Нил Олден Армстронг (5 август 1930 йыл — 25 август 2012 йыл) — Америка астронавы, лётчик-һынаусы, аэрокосмос инженеры, университет профессоры, АҠШ-тың Хәрби-диңгеҙ флоты лётчигы һәм Айға аяҡ баҫҡан беренсе кеше.

Нил Армстронг
Neil Armstrong
Армстронг 1969 йылда
Армстронг 1969 йылда
Иле:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Экспедициялары:

Джемини-8, Аполлон-11

Тыуған ваҡыты:

5 август 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Уапаконета, Огайо, АҠШ

Вафат булыу датаһы:

25 август 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булыу урыны:

Цинциннати, Огайо, АҠШ

Наградалары:

Авиация миҙалы, Азатлыҡ Президент миҙалы

Ҡалып:Медаль за выдающуюся службу (НАСА) Ҡалып:Космическая медаль почёта Конгресса
Президент Азатлыҡ миҙалы
Президент Азатлыҡ миҙалы
Air Миҙал
Air Миҙал

1969 йылдың 20 июлендә Нил Армстронг һәм Базз Алдрин Saturn V ракетаһы ярҙамында Айға осоролған бәләкәй генә космос карабында Айға төшә. Ракета «Apollon-11» тип атала. Улар икеһе лә Айҙа атлайҙар, һәм миллионлаған кеше уларҙы телевизорҙан күрә. Пардью университетында авиацион техника өлкәһендә «техник фәндәр бакалавры» дәрәжәһен һәм Көньяҡ Калифорния университетында «аэрокосмик инженерия магистры» дәрәжәһен ала. 1970 йылда Пардью университетында «Почётлы техник фәндәр докторы» исеменә лайыҡ була. 1971 йылдан 1979 йылға тиклем Цинциннати университетының аэрокосмик инженерия профессоры була.

Айға аяҡ ул шундай һүҙҙәр әйтә: Ул «Кеше өсөн был бер бәләкәй генә аҙым, әммә бөтә кешелек өсөн — ғәйт ҙур һикереш».

Бала сағы

үҙгәртергә

Нил Армстронг Огайо штатында тыуған һәм бала сағы башҡа ерҙәрҙә үткән. Осоуға теләге булыуын 2 йәшенде үк аңлай. Уны атаһы Кливленд Милли һауа уҙышына ала. Йәш сағында ул йорт эштәрендә ата-әсәһенә ярҙам итә, ул быны һеңлеһе Июнь һәм ҡустыһы Дин менән эшләй. Нил Армстронг шулай уҡ китап уҡырға ярата. Беренсе синыфта уҡығанда 90 китап уҡып сыға. Шуға ул икенсе синыфты уҡып тормай, өсөнсөгә бара.

6 йәшендә ул беренсе аэроплан осошон яһай. Ул самолёттар төҙөй һәм өйҙә аэродинамик торбала һынауҙар үткәрә. Ул аптекала эшләй һәм осоу дәрестәрен ала. 16 йәшендә осоусы танытмаһын, водитель танытмаһынан алдараҡ ала. Пардью университетында авиация техникаһын өйрәнгән ваҡытты, 1949 йылда уны АҠШ хәрби һауа көстәре сафына армияға алалар.

 
Айҙа кешенең беренсе аҙымы

Уҡыуын тамамламаҫ элек, 1949 йылда буласаҡ асторонавт Армстронг Флоридаға Пенсакола Naval Air Station саҡырыла. 20 йәшенде ул эскадрилияла иң йәш осоусы була. Аэронавтика инженерияһында уҡыған ваҡытта, 1950 йылда Корея һуғышы башлана, ул унда 78 хәрби осош яһай. Бер мәртәбе уның самолёты бәреп төшөрөлә һәм шулай уҡ ул 3 Һауа миҙалына лайыҡ була. Һуңынан ул тәжрибеле һынаусы лётчик була.

Джемини-8 космос карабында, осош командиры булараҡ, үҙенең беренсе космос миссияһын 1966 йылдың 16 мартында башҡара. Ул Джемини-8 космос карабын ул ваҡытта орбитала булған Agena карабы менән уңышлы тоташтыра. Тоташыу шыма ғына булһа ла, берләшкән космос караптары ауышлыҡ бирә. Армстронг тоташҡан караптарҙы ысҡындыра һәм карап менән ҡулдан идара итә. Әммә, нәтижәлә ашығас рәүештә Тымыҡ океанға төшөргә мәжбүр булалар.

Космосҡа осоу

үҙгәртергә

1966 йылдың маотында «Джемини-8» космос карабының командиры итеп тәғәйенләнә. Астронавт Дэвид Скотт менән осош ваҡытында пилотһыҙ «Аджена» космос карабы менән беренсе тоташыу үткәрәләр. Осош, астронавтарҙың ғүмеренә хәүеф янаған, карабтың двигатель системаһындағы өҙөклөк өсөн туҡтатыла.

Айға төшөү

үҙгәртергә
 
Нил Армстронг Айҙа төшөргән беренсе фотография
 
(аудио)
That's one small step for [a] man, one giant leap for mankind
noicon
Помощь по воспроизведению

1969 йылдың июлендә «Аполлон-11» космос карабы командиры була, космос карабының төп маҡсаты Айға төшөү була. 20 июлдә Айға аяҡ баҫҡан беренсе кеше була. Айға яаҡ баҫҡас ул үҙенең тарихи һөйләмен әйтә[1] (Тауыш өҙөмтәһен тыңлағыҙ):

 
Кеше өсөн был бер бәләкәй генә аҙым, әммә бөтә кешелек өсөн — ғәйт ҙур һикереш
 

Армстронг юлдашы Базз Олдрин менән Ай өҫтөндә 2 сәғәт 21 минут 40 секунд була.

Шәхси тормошо һәм үлеме

үҙгәртергә

Армстронг Джанет Шеронға 1956 йылдан бирле өйләнгән була, 1994 йылда айырылышалар, Марк, Эрик һәм Карен исемле өс балалары була. Һуңынан Карол Хелд Кнайтҡа өйләнә, 1994 йылдан 2012 йылда үлгәнсе уның менән йәшәй. Армстронг 2012 йылдың 25 августтында [[Огайо штаты]] Цинциннати дауаханаһында операциянан һуң вафат була. Уға 82 йәш була.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә