Бөрө (ҡала)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы ҡалаһы
(Бөрө ҡалаһы битенән йүнәлтелде)

Бөрө ҡалаһыБашҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһе, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. Халҡы — 41635 кеше.

Бөрө
Бөрө
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1663
Рәсем
Рәсми атамаһы Бөрө
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Бөрө районы, Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1], Бөрө кантоны һәм Бөрө өйәҙе
Административ-территориаль берәмек Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1], Бөрө районы, Бөрө кантоны һәм Бөрө өйәҙе
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 44 295 кеше (2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 160 метр
Майҙан 97,31 км²
Почта индексы 452450–452455
Рәсми сайт admbirsk.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1455
Урындағы телефон коды 34784
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Бөрөлә ерләнгәндәр[d]
Карта
 Бөрө Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Бөрө йылғаһының исеменән барлыҡҡа килгән. «Энциклопедический лексикон» (1836) хеҙмәтенә ярашлы, башҡорттар был йылғаны «Бүре һыуы» тип атағандар[3][4].

Ҡаланы 1663 йылда батша Алексей Михайлович әмере буйынса Өфө воеводаһы Ф. И. Сомов һалдыра башлай. Ҡала, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, хозур тәбиғәтле был төбәктәргә күпләп килеп ултыра башлаған урыҫтарҙың яңынан-яңы ерҙәргә хужа булып, унда ауылдар, сиркәүҙәр һалдырыуына ризаһыҙ башҡорттар яндырған Архангельский ауылы урынында ҡалҡып сыға. Өфөнән 98 км төньяҡта урынлашҡан ҡәлғә-ҡала төбәктәге һыу юлдарын да, ҡоро ер юлдарын да контролдә тота.

XVIII быуаттың икенсе яртыһына тиклем ул батша дәүләтенең көнсығыштағы форпосы була.

1774 йылда Салауат Юлаев етәкселегендәге башҡорттар Бөрөнө штурм менән ала һәм, янғын сығып, ҡала бөтөнләй янып бөтә яҙа. Ике йылдан ул ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыла.

Ҡала Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе үҙәге булды.

1774 йылда ҡалала 437 йорт, 1 897 ир заты, 1 949 ҡатын-ҡыҙ, өс сиркәү, өс училище, ҡыҙҙар гимназияһы, шәхси китапхана, бер дауахана, хатта төрмәһе лә була. 1781 йылда өйәҙ ҡалаһы статусын ала.

1897 йылғы отчетта Бөрөлә таҡта ярыу, тире иләү күн, шарап ҡыуыу заводтары, пар тирмәндәре һ. б. эшкәртеү предприятиелары булыуы әйтелә. 1882 йылда урыҫ булмаған халыҡтар өсөн йәнә бер сиркәү төҙөлә, ул батша хөкүмәтенең урыҫлаштырыу сәйәсәтен үткәреүгә әүҙем булышлыҡ итә. Хәҙер был бинала тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 34735 15011 19724 43,2% 56,8%
2002 йыл 9 октябрь 39992 17542 22450 43,9% 56,1%
2010 йыл 14 октябрь 41635 18320 23315 44,0 56,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡалала еңел, урман эшкәртеү, аҙыҡ етештереү сәнәғәте тармаҡтары үҫеш алды. XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап, ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында нефть-газ эҙләү базаһына әйләнде.

Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:

  • «Спектр» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
  • электр механика приборҙары заводы
  • тегеү фабрикаһы
  • трикотаж фабрикаһы
  • ҡоро һөт комбинаты
  • ит комбинаты
  • икмәк заводы

Барлыҡ предприятияларҙа банкрот хәлендә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  3. Бирь // Энциклопедический лексикон. Том VI: БИН—БРА. СПб, 1836. — С. 37.
  4. Поспелов Евгений Михайлович. Географические названия России: топонимический словарь. — Москва: АСТ; Астрель, 2008.. — С. 109. — 523 с. — ISBN 978-5-17-054966-5.
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Ахунйәнов Әнүәр Мәхмүт улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2019)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Борисова Нинель Андреевна 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2018)
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Пегишев Юрий Петрович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә