Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы

Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы (22 апрель 1929 йыл10 ноябрь 2002 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа Учалы районы «Коммунар» колхозының тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Ишкиново, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 ноябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Рәсүл, Учалы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фазулла Зәйнулла улы Шәйәхмәтов 1929 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[1] Ишкен ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1945 йылдан «Коммунар» колхозында эшләй башлай. Башта колхозда тракторсы, ә 1949 йылдан — иген культураларын эшкәртеү буйынса механизацияланған отряд начальнигы, 1959—1989 йылдарҙа — трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй. Тулайым иген йыйыу эшендә ҙур уңыштарға өлгәшә.

1959—1965 йылдарҙа Шәйәхмәтов бригадаһы 923 тонна иген әҙерләй, иген культураларының уңышы гектарынан 17,6 ц, шул иҫәптән бойҙайҙыҡы 19,1 ц тәшкил итә. Ул 1965 йылда план буйынса 700 гектар урынына 1250 гектар һөрөнтө ер эшкәртә.

Ғүмер буйы колхоз баҫыуында эшләй. Ҡатыны Әсмә Мөхәмәҙей ҡыҙы менән бергә 10 бала тәрбиәләп үҫтерәләр: 5 ҡыҙ һәм 5 ул. 1994 йылдан хаҡлы ялда.

Башҡортостандың Учалы районындағы Рәсүл ауылында йәшәй. 2002 йылдың 10 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Платонов М. Любовь к земле // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә