Латипов Ринат Закир улы
Латипов Ринат Закир улы (5 август 1942 йыл) — ғалим-табип-хирург, 1974 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Рәсәй Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге премия лауреаты (2004).
Латипов Ринат Закир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 август 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Уҫман, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип, ғалим, хирург, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРинат Закир улы Латипов 1942 йылдың 5 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Уҫман ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы 1944 йылда фронтта һәләк була, 1947 йылда әсәһе вафат була. Ике балалар йорто һәм олатаһы тәрбиәһендә үҫә.1960 йылда Балтас урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына[1] уҡырға инә. 1966 йылда Өфө районында эш башлай: Яңы Черкассы ҡасабаһында табип-хирург, 1968 йылдан «Дмитриевский» совхозының медик-санитария бүлегендә хирург-табип, 1970 йылдан бер үк ваҡытта баш табип вазифаһын башҡара. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта. 1977 йылда хирургия госпитале кафедраһы эргәһендә аспирантура тамамлай, 1999 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 2000 йылдан — кафедра профессоры.
2004 йылда Р. З. Латипов Башҡортостандың медицина фәнендә тәүге тапҡыр А. Н. Бакулев исемендәге премияға — «Ҡорһаҡ ярыһының йәбешеү ауырыуы» монографияһы өсөн хирургия буйынса Рәсәй медицина фәндәре академияһының юғары ғилми наградаһына лайыҡ була[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҠорһаҡ ярыһының йәбешеү ауырыуын һәм уның ҡатмарлашыуын, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын, уларҙың төшөүен диагностикалауға һәм хирургик дауалау ысулдарына арналған. Ринат Закир улы ҡатнашлығында эсәктәрҙең йәбешеп үткәрмәүсәнлеге һәм стенозы төрҙәрен, пилоростенозды диагностикалау, висцероптозды дауалау, операциянан һуң йәбешмәләр үҫеп китеүен иҫкәртеү ысулдары эшләнә. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 33 уйлап табыу, 4 монография авторы[3].
Ғилми баҫмалары
үҙгәртергә- Толстокишечный стаз у больных висцероптозом. Өфө, 2012 (авторҙ.);
- Рентгеноанатомический атлас осложненного висцероптоза. Өфө, 2014 (авторҙ.);
- Хирургия спаечной болезни брюшины. Өфө, 2015 (авторҙ.).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000);
- Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012);
- Рәсәй Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге премия лауреаты (2004).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты
- ↑ «Медицинский Вестник» Латыпов Ринат Закирович (К 70-летию со дня рождения и 35-летию педагогической деятельности)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Латипов Ринат Закирович
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Латипов Ринат Закир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 август 2022)
- «Медицинский Вестник» Латыпов Ринат Закирович (К 70-летию со дня рождения и 35-летию педагогической деятельности)(недоступная ссылка)