Фәтихов Хәлит Шәйех улы

баянсы Рәсәй, Өфө
(Хәлит Фәтихов битенән йүнәлтелде)

Фәтихов Хәлит Шәйех улы (20 март 1958 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).

Хәлит Фәтихов
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Фәтихов Хәлит
Шәйех улы

Тыуған

20 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы
Илеш районы
Исәмәт ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

музыкант

Инструменттар

баян

Коллективтар

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәлит Шәйех улы Фәтихов Илеш районындағы Исәмәт ауылында 1958 йылдың 20 мартында тыуған. 1978 йылдан алып Башҡорт дәүләт филармонияһының концертмейстеры булып эшләй. 1990 йылда Стәрлетамаҡта мәҙәни-мәғрифәт училищеһында уҡып сыҡҡан. Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм фиҙакәр хеҙмәте 1989 йылда — «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 2004 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр менән баһаланды.

Хәлит Фәтиховтың ижади һәләттәре һәм эшмәкәрлеге юғары профессионаллек, сағыу импровизация, виртуоз техника, ансамблде нескә тойоу менән айырылып тора. Ул — бик күп башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәренең баян өсөн эшкәртмәләре авторы. 1989 йылда Татар АССР-ында уҙғарылған Башҡорт АССР-ының әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Свердловск ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте байрамында ҡатнашҡан, 1997 һәм 2007 йылдарҙа — Мәскәүҙә, 2006 йылда Төркиәнең Истанбул ҡалаһында сығыш яһаған, СССР, Германия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә йөрөгән. 1997 йылда — Ҡазанда үткән «Татар йыры» халыҡ-ара конкурсында, 2008 йылда Өфөлә республикабыҙҙың филармониялар фестивалендә дипломант булған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә