Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы
Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы (22 апрель 1935 йыл) — РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған урыны | Ырымбур өлкәһе |
Һөнәр төрө | мәҙәниәт хеҙмәткәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәнүзә Шәрәф ҡыҙы Һөйөндөкова 1935 йылда Ырымбур өлкәһендә тыуған.
1960—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире булып эшләгән.
Төп эшенән тыш 17 йыл Өфө ҡалаһы Киров районының Китап һөйөүселәр йәмғиәте етәксеһе лә була һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Бөтә Рәсәй Китап һөйөүселәр йәмғиәтенең «Иң яҡшы китап һөйөүсе» билдәһе менән бүләкләнә.
Фәрит Бикбулатов менән берлектә Н. К. Крупская исемендәге республика китапханаһының 50 йыллығына бағышланған документаль телефильм төшөрөүҙе ойоштора. Р. Х. Тимерғәлина менән берлектә «Кире ҡайтарылған китаптар» (рус. «Возвращенные книги») тигән библиографик күрһәткесте мөхәррирләүҙә ҡатнаша[1] Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн ҡулланма итеп «Көнкүреш әйберҙәре» тигән һүҙлек-белешмә төҙөй[2] Шулай уҡ 1919—1959 йылдарҙа «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында эшмәкәрлек» тигән документтар йыйынтығы әҙерләй.
Клуб һәм мәҙәниәт йорттары өсөн «Һабантуй», «Яҙ байрамы», «Китап байрамы», «Еңеү байрамы», «Бөйөк Ватан һуғышы», «Бөйөк Еңеү» байрамдары сценарийҙары әҙерләп бирә.
25 йылдан ашыу Өфө китапхана техникумы уҡыусылары, Ҡазан, Куйбышев, Силәбе һәм Пермь мәҙәниәт институтында студенттары өсөн практика үткәрә.
Белемен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирә, ғилми эшкә тотоноп, кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләү өсөн имтихандар ҙа тапшыра, тик был хыялы тормошҡа ашмай ҡала.
Фәнүзә Һөйөндөкова ғүмере буйы хәҙерге Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында эшләгән[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)[4]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987)[5]
- СССР Мәҙәниәт министрлығының «Яҡшы эше өсөн» билдәһе
- Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны (1985).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Возвращенные книги. — Уфа, 1996, 289 с.
- ↑ Көнкүреш әйберҙәре — Өфө, 2004, 60 бит
- ↑ Главная библиотека Башкортостана 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 12.06.1985 «О награждении медалью „Ветеран труда“ трудящихся Кировского района города Уфы»(недоступная ссылка)
- ↑ Постановление Президиума ВС Башкирской АССР от 19.10.1987 N 6-3/103 «О представлении к присвоению почетного звания „Заслуженный работник культуры РСФСР“ тов. Суюндуковой Ф. Ш.» 2020 йыл 29 октябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Главная библиотека Башкортостана 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В уфимской библиотеке № 17 открылась выставка, посвященная 50-летию первого полета в космос
- 80 лет Суюндуковой Фанузе Шарафовне, заведующей отделом обслуживания Республиканской библиотеки БАССР им. Н. К. Крупской (1960—1994 гг.), заслуженному работнику культуры РБ, заслуженному работнику культуры РФ (1935) 2020 йыл 16 ғинуар архивланған.
- Үҙ өйөңдә генә — үҙ көйөң