Әсәлек миҙалы 1944 йылдың 8 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы булдырыла. Миҙалдың ике дәрәжәһе бар. II дәрәжә Әсәлек миҙалы менән биш бала тыуҙырған һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә; I дәрәжә Әсәлек миҙалы менән алты бала тыуҙырған һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә.

Әсәлек миҙалы
Нигеҙләү датаһы 8 июль 1944
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә «Әсәлек даны» ордены
Диаметр 29 миллиметр
Һаны 13 000 000
 Әсәлек миҙалы Викимилектә

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата I һәм II дәрәжә Әсәлек миҙалы менән 13,15 миллионға яҡын ҡатын-ҡыҙ бүләкләнгән.

Миҙал рәссам Н. Н. Жуковтың проекты буйынса башҡарыла[1].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Миҙалдың формаһы — теүәл түңәрәк, диаметры — 29 мм. Миҙалдың алғы яғында әсәнең һәм баланың профилле билгә тиклемге һүрәте. Миҙалдың үрге һул яғында — таралған нурҙар менән ҡабарынҡы йондоҙ. Миҙалдың әйләнеше буйлап тар ғына лавр тажы. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә — «СССР» яҙыулы таҫма. Миҙалдағы бөтә һүрәттәр һәм яҙыуҙар ҡабарынҡы эшләнгән. Артҡы яғында уртала ураҡ һәм сүкеш һүрәте, өҫкө яҡта түңәрәк буйлап — «Медаль» һүҙе һәм аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап — «материнства» һүҙе. I дәрәжә миҙал 925 келәймәле көмөштән яһалған унда көмөш күләме — 16,60 г. Ҡалыпһыҙ беренсе дәрәжә миҙалдың ауырлығы — 17,453±0,62. II дәрәжә миҙалы бронзанан (аҡ ҡурған ҡушылған баҡыр иретмәһе) эшләнгән.

Миҙал тураһында Положение үҙгәртергә

Әсәлек миҙалы менәнбиш һәм алты бала тыуҙырған һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә.

Әсәлек миҙалы менән бүләкләү союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Юғары Советтары Президиумдары указдарына ярашлы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы исеменән бирелә.

Әсәлек миҙалы ике дәрәжәнән тора:

  • I дәрәжә «Әсәлек миҙалы»
  • II дәрәжә «Әсәлек миҙалы»

I дәрәжә миҙалдың юғары дәрәжәһе була.

  • II дәрәжә Әсәлек миҙалы менән биш бала тыуҙырған һәм тәрбиәләгән әсәләр,
  • I дәрәжә миҙалы менән алты бала тыуҙырған һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә.

Тейешле дәрәжәле әсәлек миҙалы менән бүләкләү аҙаҡҡы балаға бер йәш һәм әсәнең ҡалған балалары иҫән булған саҡта башҡарыла. Әсәлек миҙалы менән бүләкләгән саҡта шулай уҡ

  • әсә тарафынан закон тәртибе буйынса уллыҡҡа алынған балалар;
  • СССР һағында йәки башҡа хәрби хеҙмәт бурысын үтәү ваҡытында, йәки кеше ғүмерен ҡотҡарыу, социалистик милекте һәм социалистик хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса СССР гражданлыҡ бурысын үтәгәндә, шулай уҡ күрһәтелгән шарттарҙа яраланыу, контузиялау, йәрәхәтләнеү йәки ауырыу, йәки хеҙмәт йәрәхәтләнеүе һәм профессиональ ауырыу сәбәпле вафат булған йәки хәбәрһеҙ юғалған балалар иҫәпкә алына.

Алты балаһы булған әсәләр бер генә I дәрәжә Әсәлек миҙалы менән бүләкләнә.

I һәм II дәрәжә Әсәлек миҙалы күкрәктең һуң яғында йөрөтөлә һәм, бүләкләнеүсенең башҡа ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта, уларҙың янында йәки уларҙан аҫтараҡ урынлаштырыла.

Әсәлек миҙалы (танытмаһы менән бергә) әсә вафат булған осраҡта ғаиләлә иҫтәлек булараҡ ҡалдырыла.[2]

Һүрәттәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Балязин В. Н. За подвиг ратный и трудовой. — М: Просвещение, 1987. — С. 194.
  2. Положение о медали «Медаль Материнства» (утверждено Указом Президиума Верховного Совета СССР от 18.08.1944 г.)(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 90—91. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 69—70.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә