Светофо́р (рус. яҡтылыҡ һәм грек. φορός — «алып барыусы») — мәғлүмәт биреүсе оптик яҡтылыҡ ҡоролмаһы. Светофор төрлө хәрәкәттәрҙе көйләй. Механик транспорт сараларының, йәйәүлеләрҙең хәрәкәттәрен көйләһә, шулай уҡ локомотивтарҙа поездар хәрәкәтен, йылғала һәм диңгеҙҙәрҙә судноларҙы, шулай уҡ троллейбус, автобус һәм трамвайҙар өсөн махсус светофорҙар бар.

Светофор
Яҡтылыҡ диодтары менән светофор
Тимер юлы светофоры ике һары һәм йәшел яҡтылыҡ менән яҡтыртылыусы һыҙатлы светофор

БДБ илдәрендә светофорҙар ҡалаларҙың муниципаль мөлкәте булып тора.

Беренсе светофор Лондон ҡалаһының Бөйөк Британия парламенты бинаһы янында 1868 йылдың 10 декабрендә ҡуйыла. Уны уйлап табыусы — Джон Пик Найт. Ул тимер юлы семафорҙары оҫтаһы булған. Светофор ҡул ярҙамында эшләгән. Ике семафор уғынан торған. Горизонталь рәүештә булһа «туҡтарға», ә 45° ауыштырылһа һаҡланып ҡына хәрәкәтләнергә. Ҡараңғы ваҡытта өйрәлтмәле газ менән эшләгән яҡтыртҡыс (фонарь) ҡулланылған. Уның ярҙамында ҡыҙыл һәм йәшел төҫтәр яҡтыртылған. Светофор урам аша үткәндә йәйәүлеләргә еңеллек өсөе ҡулланылған. Уның уттары транспорт сараларын иҫкәртеү өсөн булған. Йәйәүлеләр сыҡҡан осорҙа транспорт саралары туҡтап торған. 1869 йылдың 2 ғинуарында газлы светофор шартлаған. Шартлаған саҡта уны көйләүсе полицсмен (полиция хеҙмәткәре) яра алған.

Беренсе автоматик светофор булып Чикаголағы светофор иҫәпләнә (АҠШ). Уны ошо ҡала кеше Эрнест Сиррин эшләй һәм патенлыҡ ала. Унда ике Stop һәм Proceed тигән яҙыуҙар булған.

Беренсе электр светафорын АҠШ-тың Юта штатынан Солт-Лейк-Сити кешеһе Лестер Вайр уйлап таба. Ул уйлап таба, тик патентламай. Ул ике төҫтәге (йәшел һәм ҡыҙыл) түңәрәктәрҙән торған.

1914 йылдың 5 авгусында Кливлендта Америка светофор компаниеһы Джеймс Хог конструкцияһы буйынса 105-се урам менән Эвклид киҫелешендә дүрт электр светофоры ҡуйыла.

1920 йылдан өс төҫтәге светофорҙар ҡулланышҡа инә. Уның авторҙары, Уильям Поттс (ингл. William Potts) һәм Джон Ф. Харрис (ингл. John F. Harriss).

Европала беренсе аналогик светофорҙар 1922 йылдан ҡулланыла башлай. Улар Парижда, Севастополдә, Гамбургта ҡуйыла.

Светофорҙар төрҙәре

үҙгәртергә

Урам һәм юл светофорҙары

үҙгәртергә

Автомобиль светофорҙары

үҙгәртергә

Иңтаралған светофор төрҙәәре өс төҫтән тора: ҡыҙыл, һары(0,5-1 сек. яна) һәм йәшел. Күп кенә илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә һары урынына һарығыҙыл төҫ тә ҡулланыла. Сигналдар вертикаль һәм горизонталь рәүештә ҡуйылырға мөмкин. Вертикаль светофорҙарҙа йәшел аҫта торһа, горизанталь светофорҙарҙа йәшел төҫ уң яҡта урынлаштырыла. Башҡа төрлө светофорҙар ҡуйылмаған осраҡта ошондай светофорҙар бәҡтә төр хәрәкәт өсөн дә ҡулланыла. Ҡайһы саҡтарҙа светофорға өҫтәлмә сигналдар ҙа ҡуйыла. Шулай уҡ ваҡытты күрһәтеүсе таблолар ҙа ҡуйылырға мөмкин.

Бар ерҙә лә киң таралған төп светофорҙар:

  • ҡыҙыл төҫ туҡталыу һыҙатыннан (әгәр ҙә ул светофор янында һыҙылмаған осраҡта) һәм алда светофор һаҡлаусы участокка ҡәҙәре торған транспорт сараһынаса тыя,
  • һары— туҡталыу һыҙатына үткәрә, тик тиҙлекте яйайтыуҙы һәм ҡыҙыл төҫ яныуға әҙерлекте талап итә,
  • йәшел— шул юлда рөхсәт ителгән тейешле тиҙлектә хәрәкәт итеүҙе рөхсәт итә.


  • Ҡайһы бер светофорҙарҙа аҡһыл төҫтәге бер йәки ике ут өҫтәлергә мөмкин. Ул стандарт булмаған юлдарҙа ҡуйыла. Әйтәйек, трамвай юлы магистраль уртаһынан барып, юл ситенә сыҡҡанда.

Шулай уҡ ике төҫтән (ҡыҙыл һәм йәшел) генә торған светофорҙар ҙа була. Бындәй светофорҙар ҡайҙалыр кереүҙе йәки сығыуҙы көйләй. Мәҫәлән, ил сиген сыҡҡанда, автоҡуйыуға(автостоянка) кергән йәки сығған урында, һаҡланыусы биләмәләр янында һ б.

Уҡтар һәм уҡ секциялары

үҙгәртергә
 
Өҫтәлмә секциялы светафор
 
«Һәр саҡ яныусы» йәшел секция (Киев, 2008)

Светофорҙарҙа өҫтәлмә секциялар булырға мөмкин. Улар уҡ һымаҡ формала була һәм йүнәлеште билдәләй.

  • Контурлы ҡыҙыл(йәшел, һары) төҫтәге уҡ фоныында — был ҡәҙимге светофор. Бер тәғәйен хәрәкәт итеүсе яҡҡа ғына ғәмәлдә була.
  • Ҡара фондағы тоташ йәшел уҡ аша сығыу өсөн рөхсәт итә. Тик ул өҫтөнлөк бирмәй.[1][2][3].

Емелдәп тороусы ҡыҙыл төҫтәге светофор

үҙгәртергә

Был светофор трамвайҙар йөрөгән юлды ҡаплап тороусы булараҡ , айырмалы күперҙәрҙә, осҡостарҙың(самолет) осоу-ултырыу һыҙаттары янында аэропорттарҙа ҡулланыла. Шулай уҡ оҡшаш светофорҙар тимер юлдарҙы аша сыҡҡан ерҙәрҙә ҡулланыла.

Тимер юлдарын аша сыҡҡан ерҙәрҙә ҡуйылған светофорҙар

үҙгәртергә
  • Ике алмашлап емелдәүсе сигналдар -тимер юлы аша үтеү тыйыла. Был сигналдар менән бер юлы тауышлы сигнал да була(зыңғырлау).
  • емелдәп тороусы аҡһыл төҫтәге светофор техник системаның һәйбәт эшләүен һәм тимер юлы аша хәүефһеҙ сығырға мөмкинлекте белдерә[4][5].

Йүнәлеште үҙгәртә торған светофорҙар

үҙгәртергә
 
Йүнәлеште үҙгәртә торған светофор
  • ҡыҙыл Х- билдәһе һыҙат буйынса хәрәкәт итеүҙе тыя;
  • аҫҡа ҡаратылған йәшел уҡ, һыҙат буйынса хәрәкәтләнергә рөхсәт итә;
  • өҫтәлмә һары төҫтәге диоганаль уҡ һыҙат эшмәкәрлегенең алмашыныуын һәм ҡайһы яҡтан хәрәкәтләнергә мөмкинлекте күрһәтә.

Йәйәүлеләр өсөн светофорҙар

үҙгәртергә
 
Норвегиялағы йәйәүлеләр өсөн светофор
 
Яҡтылыҡ диодлы светофор
 
Сувенирҙар Светофор кеше
 
(аудио)
Торянсэ
noicon
Япония светофорында балалар өсөн яҙылған «Торянсэ» («Рәхим итегеҙ, үтегеҙ») йыры яҙмаһы.
Помощь по воспроизведению

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә