Дурасов Владимир Александрович
Дурасов Владимир Александрович (14 июль 1935 йыл, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Күгәрсен ауылы) — совет дәүләт эшмәкәре. 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙың төҫлө металлургия министры, 1989—1991 йылдарҙы СССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР Министры. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Дурасов Владимир Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 14 июль 1935 |
Вафат булған көнө | 4 май 2020 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1958 йылда С. М. Киров исемендәге Урал политехник институтын — инженер-металлург һөнәре буйынса, ә 1980 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын «иҡтисад, планлаштырыу һәм халыҡ хужалығына идара итеүҙе ойоштороу» һөнәре буйынса тамамлай.
- 1958—1959 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Урал металлургия институты филиалының кесе ғилми хеҙмәткәре.
- 1959—1968 йылдарҙа — шахта мейесе мастеры, начальник урынбаҫары, шахта участкаһында өлкән мастер, шахта начальнигы, Ырымбур өлкәһенең Орск ҡала «Южуралникель» комбинатындағы иретеү цехының шахта участкаһы начальнигы.
- 1968—1975 йылдарҙа — директорҙың иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары,
- 1975—1978 йылдарҙа — «Южуралникель» комбинаты директоры (Ырымбур өлкәһе, Орск ҡалаһы)
- 1978—1980 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһы тыңлаусыһы.
- 1980 йылда — СССР-ҙың Төҫлө металлургия министрлығының план-иҡтисад идаралығы начальнигы урынбаҫары.
- 1980—1983 йылдарҙа — СССР-ҙың Төҫлө металлургия министрлығының икенсел төҫлө металлургия Бөтә Союз сәнәғәт берекмәһе (Союзвторцветмет) начальнигы урынбаҫары.
- 1983—1986 йылдарҙа— КПСС Үҙәк Комитетының энергетика һәм сәнәғәт бүлеге мөдире урынбаҫары.
- 1986—1989 йылдарҙа — СССР-ҙың төҫлө металлургия министры.
- 1989-1991 йылдарҙа — СССР Госпланы рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР Министры.
- 1991 йылдан — СССР-ҙың иҡтисад һәм күҙаллау министрының беренсе урынбаҫары,
1992 йылдан алып — Халыҡ-ара хосусилаштырыу һәм инвестиция фонды рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг./ Сост. В. И. Ивкин. — М.: «Российская политическая энциклопедия», 1999 г.