Наҙар (Баймаҡ районы)

Наҙар (рус. Назарово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 6 кеше[3]. Почта индексы — 453642, ОКАТО коды — 80206834008.

Наҙар
Наҙар
Нигеҙләү датаһы 1811
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Моҡас ауыл Советы һәм Орск өйәҙе
Халыҡ һаны 17 кеше (2002)[1],
6 кеше (2009)[1],
3 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453642
Карта

1811 йылда сотник Наҙар Мостаев етәкселендә (1761— 1830) Мостай ауылынан 25 ғаилә Төйәләҫ йылғаһының инешендә яңы ауылға нигеҙ һалалар. Наҙарҙың улдары — Рәхмәтулла, Ҡаһарман, Ниғмәтулла. Ошонда уҡ 70-йәшлек Иҫәнбәт Ташбулатов (Йәнтүрә улы) һәм уның улы — поход есаул Абыҙгилде Иҫәмбәтов (Абыҙгилде (Абҙаҡ) ауылын нигеҙ һалыусы)[4].

Наҙарҙың икенсе атамаһы — Атанғол. 1751 йылғы документта Атанғол Тойғонов Тойғон ауылында йәшәүсе итеп күрһәтелгән, тимәк, был ауыл уның атаһы тарафынан төҙөлгән. 12-13 йыл элек ул Атанғолда йәшәгән. XVIII быуаттың 30—50-сы йылдарҙа ауылдың ике атамаһы була — Тойғон һәм Атанғол. 1740 йылда Ҡараһаҡал ихтилалы барышында Атанғол Тойғоновтың йортонда батыр Алдар Иҫәкәев булып китә. 1755 йылғы ихтилалда Атанғол бик әүҙем ҡатнаша, Яйыҡ йылғаһы аръяғына, ҡаҙаҡтарға, ҡаса, әммә тотола һәм язалана. Ауылды карателдәр үртәйҙәр. Уның урынында 1811 йылда Наҙар исеме аҫтында яңы ауыл барлыҡҡа килә. Атанғолдоң балалары ( Дәүләтбай, Теләүҡабул, Ҡажаменде, Мөхәмәтшәриф, Ниязбай, зауряд-сотник Һикһәнбай ) Мостайҙа йәшәй, һуңынан Наҙарға күсенәләр[4]. Ауылдан бер кеше — рядовой Әбдрәхим Мораптнов 15-се башҡорт полкы составында һуғыша, 1814 йылдың 14 мартында Парижды яулауҙа ҡатнаша.

1816 йылда Наҙарҙа 129 кеше йәшәй. X ревизия буйынса — 17 йортта 100 кеше, 1920 йылда 30 йортта 190 кеше йәшәй. 1839 йылда 30 йорттағы 190 кешегә 252 йылҡы малы, 52 һыйыр, 80 һарыҡ, 15 кәзә тура килә. 1842 йылда 21 дисәтинә ерҙә 130 бот ярауай иген сәселгән[4].

1929 йылда крәҫтиәндәр «Ирәндек» колхозына берләшә, 1934 йылдан — «Ҡыҙыл партизан», 1940 йылдан — тағы ла «Ирәндек» колхозы составында. 1957 йылда — «Сибай» совхозы, 1965 йылдан «Ирәндек» совхозы составында. 1997 йылдан — «Ирәндек» КПП-һында[5]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 3 2 1 66,7 33,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Шалтран йылғаһы янында урынлашҡан[6].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 71 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (1-се Төрөкмән): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 41 км

Ауылдың билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Шаһишәриф Мәтинов — ахун, мәғрифәитсе, Рәсәйҙең I һәм II саҡырылыштар Дәүләт думаһы депутаты (1905—1907 йылдарҙа)[7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.