Ефремов Фёдор Герасимович

нефть һәм газ сығарыу тармағы эшмәкәре

Ефремов Фёдор Герасимович (14 июль 1906 йыл — 30 март 1972 йыл) — нефть сығарыу тармағы эшмәкәре. 1950—1967 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965). Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1959), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1951, 1966) ордендары кавалеры. Бөрө ҡалаһының почётлы гражданы.

Ефремов Фёдор Герасимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 (14) июль 1906
Тыуған урыны Рузвель[d], Наровчатский өйәҙе[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 30 март 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө нефть сығарыу
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Сталин премияһы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Фёдор Герасимович Ефремов 1906 йылдың 1 (14) июлендә Пенза губернаһының Рузвель ауылында тыуған (хәҙер Пенза өлкәһе Наровчаты районы).

1939 йылда Баҡы сәнәғәт академияһын тамамлай. Артабан Әзербайжан ССР-ы һәм Үзбәк ССР-ының нефть промыслаларында эшләй: 1947 йылдан — баш инженер, «Татнефтегазразведка» тресы идарасыһы, 1950—1967 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресы идарасыһы.

Башҡортостан биләмәләрендә Арлан, Сытырман, Тәтешле, Уръябаш нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. 60‑сы йылдарҙа тәрән скважиналарҙы (3000 м ашыу) быраулау, нефть промыслаларында мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешле күсмә объекттар урынлаштырыу эштәрендә туранан-тура ҡатнаша. Татарстандағы Ромашкинский нефть ятҡылығын асыусыларҙың береһе.

1972 йылдың 30 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • эре яңы нефть ятҡылыҡтарын асыуы өсөн икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950)
  • Ленин ордены (1959)
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948, 1951, 1966)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965)
  • Бөрө ҡалаһының почётлы гражданы

Һылтанмалар үҙгәртергә