Сәғитов Салауат Тәлғәт улы

дәүләт эшмәкәре

Сәғитов Салауат Тәлғәт улы (22 апрель 1977 йыл) ― муниципаль хеҙмәт, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-социолог. 2010 йылдан Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәте башлығы, 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2018 йылдан Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы, 2019 йылдан — ректор. Социология фәндәре кандидаты (2002), доцент. Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2015), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004).

Сәғитов Салауат Тәлғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 апрель 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфөлә тыуған.

1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған[1].

1999—2000 йылдарҙа ― Өфө ҡала хакимиәтендә әйҙәүсе белгес.

2000—2003 йылдарҙа ― Өфө ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2003—2005 йылдарҙа ― Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе.

2006—2008 йылдарҙа ― Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе.

2008—2009 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты рәйесе[1]..

2009—2010 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары.

2010—2011 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районы хакимиәте башлығы.

2011 йылдан ― Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

40-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. 2002 йылда «Мәҙәниәт өлкәһендә идара итеү социаль мәсьәлә күҙлегендә» (рус. Управление сферой культуры как социологическая проблема) темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

Өфө дәүләт авиация техник университетының социология и социаль технологиялар кафедраһы доценты.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003).
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә (2015).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Гузаиров, М. Б., Исмагилов, Ф. Р., Филимонов, М. А. Уфимский государственный авиационный технический университет: годы и люди / М. Б. Гузаиров, Ф. Р. Исмагилов, М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. — Уфа: УГАТУ, 2007. — 407 с.
  2. Салават Сагитов назначен заместителем Премьер-министра Правительства Башкортостана(недоступная ссылка)  (рус.)
  3. Автореферат диссертации «Управление сферой культуры как социологическая проблема» на сайте disserCat — электронная библиотека диссертаций  (рус.)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә