Әбдрәхим (рус. Абдрахимово) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Йонос ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 452563, ОКАТО коды — 80242850003.

Ауыл
Абдрахимово
башҡ. Әбдрәхим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Мәсетле районы

Ауыл биләмәһе

Йонос ауыл Советы

Координаталар

55°49′32″ с. ш. 58°19′18″ в. д.HGЯO

Халҡы

324[1] кеше (2010)

Почта индексы

452563

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 242 850 003

Код ОКТМО

80 642 450 111

Абдрахимово (Рәсәй)
Абдрахимово
Абдрахимово

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 15 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йонос): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 155 км

Әбдрәхим ауылы Әй йылғаһының уң ярында, район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан көньяҡҡа табан һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 155 километрҙа урынлашҡан[2].

Әбдрәхим (Заһим) ауылына Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә XVIII быуат башында нигеҙ һалған.

17351740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыу барышында яндырыла, һуңынан тергеҙелә.

Ауыл тәүге төпләнеүсе Әбдрәхим батыр исеме менән аталған. Риүәйәт буйынса, халыҡ Әбдрәхимде ғәҙәттән тыш көскә эйә булғаны өсөн (заһим (фарсы телендә «ғәҙәти булмаған», «көслө» тигәнде аңлата), шулай атаған. Ауыл шулай уҡ Миҙәт булараҡ билдәле булған. Ауылдың икенсе исеме — Миҙәт — исеменән сығарылған, уның барлыҡҡа килеүен асыҡлай алманыҡ: тәүге яртыһында ауылда Миҙәт исемле кеше булмаған. Дыуан улусынан старшина Миндияр Арҡаевтың улы Пугачёв полковнигы Миҙәт Миңдияровтың (гәзит биттәрендә шулай яҙылһа ла) Ҡошсо улусы ауылы атамаһына ҡағылышы юҡ.

Әгәр тәүге төпләнеүсе Әбдрәхимдең улы Солтан Әбдрәхимов 1732—1818 йылдарҙа йәшәһә, ошо исем аҫтындағы ауыл XVIII быуаттарҙың 30-сы йылдарына тиклем барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип раҫларға мөмкин.

Беҙгә 1735—1740 йылдарҙа хөкүмәт ғәскәрҙәренең ҡырғын акциялары ваҡытында юҡ ителгән барлыҡ башҡорт торама пункттарының яҙмышы билдәле. Шуға күрә Әбдрәхим ауылы ғына түгел, башҡа бик күптәр ҙә элекке йәки яңы урындарҙа тергеҙелде. Солтан Әбдрәхимовтың улдары Ғөбәйҙулла Солтанов (1767—1826), уның улдары Сәғәҙин (уның улы — Илсеғол), Ҡотлоҡәҙәм; Фәйзулла Солтанов (1778—1851), уның улы Кәлимулла (уның улы Зәйнулла), Төхвәтулла (уның улы Хисмәтулла), Ғәйнулла, Баймөхәмәт Солтановтар йорт старшиналары булып хеҙмәт иткән һәм йорт яҫауылдары булған.

1795 йылда Әбдрәхим ауылындағы 15 йортта 78 кеше, 1816 йылда — 22 йортта 149 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

1842 йылда Әбдрәхимдә 152 кешегә 41 сирек ужым һәм 251 сирек яҙғы иген сәселгән. Картуф сәсеү әлегә таралмаған[3][4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Ҡошсо улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Ҡошсо улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан)   РСФСР
1926 Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Йонос ауыл Советы Мәсетле районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Йонос ауыл Советы Мәсетле районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Йонос ауыл Советы Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылда Әбдрәхим ауылындағы 46 йортонда 236 кеше, 1865 йылда 44 йортта 248, 1895 йылда — 62 йортта 376 кеше йәшәгән.

XIX быуат аҙағында Әбдрәхимдә 4 һуҡҡыс һәм 2 елгәргес булған. 29 йортта 147 ат, 106 һыйыр, 140 һарыҡ, 29 кәзә аҫырағандар. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 11 умарта һәм 4 солоҡ булған[5][6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда шулай уҡ бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылда 98 йортта 567 кеше йәшәгән[7].

Әлеге ваҡытта Әбдрәхим ауылында Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһының филиалы — Әбдрәхим төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[8].

Әбдрәхим ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Халыҡ иҫәбе
19892002[9]2009[9]2010[1]
261326321324


Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица))
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская (улица))
  • Ҡыҙыл Байраҡ урамы (рус.  Красного Знамени (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица))
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица))
[10]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 194—195 с. (История д. Тугузлы)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Әбдрәхим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 556. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Сборник статистических сведений по Уфимской губер­нии. Т. 6. Златоустовский уезд. С. 36. Башкортостан. 21 ноября 1998. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345, 4485. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. С. 12—19
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Әбдрәхим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Әбдрәхим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. 9,0 9,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  10. Карта д. Абдрахимово. Улица

Ҡалып:Мечетлинский район Башкортостана