Һәйтәк (Балтас районы)
Һәйтәк (рус. Сейтяково) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 746 кеше[1]. Почта индексы — 452984, ОКАТО коды — 80208828001.
Ауыл | |
Һәйтәк Һәйтәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ауылға нигеҙҙе XVIII быуат тирәһендә Таҙлар ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрендә һалған.
Тарихы
үҙгәртергәXIII быуатта Таҙ ырыуы Каспий диңгеҙенән төньяҡтараҡ Эмба һәм Яйыҡ (Урал) йылғалары араһында йәшәгән. Таҙлар ырыуы хандар араһындағы һуғыштар арҡаһында Урал яғына табан күсенә башлай. Таҙ ырыуының ҡайһы бер төркөмдәре Табын, Үҫәргән, Бөрйән һәм башҡа башҡорт ырыуҙарына ҡушылған. Һуңыраҡ улар ике ҙур төркөмгә: көнсығыш ( береһе Урал яҡғына киткән, унан завод төҙөү башланғас, көнбайышҡараҡ) һәм көнбайыш (Тере Танып йылғаһы буйына) төркөмгә бүленгән.
Һәйтәк (хәҙерге ваҡытта таралған исеме Сәйтәк) ауылы XVII быуаттан билдәле булған.Танып буйы Таҙлар ерҙәре хәҙерге Башҡортостан һәм Пермь крайы сигендәге Будум һәм Тол йылғаларына тиклем һуҙылған. 1762 йылда Таҙлар ырыуы башҡорттары Уразгилде Сәйтәков һәм Точибай (Тусыбай) Яҡшымәтов (Тусыбай ауылына нигеҙ һалыусы) үҙ ырыуы ерҙәренә Иманғол Теникеев етәкселегендәге Ирәкте ырыуы башҡорттарын («иптәштәре менән», с тов.) индереү тураһында килешеүҙе яңырта. Тусыбайҙың атаһы — Яҡшымәт Йәнгилдин, хәҙерге Тәтешле районы Иҫке Ҡайпан ауылы аҫаба башҡорто (ер хужаһы). Уразгилде — Сәйтәктең улы. Тимәк, ауыл кәм тигәндә йөҙ йылға алдараҡ булған.
Башҡорт ерҙәрендә йәшәргә хоҡуҡ биреүен иҫбатлау өсөн Һәйтәк ауылында йәшәгән типтәрҙәр 7150 йылдың ( 1700 йылға тиклемге йыл иҫәбе буйынса) 26 июлендәге (1642 йыл) һәм 7206 йылдың 26 июнендәге (1698 й.) килешеү яҙмаларының күсермәләрен күрһәтә (теләгән бер кеше башҡорт ерҙәренә килеп ултыра алмаған). Әммә был документтар бер ҡайҙа ла рәсми теркәлмәгән.[2].
1746 йылдың 23 майындағы килешеүгә ярашлы, ауылға яһаҡ түләүсе татарҙар бер туған Ишмәтовтарҙы «иптәштәре менән» индерергә рөхсәт ителә. Өфө губерна канцелярияһының 1751 йылдың 8 июнендәге указы менән яһаҡ түләүсе татар Сөйөндөккә Һәйтәктә йәшәргә рөхсәт бирелә, әммә уға һалым һалынмай. Һуңынан типтәр сословиеһына күскән яһаҡ татарҙарына, Һәйтәк ауылы Таҙлар улусына ҡараһа ла, Ҡыр Унлар түбәһе башҡорттары (Тутағас ауылы, Киҙгән ауылынан көньяҡтараҡ ерҙәр һ. б.) үҙ аҫаба ерҙәренә инергә рөхсәт бирә. Ауылдың ике осо була: башҡорт һәм типтәр остары. 1920-се йылдарға тиклем улар берләшмәй, ауылдың һәр өлөшөндә үҙ мәсете була.
1795 йылда ауылда тик башҡорттар ғына теркәлә — 62 кеше (9 йорт). Һәйтәктә типтәрҙәр исемлеккә индерелмәгән, сөнки улар бында теркәлмәгән. Ашлама ҡулланылмай эшкәртелгән ер тиҙ уңдырышлығын юғалта, шуға килмешәктәр йәшәү урынын йыш алмаштыра. Бының башҡа сәбәптәре лә булған. Мәҫәлән, улар башҡорттарға дәүләткә яһаҡ түләргә ярҙам итмәгән (килешеүҙә ҡаралғанса) һәм теркәлгән ерҙәрендә лә һалым түләмәгәндәр. Был хәл башҡорттарҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра, ер хужалары килмешәктәрҙән теркәлгән ерҙәренә китеүҙе талап итә.
1758 йылғы документта былай тип яҙылған:
«Вы поныне жительство имеете своими в д. Сейтяковой уже более 60 лет и более (с 1698 и некотрые семьи с 1642 года), коя состоит на Осинской дороге (нынешний Пермский край) и на самой проезжей большой от Казани до Кунгура и до Исецкой провинцы дороги. Но по ревизии написаны не здесь (то естьв Сейтяково), а по д. Явметово (Староякшеево Балтачевского района), состоящей от большой дороги в стороне верстах в 15-ти»
VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1816), Һәйтәктә 94 башҡорт һәм 406 типтәр йәшәгән. 1834 йылда 136 башҡорт һәм 600 типтәр теркәлгән. Ҡайһы бер аҫаба башҡорттарҙың исемдәре: Әбделғәфәр Абдулҡаримов, Мәхмүтйәр Ғәбделсәттаров, Асфандиар Мөхтәсаров, Зәйнулла Баязитов, Абдулҡадир Әбделкәримов, Шәһимәрҙән Сәғдиев, Бикбау Афастунов.[2].
1843 йылда 136 башҡортта ни бары 120 бот ужым һәм 104 бот яҙғы һабан ашлыҡ сәселә. Ауылда тирмән булған. Халыҡ ат, һыйыр, һарыҡ (116) һәм кәзә (35) тотҡан.
1859 йылда (X ревизия) 181 башҡорт (33 йорт) иҫәпләнә. Типтәрҙәр йәшәгән урында түгел, ә электән теркәлгән урында (Иҫке Яҡшыйҙа) күрһәтелгән.
1906 йылда ауылда 295 йортта 1976 башҡорт һәм типтәр йәшәгән. 1906 йылда Һәйтәк Нөркәй улусы үҙәге тип һанала. Ике мәсеттә лә мәҙрәсә булған. Ҙур булмаған земство дауаханаһы асылған. Бында урыҫ-башҡорт земство мәктәбен асыу тәҡдим ителә, әммә халыҡтың христианлашыуынан ҡурҡҡан дин әһелдәре быға ҡаршы сыға. Земство мәктәбе мари ауылы Дүртекәйҙә төҙөлә.
Ауылда ике тимерлек һәм буяу оҫтаханаһы булған. Дүшәмбе көндәрендә баҙар, йылына бер тапҡыр йәрминкәләр үткәрелә (14 декабрь). 5 кеше аҙыҡ-түлек кибете тотҡан.[2].
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1-се Һәйтәк ауылында 525 башҡорт (93 йорт) һәм 2-се Һәйтәктә— 1841 татар теркәлгән (341 йорт). Ике ауыл да Иҫке Балтас ауылынан 10 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Октябрь революцияһынан һуң (ергә хосуси милек бөтөрөлгәс) XVIII быуатта типтәр ҡатламына күскән яһаҡ түләүсе татарҙарының вариҫтары кире типтәр ҡатламынан сыға.[2].
Совет осоронда ауылда мәктәп (1957 йылдан алып урта мәктәп), участка дауаханаһы эшләй, балалар баҡсаһы бар. Ике мәсет тә революциянан һуң ябыла. Ауылда мәсет ҡабаттан 1994 йылда асыла, хәҙер ваҡытта бында имам вазифаһын Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, билдәле рәссам Илдар Ихсан улы Ғаянов башҡара.
Эшкә яраҡлы халыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнә, төрлө учреждениеларҙа эшләй. Бында ҙур сусҡасылыҡ комплексы бар.
Сәйтәк (Һәйтәк) исеме «Сәйет» исеменең бер формаһы ( мәҫәлән, Ғәбдүк, Ишмәк тигән кеүек), ғәрәпсә «бәхетле», «уңышҡа өлгәшеүсе», ««хужа», «хаким»[3] Ҡырғыҙҙарҙың «Манас» эросының өсөнсө бүлеге «Сәйтәк» (ҡырғыҙҙар уны «тыныс әфәнде» тип аңлата) [4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 746 | 360 | 386 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 14 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 84 км
Урамдар
үҙгәртергәВысоковольтная урамы
Гагарин урамы
Жуков урамы
Индустриаль урам
Киров урамы
Колхоз урамы
Коммунистик урамы
Космонавттар урамы
Куйбышев урамы
Ленин урамы
Болон урамы
М. Гәрәев урамы
Октябрь урамы
Баҡса урамы
Салауат урамы
Совет урамы
Төҙөүселәр урамы
Фрунзе урамы
Үҙәк урам
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Ғаянов Илдар Ихсан улы (19.03.1957) — рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Ғаянов Зөфәр Ғаян улы( 1941-2015)— рәссам. М.Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһы Художество музейы директоры. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәПортал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |