22 апрель
көнө
(22 апреля битенән йүнәлтелде)
22 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 112-се (кәбисә йылында 113-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 253 көн ҡала.
22 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
22 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ер көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Экологик хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡлау-һаҡланыу көнө.
- Инеш-шишмәләр көнө.
- Бразилия: Бразилияны асыу көнө.
- Сербия: Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Грузия: Сик буйы авиацияһы көнө.
- 1832: Рәсәй империяһының Сит ил эштәре министрлығы ойошторола.
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышы барышында совет ғәскәрҙәренең алдынғы частәре Берлинға инә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Владимир Ильич (Ульянов) Ленин (1870—21.01.1924), Совет Рәсәйенең һәм СССР-ҙың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 1917 йылдың октябренән Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе. 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»гә, 1920 йылдың 19 майында «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы декретына ҡул ҡуйыусы.
- Вәлиев Әхмәтзаһит Ҡаҙрай улы (1930—2.12.2013), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1962—1973 йылдарҙа Саҡмағош районы Киров исемендәге колхоздың иген культуралары үҫтереүсе механизацияланған отряд етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Туҙлыҡыуыш ауылынан.
тулы исемлек
- Псәнчин Вәли Шәғәли улы (1930—30.05.2013), ғалим-тел белгесе, педагог‑методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1984 йылдан Мәғарифта милли мәсьәләләр институтының Башҡортостан филиалы мөдире, 1993—2005 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (1965). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1991), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы (1935), хеҙмәт ветераны. 1960—1994 йылдарҙа бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ҡоҙаярова Лилиә Ҡасим ҡыҙы (1955), музыка белгесе, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1981—2006 йылдарҙа Өфөнөң 11-се балалар музыка мәктәбе, бер үк ваҡытта 1992 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2017). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гаррис Нина Александровна (1946), ғалим-инженер-механик. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан гидравлика һәм гидромашиналар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Батуми ҡалаһынан.
- Миңлəхмəт Ғәйнетдинов (1946), баянсы. 1967—1996 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1983—1985 йылдарҙа Өфөләге Нариман Сабитов исемендәге 1‑се балалар музыка мәктәбе директоры; 1989 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987). Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1991) һәм Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985) лауреаты, халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге төрлө конкурстар дипломанты.
тулы исемлек
- Громов Владимир Борисович (1961), инженер-төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр һәм йәмәғәтсе. 1990 йылдан «Нефтекамскстройзаказчик» муниципаль предприятиеһының баш инженеры, 1998 йылдан (өҙөклөк менән) — директоры; 2010—2011 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. 2005—2010 йылдарҙа Нефтекама ҡала Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2005). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Илек районы Илек ауылынан.
- Гәрәев Линар Шафиҡ улы (1966), инженер, муниципаль хеҙмәт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2003 йылдан Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2015 йылдан «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Октябрьский филиалы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (2007), Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған (2005) хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы Уруссу ҡала тибындағы ҡасабаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Денисов Владимир Алексеевич (1922—4.08.1998), инженер. 1941 йылдан Өфө моторҙар эшләү заводының 1-се цехы технигы, технологы, техник бүлек начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, 1953—1987 йылдарҙа 1-се цех начальнигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1991), Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ярославль өлкәһе Могильцы ауылынан.
- Мирсаев Нурый Мирсай улы (1922—30.09.2014), педагог, партия һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы Еңеү Парадында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының Абдулла ауылынан.
тулы исемлек
- Байтимеров Зиннур Йомағужа улы (1927—10.10.1992), малсы. 1940-сы йылдар уртаһы — 1987 йылдарҙа Баймаҡ районы «Ирәндек» совхозы мал ҡараусыһы, һарыҡ көтөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Наҙар ауылынан.
- Баһауетдинов Рәсүл Камалетдин улы (1937), сәнғәт ветераны. Хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Боғҙан ауылынан.
- Сәмиғуллин Сәлихйән Сабирйән улы (1937—2002), ауыл хужалығы алдынғыһы. Шаран районы «Правда» колхозының элекке механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Сигаков Николай Иванович (1947), сәнәғәт өлкәһе, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-инженер. 1963 йылдан «Салауатбыяла» берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1980 йылдан — партком секретары, 1983 йылдан — генераль директор; 1997 йылдан Салауат ҡала хакимиәте башлығы, ҡала Советы рәйесе; 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (2008). Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2002) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Шеремет Леонид Павлович (1947), хеҙмәт ветераны. 1965 йылдан Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе, 1983—2011 йылдарҙа — Салауат аҙыҡ-түлек комбинаты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан — комбинат директоры. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән Осиповичи ҡалаһынан.
- Бармута Вячеслав Петрович (1952), хеҙмәт ветераны. 1982 йылдан Стәрлетамаҡтағы «Межрайводоканал» предприятиеһының цех начальнигы, баш инженеры; 1990 йылдан — директоры, бер нисә саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Нурғәлиев Дамир Мирғәле улы (1952), ғалим-инженер, газ сәнәғәте хеҙмәткәре. 1999 йылдан «Газпром добыча – Оренбург» йәмғиәте директоры. Рәсәй Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр кандидаты (2002). Рәсәй сәнәғәт һәм энергетика министрлығының һәм «Газпром» йәмғиәтенең почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре, газ сәнәғәтенең хеҙмәт ветераны, Н. К. Байбаков, ике тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премиялар һәм Газпром» йәмғиәте премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Шах ауылынан.
- Әбүбәкеров Закир Зәбих улы (1952), ғалим-юрист. Наркотиктар әйләнешен контролдә буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәтенең Төньяҡ-Көнбайыш квалификация күтәреү институтының Өфө филиалы начальнигы. Юридик фәндәр кандидаты, доцент, полиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районынан.
- Латипов-Догадов Владимир Геннадьевич (1962), театр актёры. 1983—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990). Республика актёр йыры конкурсы (Өфө, 1994), «Театр без границ» халыҡ‑ара фестивале (Магнитогорск, 2005) дипломанты.
- Сәғитов Салауат Тәлғәт улы (1977), муниципаль хеҙмәт, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-социолог. 2010 йылдан Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәте башлығы, 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2018 йылдан Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы, 2019 йылдан — ректор. Социология фәндәре кандидаты (2002), доцент. Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2015), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дьяконов Владислав Дмитриевич (1928—13.08.2017), ғалим-инженер, йәмәғәтсе. 1978—1986 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр кандидаты (1985). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). Сығышы менән Вологда ҡалаһынан.
- Ғәлиәкбәров Наил Ҡорбан улы (1958), спортсы, тренер. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 1988—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992—1996 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Рәсәй шәхси чемпионаты еңеүсеһе (1993), СССР команда чемпионаттарының көмөш (1987, 1991), донъя команда чемпионаттарының бронза (1995–96) призёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Лена ауылынан.
- Изибаева Лилия Искандаровна (1963), педагог. Ҡалтасы районы Иҫке Йәш мәктәбенең элекке рус теле һәм әҙәбиәте, мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән ошо ауылдан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мутаев Исхаҡ Фәләх улы (1914—15.08.1995), геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт ротаһының взвод командиры, гвардия лейтенанты. 1945 йылдан Сибай геология-разведка партияһының кесе, 1960—1969 йылдарҙа өлкән техник-геологы, участка геологы. Яңы Сибай полиметалл мәғдәндәре ятҡылығын асыусы. Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сибай ҡалаһының беренсе почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан.
- Ҡотошов Рамазан Нурғәли улы (1924—9.01.2020), философ-ғалим, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник. 1964—1992 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты, доцент. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Логинов Василий Григорьевич (1929), 1929—29.01.2016), инженер-нефтсе. 1972—1991 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1976) һәм СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Николаевка ауылынан.
- Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы (1929—10.11.2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1959—1989 йылдарҙа Учалы районы «Коммунар» колхозының тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Щепарёв Андрей Михайлович (1974), тренер. Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2005) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 571: Мөхәммәт, ислам Пәйғәмбәре.
- 1724: Иммануил Кант, немец классик философияһына нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1845: Карло Канева, Италия хәрби эшмәкәре, генерал.
- 1870: Владимир Ильич Ленин, СССР-ҙың дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы.
- 1910: Әйүп Гәрәй, СССР шағиры, журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1915: Мөхәмәт Хәмзин, Татарстандың театр артисы.
- 1920: Валери Петров, Болгария шағиры, драматург.
- 1945: Джон Уотерс, АҠШ кинорежиссёры, сценарист, оператор һәм продюсер.
- 2001: Шамил Рәхмәтуллин, башҡорт театр актёры, РСФСР-ҙың (1991), Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы.