Рәсәйҙә дин — Рәсәй Федерацияһы территорияһында нығынған дини ағымдар йыйылмаһы.

Рәсәйҙең ғәмәлдәге Конституцияһы (1993 йылғы) Рәсәй Федерацияһын донъяуи дәүләт тип билдәләй[1]. Конституция «выждан азатлығын, дин тотоу иркен, шул иҫәптән яңғыҙың йә башҡалар менән бергәләп теләгән бер динде тотоу йә бер динде лә тотмау, дини һәм башҡа инаныстарҙы ирекле һайлау, тотоу һәм таратыу һәм уларға ярашлы эш итеү хоҡуғын» гарантиялай[2]. 1997 йылдың 26 сентябрендәге № 125-ФЗ «Выждан азатлығы һәм дини берләшмәләр тураһында»ғы Федераль закон, «дингә мөнәсәбәттең һәм инаныстарҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, закон алдында тиңлелекте» раҫлай[3].

Рәсәй империяһы закондары менән нығытылған дини һәм милли сикләүҙәр 1917 йылдың 20 мартында Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан юҡҡа сығарыла[4].

Рәсәйҙә дини берләшмәләрҙең ҡануниәтте үтәүен күҙәтеү менән шөғөлләнгән махсус федераль дәүләт органы юҡ (СССР-ҙа СССР Министрҙар Советы ҡарамағында Дин эштәре буйынса совет була).

Рәсәйҙәге төп диндәр — христианлыҡ (башлыса православныйҙарҙан тора, католиктар, протестанттар), ислам һәм буддизм. РФ халҡының бер өлөшө динһеҙ[5].

Диндарҙарҙың дөйөм һаны

үҙгәртергә




 

Религия в России (2012)[6]

  Прихожане Русской православной церкви (41%)

  Мусульмане (6.5%)

  Христиане без конфессиональной принадлежности (4.1%)

  Другие православные (1.4%)

  Тенгрианцы и неоязычники (1.1%)

  Прочие (7.9%)

  «Духовные, но не религиозные» (25.1%)

  Атеисты и безрелигиозные (12.9%)

Бөгөн Рәсәйҙә дини ойошмалар ағзаларының һаны буйынса рәсми статистика юҡ: закон граждандарҙан уларҙан ҡайһы дингә ҡарауын әйттереүҙе тыя. Рәсәйлеләрҙең диндарлығы һәм ниндәй конфессияға ҡарауы тураһында халыҡ араһында үткәрелгән социологик һорашыуҙар буйынса ғына фекер йөрөтөргә мөмкин. Ундай һорашыуҙарҙың һөҙөмтәләре бер-береһенән ныҡ айырыла. Мәҫәлән, 2007 йылғы һорашыуҙа Рәсәй Православие сиркәүе (РПС) раҫлауынса, Рәсәйҙең 120 миллион самаһы гражданы уның эйәрсене булып тора. Ә шул уҡ ваҡытта ислам лидерҙары, илдә мосолмандар яҡынса 13 миллиондан 49 миллионға тиклем, тип билдәләй. РФ-та бөтәһе 144 миллион кеше йәшәй, тимәк, конфессияларҙың кәм тигәндә береһе үҙ динендәгеләр һанын бик ныҡ ҡабартып күрһәтә[7].

«Среда» хеҙмәте тарафынан 2012 йылдың авгусында үткәрелгән «Диндәр һәм милләттәр атласы» тигән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, 83 РФ субъектының 79-ында 143,2 миллион рәсәйленең диндарлыҡ күрһәткесе түбәндәгесә була[8][9][10]:

  • 58,8 миллион йәки 41 процент — православие динендә һәм Рәсәй Православие сиркәүенә ҡарай
  • 36 миллион йәки 25 процент — Аллаға ышана, ләкин билдәле бер дингә ҡарамай
  • 18 миллион йәки 13 процент — Аллаға ышанмай
  • 9,4 миллион йәки 6,5 процент — ислам динен тота (сөнниҙәрҙе лә, шиғиҙарҙы ла, башҡаларҙы ла индереп)
  • 5,9 миллион йәки 4,1 процент — христианлыҡта, ләкин үҙен православный тип тә, католик тип тә, протестант тип тә күрмәй
  • 2,1 миллион йәки 1,5 процент — православиела, ләкин Рәсәй Православие сиркәүенә ҡарамай һәм старообрядсы ла түгел
  • 1,7 миллион йәки 1,2 процент — ата-бабаларының борондан килгән динен тота, илаһтарға һәм тәбиғәт көстәренә табына
  • 700 000 йәки 0,4 процент — буддизмда (башлыса — тибет)
  • 400 000 йәки 0,2 процент — старообрядсы
  • 300 000 йәки 0,2 процент — протестант (лютерандар, баптистар, инжилсылар, англикандар)
  • 140 000 йәки 0,1 процент — көнсығыш диндәрендә һәм дини ғәмәлиәттәрендә (индуистар һәм кришнаиттар)
  • 140 000 йәки 0,1 процент — католик
  • 140 000 йәки 0,1 процент — иудаизмда.

2012 йылдың июлендә «Глас Рунета» хеҙмәте рус телле интернетта үткәргән һорашыуҙа яуап биргән 2300 кешенең 67 проценты диндар булған[11][12].

2012 йылдың ноябрендә Левада-үҙәк үткәргән һорашыуҙа Рәсәйҙә диндарҙарҙың проценттарҙағы күрһәткестәре түбәндәгесә булған[13]:

  • православие — 74 %
  • католицизм — 1 %
  • протестанттар — 1 %
  • иудаизм — 1 %
  • ислам — 7 %
  • буддизм — <1 %
  • индуизм — <1 %
  • башҡаһы — <1 %
  • бер диндә лә түгел — 10 %
  • атеизм — 5 %
  • яуап биреүҙән баш тартҡан — 0 %
  • яуап бирергә ҡыйынһынған — 2 %
2013 йылдың июнендәге «Общественное мнение» фонды мәғлүмәттәре[14]:
  • Үҙемде динле тип һанамайым — 25 %
  • Православие — 64 %
  • Башҡа христиан конфессиялары (католиктар, протестанттар, униаттар, баптистар һ. б.) — 1 %
  • Ислам — 6 %
  • Башҡа диндәр — 1 %
  • Яуап бирергә ҡыйынһынам — 4 %

Рәсәйҙә христианлыҡ

үҙгәртергә

Рәсәйҙә христианлыҡтың өс төп йүнәлеше — православие, католицизм һәм протестантлыҡ таралған. Бынан тыш, һәр төрлө яңы христиан ағымдарына, культтарға һәм мәҙһәптәргә эйәреүселәр бар.

Православие

үҙгәртергә
 
Мәскәүҙә православие ғибәҙәтханаһы.

РФ-та православие Рус православие сиркәүе, старообрядсылыҡ берләшмәләре, шулай уҡ рус традициялы ҡанунлаштырылмаған (альтернатив) православие ойошмаларынан тора.

Рус православие сиркәүе (РПС) — Рәсәй территорияһында иң ҙур дини берләшмәләрҙең береһе. РПС үҙен Рәсәйҙә тарихи беренсе христиан общинаһы тип иҫәпләй: традицион историографияға ярашлы, уға рәсми дәүләт башланғысы 988 йылда изге кенәз Владимир тарафынан һалынған.

Рәсәйҙә православиеның таралғанлығы

үҙгәртергә

2010 йылдың мартында ВЦИОМ үткәргән һорашыу мәғлүмәттәре буйынса, рәсәйлеләрҙең 75 проценты үҙен православие христиандарына индерә, әммә шуларҙың 54 проценты ғына Библияның йөкмәткеһе менән таныш. Православиелы респонденттарҙың 73 процентлабы дини йолаларҙы һәм байрамдарҙы тота[5].

Сиркәү хеҙмәтенә йөрөгән рәсәйлеләрҙең һаны проценттарҙаӨҙөмтә хатаһы: <ref> асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә.
Йыл 1991 1993 1994 1995 1996 1997 1998 2002 2003
Айына 1-ҙән бер нисә тапҡырға тиклем 5 5 7 6 7 5 9 8 6
Йылына 1-ҙән бер нисә тапҡырға тиклем 20 35 28 30 17 16 22 18 30
Һирәгерәк 21 16 14 11 15 18
Бер тапҡыр ҙа бармаған 65 45 43 63 60 62 55 59 46
Һорашылыу-сылар һаны 3000 2000 2957 1698 2404 2406 1703 2107 2107

ВЦИОМ-дың 2008 йылда үткәргән һорашыуына ҡарағанда, респонденттарҙың үҙен православный тип атағандарының 27 проценты ун шарттың береһен дә белмәй. «Үлтермә» тигән шартты һорашыуҙа ҡатнашҡандарҙың 56 проценты ғына иҫенә төшөргән[15].

«Среда» тикшеренеүҙәр хеҙмәте 2012 йылда үткәргән һорашыуҙан билдәле булыуынса, рәсәйлеләрҙең тик 6 проценты ғына ун шарттың 7-һен йә унан күберәген үтәй. 32 проценты ғына бер кемде лә үлтермәгән, аборт яһатмаған йә кемде лә булһа аборт яһарға мәжбүр итмәгән[16].

Католицизм

үҙгәртергә
 
Изгеләрҙән-изге Ҡыҙ Мәрйәмдең Ғиффәтле көйө Балаға уҙыуы католик соборы

Тарихта көнсығыш славян ерҙәрендә латин христианлығының булыуы Киев Русының иртә осорона барып ялғана. Төрлө замандарҙа Рәсәй дәүләте хакимдарының католиктарға мөнәсәбәте бөтөнләй киренән алып бик яҡшыға тиклем үҙгәреп тора. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙәге католик общинаһында бер нисә йөҙ мең кеше иҫәпләнә.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Католик сиркәүе Рәсәйҙә бер ни тиклем ваҡыт ирекле эшмәкәрлек алып бара, ләкин 20-се йылдар башынан Совет власы Рәсәйҙә католиклыҡты юҡ итеү сәйәсәтен башлай. XX быуаттың 20-се һәм 30-сы йылдарында күп һанлы католик руханиҙары ҡулға алына һәм атыла, бөтә ғибәҙәтханалар тиерлек ябыла һәм талана. Әүҙем мәхәлләселәрҙең барыһы ла тиерлек репрессиялана һәм һөрөлә[17]. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осорҙа РСФСР-ҙа эшләп торған ике генә католик ҡорамы ҡала — Мәскәүҙә изге Людовик ҡорамы һәм Ленинградта Лурд Алла Әсәһе ҡорамы.

1990-сы йылдар башынан Католик сиркәүе Рәсәйҙә ирекле эш итеү мөмкинлеген ала. Латин обряды католиктар өсөн ике Апостол администратураһы ойошторола. Артабан улар епархияға әйләндерелә. Шулай уҡ католик теологияһы колледжы һәм юғары дини семинария асыла.

Федераль теркәү хеҙмәтенең 2006 йылдың декабрендәге мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй территорияһында 230-лап мәхәллә иҫәпләнһә[18], сирегенең ғибәҙәтхана бинаһы булмай. Мәхәлләләр дүрт епархияға берләшкән: Алла Әсәһе епархияһы; Новосибирскиҙағы Преображение епархияһы; Иркутскиҙағы Изге Иосиф епархияһы; Һарытауҙағы Изге Климент епархияһы.

Протестантлыҡ

үҙгәртергә

Рәсәй дин белгесе Р. Н. Лункин баһалауынса, Рәсәйҙә протестанттар һаны 3 миллион (2014 йыл[19]). Уның мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй протестанттарының яртыһынан ашыуы күр һанлы пятидесятниксы һәм неопятидесятниксы сиркәүҙәрҙең мәхәлләселәре булып тора. Протестанттарға ҡараған лютерандар, баптистар, адвентистар һәм инжил христиандары ла һәр береһе тиҫтәләрсә мең диндарҙы солғаған эре конфессиялар тип иҫәпләнә.

РФ Юстиция министрлығы тарафынан рәсми теркәлгән дини берләшмәләр араһында протестанттар, православныйҙарҙан ғына ҡалып, икенсе урынды биләй.

Башҡалар

үҙгәртергә

Йәһүә шаһиттары

үҙгәртергә

Рәсәйҙә Йәһүә шаһиттарының 2013 йылда сама менән 164 187 әүҙем вәғәзсеһе була. 2013 йылда Рәсәйҙә яҡынса 4 988 кеше, һыуға сумырыу йолаһын үтеп, Йәһүә шаһитына әйләнә[20]. 2013 йылда 283 221 кеше Раббыны хәтерләү Тантанаһына килә.

 
Рәсәйҙең мосолмандар күпселек булған төбәктәре.

Эксперттар мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 8 миллион самаһы мосолман бар[21]. Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшө мосолмандары диниә назараты раҫлауынса, Рәсәйҙә 20 миллионлап мосолман йәшәй. ВЦИОМ-дың бөтә Рәсәйҙә үткәргән һорашыуы мәғлүмәттәренән күренеүенсә (2010 йылдың ғинуары), үҙен исламға эйәреүсе (донъяға ҡараш йә дин булараҡ) тип иҫәпләгәндәрҙең һаны һорашылғандар араһында 2009 йылда 7 проценттан 5 процентҡа тиклем төшкән[22].

Уларҙың күбеһе мосолман дине талаптарын үтәмәй, традиция йә йәшәгән урыны (айырыуса Татарстанда һәм Башҡортостанда ундайҙар күп) буйынса ғына «этник» мосолмандарға инә. Кавказдағы общиналар көслөрәк (Төньяҡ Осетия христиан төбәгенән башҡа).

Мосолмандарҙың күпселеге Волга-Урал төбәгендә, шулай уҡ Төньяҡ Кавказда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Көнбайыш Себерҙә йәшәй.

Дини ойошмалар һәм уларҙың етәкселәре

үҙгәртергә
  • Тәлғәт Тажетдин — Рәсәй һәм БДБ-ның Европа илдәре мосолмандары үҙәк диниә назаратының юғары мөфтөйө (мөфтөй шәйх-үл-ислам) (Өфө).
  • Рауил Ғәйнетдин — Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесе, Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандары диниә назараты башлығы (Мәскәү).
  • Нәфиғулла Әширов — Рәсәйҙең Азия өлөшө мосолмандары диниә назараты башлығы, Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйестәше.
  • Мөхәммәт хажи Рәхимов — Рәсәй ислам татыулығы ассоциацияһы (Бөтә Рәсәй Мөфтиәте) рәйесе, Рәсәй мөфтөйө (Мәскәү).
  • Магомед Албогичаев — Төньяҡ Осетия мосолмандары координация үҙәге рәйесе вазифаһын башҡарыусы.

Рәсәй тарихында ислам

үҙгәртергә

Әле Рәсәй составында булған байтаҡ территорияла ислам быуаттар буйы дәүләт дине булараҡ йәшәгән. Алтын Урҙаның ислам осоронда (1313—1433) христиан кенәзлектәре мосолман улустарының һәм ханлыҡтарының вассалы булған. Рәсәй ерҙәре Иван III һәм уның вариҫтары тарафынан берләштерелгәс, мосолман ханлыҡтарының бер өлөшө православие монархияһына бойондороҡло ҡала, ә тағы бер өлөшө Рәсәй дәүләте тарафынан аннексиялана.

Дәүләт дине булараҡ ислам беренсе булып 922 йылда Волга Болғарында ҡабул ителә (хәҙерге Татарстан, Сыуашстан, Ульяновск һәм Һамар өлкәләре). Волга Болғарының Боронғо Рус дәүләте менән ярышташлығы XIII быуатта, улар икеһе лә татар монголдары тарафынан баҫып алынғас, тамамлана. 1313 йылда Джучи Улусында (Алтын Урҙала) Үзбәк хан тарафынан ислам дәүләт дине итеп раҫлана. Улуста граждандар законы тип Сыңғыҙхан заманынан килгән «Бөйөк Яза» һанала. Мөһим ҡарарҙарҙы ҡоролтайҙарҙа аҡһөйәктәр ҡабул итә. Джучи Улусы территорияһында христиан дине рөхсәт ителә, әммә православный митрополитҡа һәм руханиәткә «хан өсөн, уның ғаиләһе һәм ғәскәре өсөн» Аллаға доға ҡылыу бурысы йөкмәтелә[23].

Оло Урҙа (Улуғ Улус, 1433—1502 йылдар), Нуғай Урҙаһы (XIV—XVIII быуаттар), шулай уҡ Рәсәй территорияһында XVIII быуат аҙағына тиклем һаҡланған бер нисә ханлыҡ Джучи Улусының вариҫтары була. Мәҫәлән, Краснодар крайы территорияһында 1783 йылға тиклем Ҡырым ханлығының бер өлөшө урынлашҡан була.

1552 йылда Яуыз Иван IV — Ҡазан, ә 1556 йылда Әстерхан ханлыҡтарын баҫып ала. Яйлап башҡа ислам дәүләттәре лә Мәскәү Русына һәм Рәсәйгә хәрби юл менән ҡушылдырыла.

XVIII—XIX быуаттарҙа Рәсәй империяһы составына башлыса мосолмандар йәшәгән Төньяҡ Кавказ территориялары индерелә.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, татарҙар хәҙерге Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр араһында һаны буйынса икенсе урынды биләй (5,5 миллиондан ашыу кеше). Татарҙар Рәсәй мосолмандарының да күп өлөшөн алып тора һәм донъялағы мосолман халыҡтарының иң төньяҡтағыһы һанала. Татар ҡатын-ҡыҙҙары үҙ халҡының ижтимағи тормошонда йыш ҡына мөһим урын биләгән. Дәүләт башлығы булған тәүге мосолман ҡатындарының береһе Сөйөмбикә XVI быуатта Ҡазан ханлығында батшалыҡ иткән.

Совет осоронан һуңғы тарихы

үҙгәртергә

СССР тарҡалғас та илдә диниә назараттары ла тарҡала башлай. Төньяҡ Кавказ мосолмандарының диниә назараты 7 идаралыҡҡа бүленә, унан һуң тағы икәү төҙөлә. Шунан һуң СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары диниә назараты (үҙәге Өфө була) тарҡала. Уның составынан беренсе булып — Татарстан, унан һуң Башҡортостан мосолмандарының диниә назараттары айырылып сыға, улар артынса Себер мосолмандарының диниә назараты төҙөлә.

1993 йылда ҡабат берләшеү башлана, һәм Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандары диниә назаратын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1996 йылдың июлендә иң абруйлы диниә назараттарының башлыҡтары Рәсәй Мөфтөйҙәр советын ойошторорға була. Совет йылына кәм тигәндә ике тапҡыр ислам уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашлығындағы киңәйтелгән ултырыштарға йыйыла. Совет рәйесе 5 йылға һайлана.

Төньяҡ Кавказ мосолмандары үҙ координациялау үҙәген булдыра. Шул уҡ ваҡытта Дағстан, Чечен Республикаһы, Төньяҡ Осетия Республикаһы, Адығ Республикаһы, Ингушетия Республикаһы мосолмандары диниә назараттары Рәсәй Мөфтөйҙәр советына лә инә.

Йәһүҙиҙәр һаны — 1,5 миллион самаһы. Рәсәй йәһүд общиналары федерацияһы (РЙОФ) мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың 500 меңләбе —Мәскәүҙә, 170 меңләбе Санкт-Петербургта йәшәй. Рәсәйҙә 70-ләп синагога эшләй.

РЙОФ-тан тыш эре дини йәһүд общиналарының тағы береһе — Рәсәйҙәге йәһүд дини ойошмалары һәм берләшмәләре конгресы.

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә йәһүдтәрҙең рәсми һаны — 233439 кеше.

 
Рәсәйҙең буддистар күпселек тәшкил иткән төбәктәре.
 
Санкт-Петербургта буддизм ҡорамы

Буддизм Рәсәй Федерацияһының өс төбәге өсөн традицион дин һанала, улар: Бүрәт Республикаһы, Тыва Республикаһы һәм Ҡалмыҡ Республикаһы. Рәсәй Буддистар Ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, буддизм динендәге кешеләр һаны — 1,5—2 миллион.

Рәсәйҙә «Этник буддистар» һаны, 2002 йылда үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, түбәндәгесә була: бүрәттәр — 445 мең, ҡалмыҡтар — 174 мең, тывалар — 243 мең; йәмғеһе — 900 мең самаһы кеше. Традиция буйынса был халыҡтар Гелуг мәктәбенең тибет буддизмындалар.

XX быуаттың 90-сы йылдарында тибет һәм дзэн буддизмы популярлаша һәм буддизм общиналары ойоша башлай.

Санкт-Петербургта донъялағы иң төньяҡта урынлашҡан буддизм ҡорамы — революцияға тиклем Петроградта төҙөлгән «Гунзэчойнэй» дацаны — буддизм мәҙәниәтенең туристик һәм дини хеҙмәт башҡарыу үҙәге булып тора[24].

Башҡа дин формалары һәм мәжүсилек

үҙгәртергә

Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәренең ерле халҡы, фин-уғыр халыҡтарының (мариҙар, удмурттар һ. б.) һәм сыуаштарҙың бер өлөшө, рәсми рәүештә православиелы булһалар ҙа, әҙме-күпме дәрәжәлә әүәлге инаныстарының элементтарын да һаҡлайҙар. Был инаныстарҙы шамансылыҡ йә халыҡсан православие тип һүрәтләргә була. «Халыҡсан православие» терминын рустарҙың күпселегенә, айырыуса ауылдарҙа йәшәгәндәренә ҡарата ла ҡулланырға мөмкин.

Ҡалаларҙа, традицион диндәрҙән тыш, оккульт, көнсығыш (тантризм һ. б.) һәм неомәжүси[25] (родноверие һ. б.) йөкмәткеле яңы дини хәрәкәттәр таралған.

Дәүләт һәм дин

үҙгәртергә
Конституцияға ярашлы, Рәсәй донъяуи дәүләт булып тора, унда бер ниндәй дин дә дәүләттеке йә мәжбүри тип тәғәйенләнә алмай. Ләкин хәҙерге Рәсәйҙә илде клерикаллаштырыу тенденцияһы күҙәтелә[26], йәғни бер диндең өҫтөнлөк итеүенән (ҡайһы берәүҙәр раҫлауынса, дәүләттекенә әйләндерелеүенән) торған модель тормошҡа ашырыла башлаған[27][28]. РФА-ның Ялған фәндәр һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙе фальсификациялау менән көрәш комиссияһы ағзаһы В. Кувакин билдәләүенсә, Рәсәйҙең хәҙерге етәкселегенең православиены дәүләт диненә, йәғни дәүләт идеологияһына әйләндерергә тырышыуы — ҙур тарихи хата, был Конституцияға ҡаршы килә[29].

Клерикаллаштырыу

үҙгәртергә

Дин ижтимағи тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп инә[27][30], шул иҫәптән Конституция буйынса диндән айырылғандарына ла: дәүләт органдарына, мәктәпкә, армияға, фән һәм мәғарифҡа[29][31]. Мәҫәлән, Дәүләт думаһы Мәскәү патриархаты менән шик уятырҙай бөтә һорауҙар буйынса алдан консультациялар үткәреү тураһында һүҙ ҡуйыша[32]. Рәсәй мәктәптәренә «дини мәҙәниәттәр нигеҙҙәре»[33] тигән уҡыу предметтары индерелә, ҡайһы бер дәүләт вуздарында теология специальносы барлыҡҡа килә[34]. Рәсәй Ҡораллы көстәренең штатына яңы вазифа — хәрби священник (капеллан) индерелә[35]. Ҡайһы бер министрлыҡтар, ведомстволар, дәүләт учреждениелары үҙҙәренең дини ҡорамдарына эйә, йыш ҡына был министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа дини тематиканы яҡтыртыу буйынса йәмәғәт советтары бар[31].

