14 июль
көнө
(14 июля битенән йүнәлтелде)
14 июль — григориан стиле буйынса йылдың 195-се (кәбисә йылында 196-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 170 көн ҡала.
14 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
14 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Ер: Олтораҡ көнө.
- Ираҡ: Республика көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡарағат көнө.
- Франция: Бастилияны алыу көнө.
- Көньяҡ Осетия: Тыныслыҡ урынлаштырыусылар көнө.
- 1738: Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылына нигеҙ һалына.
- 1860: Рәсәй империяһының Дәүләт банкы ойошторола.
тулы исемлек
- 1896: Түбәнге Новгородта Рәсәй империяһында эшләнгән тәүге автомобиль халыҡҡа күрһәтелә.
- 1897: Рәсәй империяһында йәкшәмбе рәсми нигеҙҙә ял көнө итеп иғлан ителә.
- 1939: Магадан ҡала статусын ала.
- 1967: Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһы төҙөлә.
- 1960: «Башҡортостандың ирекле янғын һүндереү республика ойошмаһы» эшләй башлай.
- 2007: Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа обелиск асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Некрасов Виктор Борисович (1925—26.07.2019), спортсы, тренер. 1993—2009 йылдарҙа Олимпия резервының Өфөләге 16-сы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), халыҡ-ара (1997), Бөтә Союз (1978) һәм республика (1961) категорияларындағы судья. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1987), СССР-ҙың физик культура отличнигы (1966). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Павлов Пётр Егорович (1925—8.09.1958), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсы, ҡыҙылармеец. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Петровка ауылынан.
тулы исемлек
- Бородавкин Пётр Петрович (1930), ғалим-инженер-гидротехник. 1960—1971 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962 йылдан газ һәм нефть үткәргестәр, газ һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү кафедраһы мөдире; 1971 йылдан Мәскәүҙәге хәҙерге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981 йылдан нефть һәм газ сәнәғәте ҡоролмаларын проектлауҙы автоматлаштырыу кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1976—1985 йылдарҙа инженер механикаһы факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1969), профессор (1970). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән 2002), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968). СССР газ сәнәғәтенең (1980) һәм СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙмәткәре. (1980). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1984), ике тапҡыр (1980, 1984) И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1984). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Тула районы Хамышки ауылынан.
- Дурасов Владимир Александрович (1935), инженер-металлург, дәүләт эшмәкәре. 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙың төҫлө металлургия министры, 1989—1991 йылдарҙы СССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР Министры. СССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Абдуллин Илгиз Ғәле улы (1940—18.07.2008), ғалим-инженер-механик. 1969—2008 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылдан материалдарҙы өйрәнеү һәм коррозиянан һаҡлау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан университеттың Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты директоры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983).
- Голованова Инесса Владимировна (1950), ғалим-геофизик. 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2006 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы (1950), ғалим-нейрохирург. 2003 йылдан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Баш клиник хәрби госпиталендә (Мәскәү) төп, 2013 йылдан – баш нейрохирург. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ефремов Фёдор Герасимович (1906—30.03.1972), нефть сығарыу тармағы эшмәкәре. 1950—1967 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965). Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1959), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1951, 1966) ордендары кавалеры. Бөрө ҡалаһының почётлы гражданы.
- Шафиҡов Ивний Вәхит улы (1936), ауыл хужалығы һәм фән ветераны, ғалим-умартасы. 1981—2002 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 2003-2007 йылдарҙа Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1978), доцент (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әбдрәхим ауылынан.
тулы исемлек
- Александренко Галина Васильевна (1956), СССР биатлонсыһы, СССР чемпионы (1981) һәм призеры, биатлон буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983).
- Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы (1976), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Рәсәй гроссмейстеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Саламатов Мансур Ғәзиз улы (1902—21.0.1970, өзләү оҫтаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1931—1962 йылдарҙа Хәйбулла районы М. И. Калинин исемендәге колхоз хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1941 йылға тиклем — бригадир; 1945—1953 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинаты эшсеһе. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Байғусҡар ауылынан.
- Ғилемханов Заһит Ғилемхан улы (1932—4.03.2000), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1964 йылдан Дүртөйлө районы «Победа» колхозы бригадиры, 1966 йылдан — зоотехник, 1984—1987 йылдарҙа рәйес урынбаҫары; 1975—1984 йылдарҙа Калинин исемендәге колхоз рәйесе; 1987—1992 йылдарҙа Иҫке Яндыҙ ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Яндыҙ ауылынан.
тулы исемлек
- Мәмәтов Әнүәр Фәризун улы (1937—15.07.2012), ғалим-орнитолог. 1964 йылдан Сибай педагогия училищеһы, 1970 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғари һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Агеев Әнүәр Ғабдулла улы (1947), спорт өлкәһе ветераны, еңел атлетика буйынса тренер. 1969 йылдан Өфөнөң 2-се Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтенең еңел атлетика буйынса Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, 1988 йылдан — СССР йыйылма командаһы тренеры, 1990 йылдан — республика Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең инструктор-методисы. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992). Сығышы менән хәҙерге Коми Республикаһының Ижма ҡасабаһынан.
- Исҡужина Клара Фәтхулла ҡыҙы (1947), сауҙа ветераны. 1977—1997 йылдарҙа Хәйбулла районы Степной ауылы кибете һатыусыһы. Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1985), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1983). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Аллаяров Зиннәт Абдулла улы (1957), педагогик һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-педагог. 2003 йылдан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры; 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры. 2010 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Өҙлөкһөҙ белем биреү департаменты директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2006).
- Ҡужагилдин Рәйес Иҙрис улы (1962), эске эштәр органдары ветераны. 1982—2008 йылдарҙа Хәйбулла районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре, милиция подполковнигы (2003). Милиция отличнигы (1994).
- Ҡәйепова Зөлфиә Ҡәүәм ҡыҙы (1962), педагог. 1979 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1995 йылдан Аҡъярҙағы 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ҡәйепов Рәмил Һөйөндөк улы (1977), ғалим-иҡтисадсы, банк хеҙмәткәре. 2007 йылдан МТС-Банктың Өфө филиалы идарасыһы урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Маҡан ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Латыпов Ҡотдос Ҡәниф улы (1923—23.12.2016), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, штурмовик-осоусы, авиация полковнигы (1967). Советтар Союзы Геройы (1946). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылынан.
- Танһыҡҡужин Аҡбирҙе Хәйретдин улы (1928—23.02.2000), механизатор. 1946—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1979), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1979). Сығышы менән ошо райондың Муллаҡай ауылынан.
тулы исемлек
- Дятлов Виктор Иванович (1948), журналист, «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең элекке баш мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенән.
- Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы (1948), юл һалыусы. 1996—2014 йылдарҙа Нефтекамалағы «822-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юл һалыусыһы (2001).
- Шәғәлимова Зөлфиә Байтулла ҡыҙы (1953), педагог, күп балалы әсә. 1975 йылдан Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт мәктәбе уҡытыусыһы, 2012—2013 йылдарҙа — директоры. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1993), 2-се дәрәжә Әсәлек миҙалы менән бүләкләнеүсе (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының Абзай ауылынан.
- Зинин Виктор Николаевич (1963), инженер-технолог. 1987 йылдан Дүртөйлө халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығы инженеры, начальник урынбаҫары, баш инженеры, цех начальнигы; 1992 йылдан «Полюс», 2000 йылдан — «Прогресс+» предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Бедеева Поляна ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы (1894—15.06.1957), инженер-энергетик, Башҡорт милли хәрәкәтенең Башҡортостан автономияһы өсөн әүҙем көрәшкән эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт армияһы офицеры, 1923–1928 йылдарҙа Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллеге хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Бродская Валентина Егоровна (1939), театр актёры. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016).
тулы исемлек
- Хисмәтуллина Миңлебикә Нурлығаян ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны. 1959–1995 йылдарҙа Кушнаренко райпоһының магазин мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1982).
- Аҡсарова Мәһинур Нафиҡ ҡыҙы (1969), малсылыҡ алдынғыһы. Көйөргәҙе районы «Искра» кооперативының машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән ошо райондың Ҡотлоюл ауылынан.
- Сафонова (Балдина) Ольга Ивановна (1969), спортсы, тренер. Өфөләге Олимпия резервының 26-сы балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе уҡытыусыһы. Атыу буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1800: Жан Дюма, Франция ғалимы, органик химияға нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1860: Василий Величко, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, шағир.
- 1890: Осип Цадкин, Франция скульпторы, авангардист.
- 1910: Уильям Ханна, АҠШ мультипликаторы, режиссёр һәм продюсер, Том һәм Джерри тураһындағы фильм авторҙарының береһе.
- 1918: Ингмар Бергман, Швецияның театр һәм кино режиссёры, сценарист һәм яҙыусы.
- 1945: Пабло Форлан, Уругвай футболсыһы, тренер, Көньяҡ Американың 1967 йылғы чемпионы.
- 1960: Полина Дашкова (төп исеме Татьяна Поляченко), Рәсәй яҙыусыһы.
- 1975: Taboo, АҠШ рэперы, «The Black Eyed Peas» төркөмө солисы.