Ҡарлыман (станция)
Ҡарлыман — Башҡортостан Республикаһының Куйбышев тимер юлының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылындағы тимер юл станцияһы. Станция Өфө — Дим — Ҡарлыман — Стәрлетамаҡ — Мораптал — Ырымбур һәм Өфө — Дим — Ҡарлыман — Инйәр — Белорет — Магнитогорск линияларында үҙәк станция булып тора. Димдән Ҡарлыманға тиклем участка ике юллы һәм даими 3 кВ ток менән электрлаштырылған. Инйәргә участка бер юллыҡ участка һәм даими 3 кВ ток менән электрлаштырылған, Стәрлетамаҡҡа участка бер юллыҡ һәм электрлаштырылмаған. Станция үҙ исемен яҡында урынлашҡан Ҡарлыман йылғаһы исеменән алған.
Ҡарлыман | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡырмыҫҡалы районы |
Хужаһы | Куйбышев тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1936 |
Киләһе туҡталыш | 42 км[d], 10 км[d] һәм Сахарозаводской[d] |
Тимер юл һыҙаты | Дёма — Карламан[d], Карламан — Белорецк[d] һәм Карламан — Мурапталово[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 652000[1] |
Урынлашыуы һәм инфраструктураһы
үҙгәртергәТимер юл станцияһы Ҡырмыҫҡалы районынының Ҡарлыман ауыл Советы Олокул ауылында урынлашҡан. Ике яҡтан станцияға автомобиль юлының инеү урыны бар: төньяҡ яҡтан бер — Фрунзе урамы буйлап, көньяҡ яҡтан — Октябрҙең 60 йыллығы урамы буйлап. Юлдар аша ер өҫтө йәйәүлеләр юлы бар[2].
Станция үҙәк булып тора, 5 юлы бар. Шулай уҡ ике тәпәш пассажирҙар платформаһы бар. Вокзал бинаһына йәнәшә платформала аҙыҡ-түлек магазины бар. Станцияның вокзалы бинаһы бер ҡатлы, эсендә ҙур булмаған зал, шулай уҡ билет кассаһы бар[3]. Станцияла башҡарылыусы коммерция операциялары: станцияның асыҡ майҙансыҡтарында һаҡлауға рөхсәт ителә торған йөктәрҙе оҙатыу һәм ҡабул итеү; тик инеү урындарында һәм дөйөм ҡулланылышта булмаған урындарҙа вагондарға тейәлә торған ваҡ йөктәрҙе ебәреү һәм вагонлы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү, бөтә пассажир поездарына ла билеттар һатыу. Багаждарҙы ҡабул итеү һәм биреү башҡарылмай[4]
Алыҫ араға йөрөүсе поездар
үҙгәртергә2020 йылдың мартына ҡарата Ҡарлыман станцияһы аша [5] алыҫ араға йөрөүсе ФПК № 675/676 Өфө — Сибай поезы (көн аша, шулай уҡ көн аша ВБС Мәскәү-Ҡазан — Магнитогорск) һәм Үзбәк тимер юлдарының № 381/382 Өфө — Ташкент (шәмбе һайын) һәм № 371/372 Өфө һәм Андижан (миҙгелле, шишәмбе) поезы йөрөй.
Ҡарлыман станцияһы аша үткән № 345/346 Адлер-Нижневартовск-Адлер поездары станцияла туҡтамай.
Өфөнән алып кирегә алыҫ араға йөрөүсе поездарҙың хәрәкәт итеү ваҡыты 1 сәғәт 5 минут тәшкил итә.
Өфө-Ташкент һәм Өфө-Анджижан йүнәлешендәге поездар хәрәкәте коронавирус таралыу ҡурҡынысы менән Үзбәк тимер юлдары ҡарары менән ваҡытлыса ғәмәлдән сығарыла[6]
Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте
үҙгәртергә№ поезд | Хәрәкәт маршруты | № поезд | Хәрәкәт маршрутын |
---|---|---|---|
381 | Өфө — Ташкент | 382 | Ташкент — Өфө |
675 | Өфө — Сибай | 676 | Сибай — Өфө |
Поездарҙың миҙгелле хәрәкәте
үҙгәртергә№ поезд | Хәрәкәт маршруты | № поезд | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
371 | Өфө — Андижан | 372 | Андижан — Өфө |
Элек Ҡарлыман станцияһы буйлап алыҫ араға йөрөүсе поездарҙың күләме күберәк була. Станция аша түбәндәге поездар йөрөгән:
Поезд | Хәрәкәте | Ҡуҙғалыу ваҡыты |
---|---|---|
- | Кумертау — Учалы | 2007 йылдан бөтөрөлә |
- | Учалы — Күмертау | 2007 йылдан бөтөрөлә |
- | Өфө — Ырымбур | 2010 йылдан бөтөрөлә |
- | Ырымбур — Өфө | 2010 йылдан бөтөрөлә |
- | Кумертау — Москва | 24.05.2012 йылдан бөтөрөлә |
- | Мәскәү — Кумертау | 24.05.2012 йылдан бөтөрөлә |
- | Кумертау — Санкт-Петербург | 10.2011 йылдан бөтөрөлә |
- | Кумертау-Нижневартовск | 24.05.2012 йылдан бөтөрөлә. |
- | Кумертау — Яңы Уренгой | 24.05.2012 йылдан бөтөрөлә |
610Й | Ульяновск — Ташкент | 2016 йылдан бөтөрөлә |
381Ь | Ташкент — Ульяновск | 2016 йылдан бөтөрөлә |
Ҡала яны хәрәкәте
үҙгәртергәҠарлыман станцияһы ҡала яны поездарының бер өлөшө өсөн һуңғы булып тора. 2020 йылдың мартына ҡарата ҡала яны хәрәкәте ЭД4М электропоездары, хәрәкәт шулай уҡ РА1 һәм РА2 рельс автобустары тарафынан түбәндәге йүнәлештәр буйынса башҡарыла:
- Өфө — Инйәр (көн һайын, 2 пар электропоезд, юл ваҡыты Өфөнән /Өфөгә тиклем — 1 сәғәт 17 минуттан алып 1 сәғәт 33 минутҡа тиклем, Инйәрҙән/Инйәргә тиклем — 2 сәғәт 15 минуттан алып 2 сәғәт 34 минутҡа тиклем)
- Стәрлетамаҡ — Ҡарлыман (көн һайын, 1 поезд Стәрлетамаҡ-Ҡарлыман һәм 2 поезд Ҡарлыман-Стәрлетамаҡ, юл ваҡыты 2 сәғәт 15 минут)
- Стәрлетамаҡ — Өфө (көн һайын, 1 пар поезд, юл ваҡыты Өфөнән/ Өфөгә тиклем 1 сәғәт 17 минуттан 1 сәғәт 33 минутҡа тиклем, Стәрлетамаҡтан/Стәрлетамаҡҡа тиклем — яҡынса 2 сәғәт 15 минут)
- Приуралье — Өфө (көн һайын, 1 иртәнге электропоезд, кирегә Өфө —Приуралье поезы юҡ)
Стәрлетамаҡ станцияһы буйлап ҡала яны поездарының ағымдағы расписаниеһын бында ҡарарға мөмкин:
Элек Ҡарламан станцияһы буйлап ҡала яны поездарының хәрәкәт күләме күберәк була. Түбәндәге составтар йөрөгән:
Поезд | Хәрәкәте | Ҡуҙғалыу ваҡыты | Туҡталыш |
---|---|---|---|
6243/6245/6246 | Кумертау — Уфа | 01.09.2014 йылда юҡҡа сығарыла. | - |
6241/6242/6244 | Уфа — Кумертау | 01.09.2014 йылдан юҡҡа сығарыла. | - |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://osm.sbin.ru/esr/esr:652000
- ↑ окрестности ж/д станции Карламан на Яндекс. Картах
- ↑ Железнодорожная станция Карламан на сайте ждвкозалы.рф
- ↑ Тарифное руководство № 4(недоступная ссылка)
- ↑ Расписание поездов дальнего следования по станции Карламан
- ↑ Узбекские железные дороги отменили поезда из Уфы в Ташкент и Андижан (15 марта 2020 г., ufacitynews.ru)
Тышҡы медиафайлдар |
---|