Павлов Пётр Егорович

Петр Егорович Павлов (14 июль 1925 йыл8 сентябрь 1958 йыл) — 1341-се уҡсылар полкы уҡсыһы (3-сө Белорус фронты, 43-сө армия, 319-сы уҡсылар дивизияһы), ҡыҙылармеец, Советтар Союзы Геройы.

Павлов Пётр Егорович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 июль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (33 йәш)
Вафат булған урыны Бахмач[d], Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Силәбе
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Петр Егорович Павлов 1925 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Петровка ауылында тыуа. Атаһы Егор Дмитриевич, колхозда балта оҫтаһы булып эшләй, ә әсәһе, Евдокия Ильинична, мәктәптә йыйыштырыусы була.

1932 йылда Петр Егорович Петровка ете йыллыҡ мәктәбенең 1-се класына уҡырға инә. Мәктәпте тамамлағас, 1939 йылда Свердловск ҡалаһында профтехучилищела (ФЗО) уҡый. Экскаваторщик һәм шофер һөнәре ала, училищены тамамлағандан һуң һөнәре буйынса эшләй.

1943 йылдың ғинуарында Свердловск өлкәһенең Карпинский райвоенкоматы таарфынан Ҡыҙыл армияға саҡырыла. 1943 йылдың февраленән ғәмәлдәге армияла.

Ҡыҙылармеец П. Е. Павлов. 1945 йылдың 7 апрелендә Кенигсберг өсөн алышта гитлерсыларҙың оборонаһын өҙөүҙә айырылып тора.

Кенигсберг өсөн алыштарҙың береһендә ҡаты яралана. Табиптарға уның йөрәге эргәһендәге снаряд ярсығын алыу мөмкин булмай. Ул ошо ярсыҡ менән 13 йыл тиерлек йәшәй.

1945 йылда инвалидлыҡ буйынса демобилизациялана. Табиптар уны физик эштәрҙән тыя.

Петр Егорович тыуған ауылына ҡайта. Клуб мөдире булып эшләй. Һуңынан Силәбе ҡалаһына күсенә. Силәбе трактор заводында эшләй.

Петр Егорович 1958 йылдың 8 сентябрендә Сумы өлкәһенең Бахмач станцияһында дауаланыуға китеп барғанда юлда вафат була. Силәбе ҡалаһында ерләнә.


1945 йылдың 19 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн ҡыҙылармеец Петр Егорович Павловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 8749) тапшырыла[1].

Наградалары

үҙгәртергә
  • Калининград ҡалаһында бер урам Герой исемен йөрөтә.
  • 1962 йылда Силәбе ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Петр Егорович Павловҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 45, л. 4).
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 36, л. 88, 89).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 2838, л. 3, 91, 92).
  4. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 2557, л. 2).

Һылтанмалар

үҙгәртергә