осрай, мәҫәлән, рус былиналарында ла.

Әммә эпоста һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы раҫлаған географик мәғлүмәт менән үрелгән тарихи факттар ҙа бар. Хәҙерге   Калевала ҡасабаһынан төньяҡҡа табан Топозеро күле — батырҙар йөҙөп үткән диңгеҙ бар. Күлдең ярҙарында саамдар — Похъёла халҡы йәшәгән. Саамдарҙың көслө сихырсылары (Лоухи Ҡарсыҡ). булған. Ләкин карелдар саамдарҙы алыҫ төньяҡҡа ҡыҫырыҡлап сығара алған, Похьёла халҡын һәм илен буйһондорған.

Калевала көнө 

үҙгәртергә

Йыл һайын 28 февралдә «Халыҡ эпосы Калевала көнө» — рәсми фин һәм карел мәҙәниәте көнө — байрам ителә, шул уҡ көн фин флагына ла бағышлана. Йыл һайын Карелияла һәм Финляндияла костюмдар кейеп урамда йөрөү - «Калевала  карнавалы», шулай уҡ эпос сюжеты буйынса театраллаштырылған тамашалар ойошторола.

Калевала сәнғәттә

үҙгәртергә
 
Вяйнямёйнен сихырсы Лоухиҙан сампоны ҡурсалай. Аксели Галлен-Каллела
Файл:Yufa runopevtsy.jpg
«Руна йыраусылар» («Калевала»нан), 1965, гуашь, Юфа Тамара Григорьевна
 
Хельсинкиҙа Элиас Лённрот һәм «Калевала» эпосы батырҙары һәйкәле
  • Калевала батырҙары тураһында фин епискобы һәм XVI быуат китап баҫыусыһы Микаэль Агрикола китаптарында тәүләп иҫкә алына.
  • «Калевала» батырына тәүге һәйкәл 1831 йылда Выборгта ҡуйылған.
  • Поэманы тәүге тапҡыр урыҫ теленә 1888 йылда шағир һәм тәржемәсе Леонид Петрович Бельский тәржемә иткән.
  • Урыҫ әҙәбиәтендә Вяйнемёйнен образы тәүге тапҡыр декабрист Ф. Н. Глинканың «Карелия» поэмаһында осрай.
  • «Калевала» сюжетына тәүге һынлы һүрәтте (живопись) 1851 йылда швед рәссамы Йохан Блакстадиус яҙған.
  • Фин яҙыусыһы Алексис Кивиҙың «Куллерво» пьесаһы (1860) «Калевала» сюжеты буйынса яҙылған тәүге әҫәр булған.
  • Фин музыкаһы классигы Ян Сибелиус «Калевала»ны музыкала кәүҙәләндереүгә әһәмиәтле өлөш индергән.
  • Калеваланы украин теленә тел белгесе Евгений Тимченко тәржемә иткән. Белорус теленә тәүге тәржемәне шағир һәм яҙыусы Михась Машар башҡарған. Иң яңы тәржемә авторы — Якуб Лапатка[4].
  • Линард Лайцен латыш теленә тәржемә иткән[5].
  • Ненец теленә Василий Ледков тәржемә иткән[6].
  • Бик күп рәссамдарҙың ижадында «Калевала» сюжеттары сағылыш тапҡан. Карелия Республикаһының Һынлы сәнғәт музейында «Калевала» эпосы темаларына яҙылған һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең уникаль коллекцияһы йыйылған[7]. Фин рәссамы Аксели Галлен-Каллелдың «Калевала» күренештәрен үҙ эсенә алған картиналар циклы киң билдәле.
  • 1933 йылда Academia нәшриәте «Калевала»ны, Павел Филонов уҡыусылары, Т. Глебова, А. Порет, М. Цыбасов һ.б. кеүек Аналитик Сәнғәт Оҫталары биҙәлешендә, иллюстрациялар менән баҫып сығарған. Филонов үҙе иллюстрациялар һәм биҙәлеш мөхәррире булған.
  • «Калевала» мотивы буйынса карел композиторы Гельмер Синисало «Сампо» балетын яҙған, һәм ул тәүге тапҡыр Петрозаводск ҡалаһында 1959 йылдың 27 мартында күрһәтелгән. Был әҫәр СССР-ҙа ла, сит илдәрҙә лә күп тапҡырҙар ҡуйылған[8][9].
  • 1959 йылда «Калевала» мотивы буйынса берлектәге совет-фин фильмы «Сампо» (режиссёры Александр Птушко, Вяйнё Кауконен, Виктор Виткович, Григория Ягдфельда сценарийы) төшөрөлгән.
  • 1982 йылда фин режиссёры Калле Хольмберг телевидение өсөн Фин һәм Итальян киноакадемиялары призына лайыҡ булған 4-сериялы «Калевала»ны — «Тимер быуат. Калевала хикәйәттәре»н экранға сығарған. 2009 йылда фильм Рәсәйҙә ике DVD-нан торған комплектта сығарылған.
  • Джон Рональд Руэл Толкиндың «Сильмариллион»ы «Калевала» йоғонтоһонан барлыҡҡа килгән.
  • Генри Лонгфеллоның «Гайават тураһында йыр»ы Калевала тәьҫирендә барлыҡҡа килгән. Уильям Кёрбиҙың фин эпосын инглиз теленә тәржемәһе тәьҫирендә Толкин «Кулерво тормошо» тигән тәүге проза әҫәре яҙылған.

Рәсәйҙә «Калевала»ны Яков Грот, Германияла Якоб Гримм пропагандалаған.

Максим Горький «Калевала»ны гомер эпосы менән бер рәткә ҡуйған. 1908 й. ул: «Индивидуаль ижад „Илиада“ йәки „Калевала“ға тиң башҡа бер нимә лә булдырмаған» тип яҙған. 1932 й. ул фин-карел эпосын «һүҙ ижады монументы» тип атай. «Калевала» «Клим Самгиндың тормошо»ноң икенсе томында, геройҙың фин тәьҫораттарына бағышланған бүлектәрендә иҫкә алынған: «Самгин бала сағында әсәһе бүләк иткән „Калевала“ китабын уҡығанын иҫенә төшөрҙө; хәтерҙән гел ситкә ырғып торған шиғыр юлдарынан торған был китап уға күңелһеҙ тойолғайны, ләкин әсәһе, шулай ҙа уны аҙағына саҡлы уҡып бөтөрөргә ҡушты. Һәм хәҙер, башынан үткәндәр хаосынан, Суоми батырҙарының Хийси һәм Лоухиға, тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәшеүселәрҙең, ил хазинаһы Сампоны ҡурсалаусы уның Орфейы Вяйнемёйнендың… шат күңелле Лемминкяйнен-фин Бальдурының, Илмаринендың эпик фигуралары ҡалҡып сыҡты». «Калевала» мотивтары Валерий Брюсовта,Веелимир Хлебниковта, Сергей Городецкийҙа, Николай Аеевта бар. Алекандр Блоктың китапханаһында ла «Калевала» булған.

Беларустың халыҡ шағиры Якуб Колас юғары баһалаған, «Сымон-музыкант» поэмаһы буйынса эшләгәне тураһында ул: «Калевала» эшемә яҡшы этәргес булды … Уны барлыҡҡа килтереүселәр ҙә, мин дә бер сығанаҡтан эстек, тик финдар диңгеҙ ярында, ҡаялар араһында, ә беҙ — үҙебеҙҙең урмандарҙа (бор) һәм һаҙҙарҙа. Был тере һыу кем дә булһа берәүҙеке генә түгел, уны күмәк асҡан һәм күмәк өсөн асҡан. Һәр бер халыҡтың шатлығы ла, ҡайғыһы ла нимәһе менәндер оҡшаған. Тимәк, әҫәрҙәре лә оҡшаш була ала… Мин Лённроттың аяғына йығылырға әҙер инем" тигән. (Максим Лужаниндың «Колас үҙе тураһында һөйләй» тигән китабы буйынса)

В. Г. Белинский «Калевала»ның донъяуи әһәмиәтен баһалай алмаған. Бөйөк тәнҡитсе фин эпосының тик насар, проза өлгөһө (ҡабаттан һөйләп бирелеше-пересказ) менән генә таныш булған. Белинскийҙың финляндия әҙәбиәтен Рәсәйҙә төп таратыусыһы булған Я. К. Грот менән мөнәсәбәттәре киҫкен булған. Халыҡ архаикаһын славянофилдарға хас идеаллаштырыу (ул саҡтағы Финляндия, славян илдәре кеүек үк, славянофилдар, мәҫәлән, Шевырёв тарафынан «аҙғын» Европаға ҡапма-ҡаршы патриархаль боҙолмағанлыҡ үрнәге булараҡ исемгә алынған) ғына тип ҡабул ителгән. М. Эмандың «Боронғо фин эпопеяһы Калеваланың төп һыҙаттары» тигән китабына рецензияһында Белинский былай тип: «Беҙ беренселәрҙән булып Лённрот әфәнденең матур һәм выжданлы батырлығына ғәҙел баһа бирергә әҙер, әммә арттырып ебәреү кәрәк тип һанамайбыҙ. Нисек! Фин әҙәбиәтенән башҡа, Европаның бөтөн әҙәбиәттәре лә, ниндәйҙер бер баҙарға әйләнгән икән?…» яҙған. «Ярһыу Виссарион» «Калевала»ны антик эпос менән сағыштырыуға ҡаршы килгән, үҙенә замандаш булған фин мәҙәниәтенең үҫешмәгәнлегенә ишаралаған: «Бәғзе бер милли рух шулай кескәй, сәтләүек ҡабығына ғына һыйышлы, ә ҡайһыһы шундай тәрән һәм киң, уға бөтөн ер йөҙө лә аҙ һымаҡ. Боронғо гректарҙың милли рухы шундай булған. Гомер уны үҙенең ике поэмаһында ғына сағылдырып бөтөрмәгән. Кемдер әгәр боронғо Элладаның милли рухы менән танышырға йәки уны үҙләштерергә теләһә, уға бер Гомер ғына аҙ, бының өсөн Гезиод та, трагиктар ҙа, Пиндар ҙа, комик Аристофан да, фәйләсүфтәр ҙә, тарихсылар ҙа, ғалимдар ҙа, ә унан тағы ла - архитектура һәм скульптура һәм, аҙағында, эске йорттағы һәм сәйәси тормошто өйрәнеү ҡала». (Белинский В. Г. Полное собрание сочинений т. Х, 1956 с. 277-78, 274 М.)

 
СССР почта маркаһы, 1985 йыл
  • 2001 йылда балалар яҙыусыһы Игорь Востряков Калеваланы балалар өсөн прозала, ә 2011 йылда - шиғри юлдарҙа ҡабаттан һөйләп биргән.
  • 2006 йылда сюжеты ҡытай халыҡ легендалары һәм карел-фин эпосы үрелеше итеп төҙөлгән фин-ҡытай «Төньяҡ яугиры» тигән фэнтези-фильмы төшөрөлгән.

Атаманы ҡулланыу

үҙгәртергә
 
Петрозаводскиҙағы «Калевала» фонтаны
 
Косалмала «Калевала»  отеле
  • Карелия Республикаһында Калевала милли районы һәм Калевала ҡасабаһы бар.
  • Петрозаводск һәм Костомукша ҡалаларында Калевала урамы бар.
  • «Калевала» — 1858−1872 йылдарҙа Рәсәй империяһының Балтиҡ флоты составындағы корвет.
  • Калевала — Япон диңгеҙе Посьет ҡултығының көньяҡ өлөшөндәге бухта. 1863 йылда «Калевала» корветы экипажы тарафынан өйрәнелгәнгә, карап исеме бирелгән.
  • Петрозаводск ҡалаһында «Калевала» кинотеатры, «Калевала» китап магазиндары селтәре бар.
  • Сыктывкарҙа «Калевала» түбәһе ябыҡ баҙар бар.
  • «Калева́ла» — Мәскәүҙәге рәсәй фолк-метал-төркөмө.
  • «Калевала» — Мара һәм Химера рәсәй рок-төркөмдәренең йыры.
  • Карелия Республикаһының Онега буйы районындағы Косалма ауылында 1970-се йылдарҙан бирле «Калевала» ҡунаҡханаһы эшләй.
  • Финляндияла 1935 йылдан Kalevala Koru бренды менән традицион техникала үтәлгән милли балтиҡ буйы-фин биҙәкле зәргәр биҙәүестәр эшләп сығарыла.
  • Петрозаводск ҡалаһында, Элиас Лённрот исемендәге скверҙа, «Калевала» эпосы батырҙарына арналған фонтан урынлашҡан.

Тәржемәләр

үҙгәртергә
Рус теленә тәржемәләр һәм адаптациялар
  • 1840 — Небольшие отрывки в русском переводе даны Я. К. Гротом («Современник», 1840).
  • 1880—1885 — Несколько рун в русском переводе изданы Г. Гельгреном («Куллерво» — М., 1880; «Айно» — Гельсингфорс, 1880; руны 1—3 Гельсингфорс, 1885).
  • 1888 — Калевала: Финская народная эпопея / Полный стихотворный перевод, с предисловием и примечаниями Л. П. Бельского. — СПб.: Типография Н. А. Лебедева, Невский просп., д. 8., 1888. 616 с.). Многократно переиздавался в Российской Империи и СССР.
  • 1960 — Из поэмы «Калевала» («Рождение кантеле», «Золотая дева», «Айно») // С. Маршак: Соч. в 4-х т., т. 4, С. 753—788.
  • 1981 — Любарская А. Пересказ для детей карело-финского эпоса «Калевала». Петрозаводск: Карелия, 1981. — 191 с. (стихотворные отрывки из перевода Л. П. Бельского).
  • 1998 — Лённрот Э. Калевала. Перевод Эйно Киуру и Армаса Мишина. Петрозаводск: Карелия, 1998. (Переиздавался издательством «Вита Нова» в 2010 году).
  • 2015 — Павел Крусанов. Калевала. Прозаический пересказ. Санкт-Петербург, «Издательство К. Тублина». ISBN 978-5-8370-0713-2
Сит илгә тәржемәләр
  • Немецкие переводы Калевалы: Шифнера (Гельсингфорс, 1852) и Пауля (Гельсингфорс, 1884—1886).
  • Французский перевод: Leouzon Le Duc (1867).
  • Шведские переводы: Кастрена (1841), Коллана (1864—1868), Херцберга (1884)
  • Английский перевод: I. M. Crawford (Нью-Йорк, 1889).
  • Перевод на идиш восемнадцати рун: H. Rosenfeld, «Калевала, народный эпос финнов» (Нью-Йорк, 1954).
  • Перевод на иврит (в прозе): пер. Сара Товия, «Калевала, страна героев» (Kalevala, Eretz ha-giborim), Тель-Авив, 1964 (впоследствии несколько раз переиздавалась).
  • Перевод на белорусский: Якуб Лапатка Калевала, Мінск, 2015, поўны наўпросты пераклад на беларускую мову

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Кантелетар
  • Калевипоэг

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Сит ил телендәге
  • Eliel Aspelin, «Le Folklore en Finlande» («Melusine», 1884, № 3).
  • Jacob Grimm, «Ueber das finnische Epos» («Kleine Schriften» II).
  • Мориц Эман, «Главные черты из древней эпопеи Калевалы» (Гельсингфорс, 1847).
  • Jul. Krohn, «Die Entstehung der einheitlichen Epen im allgemeinen» (в «Zeitschrift far Völkerpsychologie», XVIII, 1888).
    • Его же, «Kalewala Studien» (в немецком переводе со шведского, там же).
    • О замечательной финской книге Ю. Крона «История финской литературы. Ч. I. Калевала», вышедшей в Гельсингфорсе (1883 г.), см. статью г. Майнова: «Новая книга о финском народном эпосе» (в «Ж. М. Н. Пр.» 1884, май).
    • Самостоятельную переработку обширных материалов, собранных Ю. Кроном и другими финскими учеными для критики «Калевалы», представляет основательный труд известного итальянского ученого Domenico Comparetti, вышедший и в немецком переводе: «Der Kalewala oder die traditionelle Poesie der Finnen» (Галле, 1892).
  • Andrew Lang, «Custom and Myth» (pp. 156—179).
  • Radloff, в предисловии к 5-му тому «Proben der Volkslitteratur der nurdlichen Turk-Stämme» (СПб., 1885, p. XXII).
  • Steinthal, «Das Epos» (в «Zeitschrift für Völkerpsychologie» V., 1867).
  • V. Tettau, «Ueber die epischen Dichtungen de finnischen Volker, besonders d. Kalewala» (Эрфурт, 1873).
  • Турунен А. (фин.)баш. Kalevalan sanakirja. — Hels., 1949.

Һылтанмалар

үҙгәртергә