2012 йылдың октябрендә Мәскәү физика-техник университетында теология кафедраһы асыла. Уҡытыу факультатив буйынса алып барыла һәм, РПС вәкилдәре белдереүенсә, физиктарҙың «грамоталылығын күтәреүгә» йүнәлтелгән, юғиһә улар, дин белгесе Кураев фекеренсә, «тулҡынлы генетика һәм торсион ҡырҙар шикелле оккульт теориялар менән мауыға». Әммә Халыҡ-ара сәйәси экспертиза институты директоры Евгений Минченко билдәләүенсә, физика менән дин тәғлимәте сигендә фәлсәфәүи уйҙар йөрөтөү — файҙалы эш, ләкин улар менән дәүләт патронажы аҫтында шөғөлләнергә ярамаҫ ине. «Тәбиғәт фәндәре буйынса булған ғилемдәрҙа ғалимдар йәмғиәт ҡарамағына тапшыра, һәр теләгән бер йәмәғәт төркөмө, шул иҫәптән РПС ла, уларҙы үҙҙәренсә аңларға-аңлатырға хаҡлы. Ләкин быны дәүләт уҡыу йорттарынан ситтә һәм үҙ аҡсаңа эшләргә кәрәк», — ти ул[36].

Мәктәптәрҙә дини мәҙәниәт

үҙгәртергә

Дөйөм белем биреү мәктәптәренең уҡыу программаһына факультатив нигеҙҙә «Православие мәҙәниәте нигеҙҙәре» курсын индереү айырым төбәктәрҙә 1990-сы йылдарҙа башлана[37]. 2006 йылдан курс Белгород, Калуга, Брянск һәм Смоленск өлкәләрендә мәжбүригә әйләнә. 2007 йылдан уларға тағы ла бер нисә төбәкте өҫтәү планлаштырыла[38]. Белгород өлкәһендә был курсты индереүҙе тәнҡитләүселәр ҙә[39][40], яҡлаусылар ҙа була[41]. Яҡлаусылар һәм Рәсәй православие сиркәүе вәкилдәре әйтеүенсә, «Православие мәҙәниәте нигеҙҙәре» — культурологик курс, ул уҡыусыларҙы дини тормошҡа ылыҡтырыу маҡсатын ҡуймай, православие мәҙәниәте менән танышыу башҡа диндәрҙәгеләргә лә файҙалы булыр ине[42][43]. Ә курсҡа ҡаршы сығыусылар белдереүенсә, «Выждан азатлығы тураһында һәм дини берләшмәләр хаҡында» Законға ярашлы, дәүләт белем биреүҙең донъяуи булыуын тәьмин итергә тейеш, Конституция буйынса закон алдында бөтә диндәр ҙә тигеҙ һәм уларҙың береһе лә дәүләттеке сифатында йөрөй алмай, бындай предметтың мәжбүри уҡытылыуы башҡа диндәрҙәге һәм атеист уҡыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙа[44][45].

2010 йылдың 1 апреленән Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы мәктәп программаһына «Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» тигән фәнде федераль компонент итеп Рәсәйҙең 19 төбәгендә эксперимент рәүешендә индерә, ул уңышлы барып сыҡһа — 2012 йылдан бөтә төбәктәрҙә лә индереү ҡарала[46]. Предмет 6 модулдән тора, уҡыусы йә уның ата-әсәһе (законлы вәкиле) өйрәнеү өсөн береһен һайлап ала:

  • «Православие мәҙәниәте нигеҙҙәре»
  • «Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре»
  • «Буддизм мәҙәниәте нигеҙҙәре»
  • «Йәһүди мәҙәниәте нигеҙҙәре»
  • «Донъя дини мәҙәниәттәре нигеҙҙәре»
  • «Донъяуи этика нигеҙҙәре»

Эксперттар был модулдәр буйынса 2010 йылда сығарылған дәреслектәрҙе Рәсәй мәктәптәре өсөн яраҡһыҙ тип таба. Дәреслектәрҙә РФ Конституцияһын тупаҫ боҙоу билдәләре бик күп, уҡыусыларға донъяуи дәүләткә асыҡтан-асыҡ дошмансыл бер дин идеологияһы көсләп тағыла. Дәреслектәр буйынса бер ниндәй фекер алышыу үткәрелмәй, уларҙы яҙыу улыһынса конфессияларға тапшырылған була[47][48][49][50].

Академиктар хаты тирәһендәге бәхәстәр

үҙгәртергә

2007 йылдың авгусында «академиктар хаты» йәмғиәттә ҙур шаңдау тыуҙыра. РФА-ның ун академигы, шул иҫәптән Нобель лауреаттары В. Л. Гинзбург менән Ж. И. Алфёров, ил Президентына асыҡ хат менән мөрәжәғәт итә, унда Рәсәй йәмғиәтендә барған клерикализацияға ҡарата етди борсолоу белдерәләр[51]. Хат сиркәү менән йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәттәре менән бәйле һорауҙар буйынса фекер алышыуҙарҙы йәйелдереп ебәрә[52][53][54][55].

Дин-ара мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә

1998 йылда Рәсәй Дин-ара советы (РДС) төҙөлә, ул Рәсәйҙең дүрт традицион конфессияһының — православие, ислам, иудаизм һәм буддизмдың — дини лидерҙарын һәм вәкилдәрен берләштерә. Рәсәйҙәге дин-ара мөнәсәбәттәрҙе Төньяҡ Кавказдағы ҡораллы бәрелештәр ҡатмарлаштыра[56]. Рәсәйҙә славяндар менән ислам динендәге башҡа халыҡтар (чечендар, азербайжандар) араһындағы ҡаршылыҡтар[57] диндәр араһындағы ҡаршылыҡтар менән ҡатмарлаштырыла төшә. 2006 йылдың 11 мартында Рәсәй Мөфтөйҙәр советы РФ Ҡораллы көстәрендә штаттағы полк священниктарын булдырыуға һәм мәктәп программаһына "Православие мәҙәниәттәре нигеҙҙәре"н индереүгә ҡаршы сығыш яһай[58][59].

Совет осоронан һуңғы Рәсәйҙә дини ойошмалар эшмәкәрлеген тыйыу һәм уларҙы ябыу

үҙгәртергә
1996 йылда Рәсәйҙә РФ Енәйәт кодексының 239-сы статьяһы[60] («Граждандарҙың шәхесенә һәм хоҡуҡтарына янаусы берләшмә ойоштороу») буйынса — 11, 1997 йылда — 2 һәм 1998 йылда 5 енәйәт эше ҡуҙғатыла[61].

2002 йылдан дини ойошмаларҙың хоҡуҡи хәлен «Выждан азатлығы тураһында һәм дини берләшмәләр хаҡында» 125-се Федераль закон көйләй[62][63]. Был Закондың 14-се статьяһына ярашлы, дини ойошма суд тәртибендә ябыла һәм уның эшмәкәрлеге тыйыла ала. Дини ойошманың «Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу тураһында» 25.07.2002 сыҡҡан 114-се Федераль закондың 1-се статьяһында билдәләнгән экстремистик эшмәкәрлеге (экстремизм) быға нигеҙ булып тора[64].

Рәсәй Юстиция министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2003 йыл эсендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм федераль ҡануниәт нормаларын тупаҫ боҙған өсөн урындарҙағы 31 дин ойошмаһы ябыла[65]. 1 үҙәкләштерелгән һәм урындағы 8 дини ойошма был нормаларҙы бер нисә тапҡыр боҙа һәм шулай уҡ ябыла. 2003 йылда суд ҡарарҙары буйынса бөтәһе 225 дини ойошма ябыла, шул иҫәптән РПС-ға ҡараған 71, исламдың — 42, инжилсылыҡтың — 14, баптизмдың — 13, пятидесятниктарҙың — 12, буддизмдың 11 ойошмаһы ябыла[65].

Суд ҡарары буйынса ябылған йәки экстремистик эшмәкәрлеге өсөн эше туҡтатылып торған дини ойошмалар исемлеген Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығы алып бара[66].

2010 йыл башына Рәсәйҙә 23 494 дини ойошма теркәлгән[67].

2007 йылдың ғинуарында Страсбургтағы Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды Силәбе ҡалаһынан 103[68] Йәһүә шаһитының дин хеҙмәте башҡарыу менән мәшғүл булған йыйылыштарының законһыҙ өҙөлөүе өҫтөнән биргән ялыуын ҡәнәғәтләндерә һәм Рәсәйҙән ғариза яҙыусыларға мораль зыянды ҡаплар өсөн 30 мең евро һәм суд сығымдарын ҡаплатыуға 60 544 евро түләтеү тураһында ҡарар сығара[69].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ст. 14 Конституции РФ
  2. ст. 28 Конституции РФ
  3. .Федеральный закон от 26 сентября 1997 г. № 125-ФЗ «О свободе совести и о религиозных объединениях»
  4. Постановление 20 марта 1917 г. 2009 йыл 26 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 ВЦИОМ, итоги всероссийского опроса, март 2010 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.
  6. Филина О. Верю — не верю // Огонёк. — 27.08.2012. — № 34 (5243).
  7. Религия в цифрах и фактах 2017 йыл 10 май архивланған. // Статистика.ру, 05.12.2007
  8. Olga Filina (Ogonek Magazine).
  9. Верю — не верю.
  10. Арена (Атлас религий и национальностей России)
  11. Религия в жизни Рунета // Служба опросов интернет-аудитории «Глас Рунета».
  12. Согласно опросу, 67% пользователей Рунета назвали себя верующими, но лишь треть из них считает веру в Бога сутью религии // Информационно-аналитический центр «Сова». — 13.06.2012.
  13. В России 74 % православных и 7 % мусульман // Левада-центр. — 17.12.2012.
  14. Ценности: религиозность. Сколько россиян верят в Бога, посещают храм и молятся своими молитвами? // Фонд «Общественное мнение». — 14.06.2013.
  15. Четверть православных россиян не знают ни одной из десяти заповедей // Lenta.ru. — 28.04.2008.
  16. Десять заповедей. Исследовательская служба Среда (19 февраль 2013).
  17. Задворный В. Л., Юдин А. В. История Католической Церкви в России. Краткий очерк. — М.: Издание колледжа католической теологии имени святого Фомы Аквинского, 1995.
  18. Сведения о религиозных организациях, зарегистрированных в Российской Федерации // Religare.ru. — 19.12.2006.
  19. Лункин Р. Н. Российский протестантизм: евангельские христиане как новый социальный феномен // Современная Европа : журнал. — М.: Институт Европы РАН, 2014. — № 3 (59). — С. 133-143. — ISSN 0201-7083. — DOI:10.15211/soveurope32014133143
  20. Ежегодник Свидетелей Иеговы 2014
  21. Петрова А. С. Вера, религия, церковь // Фонд «Общественное мнение». — 16.08.2000. Архивировано из первоисточника 27 сентябрь 2007.
  22. Россияне бьют рекорды по обращению в православие, но не спешат читать Библию — опрос // Интерфакс-Религия. — 30.03.2010.
  23. Толстой, М. В. Рассказы из истории русской церкви. Книга вторая (1991). Дата обращения: 29 май 2007. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  24. «Дацан Гунзэчойнэй».
  25. Точнее — псевдоязыческого, поскольку эклектические построения городской интеллигенции не имеют ничего общего с реальным язычеством, а городское неоязычество изначально не имеет никакой связи с живой традицией, см.: Васильев М. А. Рец. на: Неоязычество на просторах Евразии. М., 2001 // Славяноведение. 2002. № 4.
  26. Дубровский Д. И. Наука, философия и воинствующий клерикализм 2012 йыл 6 май архивланған. // Вестник Российского философского общества, 2007, № 4.
  27. 27,0 27,1 Тощенко Ж. Т. Государство как субъект теократии(недоступная ссылка) // «Социологические исследования», 2007. № 2. С. 3-14.
  28. Тощенко Ж.
  29. 29,0 29,1 Кувакин В. А. Пресс-конференция // Лента.ру, 4.05.2010.
  30. Битва за Россию. Общественная палата Сргиево-Посадского муниципального района 22.09.2012(недоступная ссылка)
  31. 31,0 31,1 Овсиенко Ф. Г. Политизация конфессий и клерикализация политики: тенденции развития и риски в российском обществе // «Религиоведение», 2002, № 2. 2009
  32. «Единая Россия» введет церковную экспертизу законопроектов(недоступная ссылка) // Ру Грани.
  33. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 29 октября 2009 г.
  34. Атеисты миролюбиво побранились с «людьми в рясах» 2008 йыл 23 июнь архивланған. // Портал-Credo.ru, 9.08.2007
  35. Гаврилов Ю. Батюшка на контракте // «Российская газета», 16.03.2010
  36. Кафедра теологии МИФИ: религия и наука // BBC Russian, 12.10.2012
  37. Опыт введения предмета «Основы православной культуры» в общеобразовательных учреждениях Ногинского района Московской области 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  38. «Основы православной культуры» с 1 сентября начинает превращаться в обязательный предмет 2009 йыл 26 март архивланған.
  39. Обращение Совета глав протестантских церквей Белгородской области к президенту России 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  40. Открытое обращение родителей по поводу насилия над верующими других конфессий 2009 йыл 14 декабрь архивланған.
  41. Заявление родителей учащихся Белянской средней школы Шебекинского района Белгородской области в защиту предмета «Православная культура» 2009 йыл 14 декабрь архивланған. // rlinfo.ru, 3.10.2006 года
  42. Митрополит Кирилл выступает за преподавание «ОПК» в рамках обязательной программы, но на основе выбора
  43. Патриарх Алексий II высказывается за введение «Основ православной культуры» в российских школах
  44. Конфессии осудили внедрение ОПК в школах (недоступная ссылка с 20-11-2013 [1227 дней])
  45. Михаил Барщевский: «Преподавание в школе отдельной взятой религии разъединяет людей» 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  46. Решение Межведомственного координационного совета по реализации плана мероприятий по апробации в 2009—2011 годах комплексного учебного курса для общеобразовательных учреждений «Основы религиозных культур и светской этики»(недоступная ссылка) (недоступная ссылка с 20-11-2013 [1227 дней])
  47. Смирнов А.
  48. Черноиванова А. Новый школьный предмет: «РПЦ выпускает джинна из бутылки» // infox.ru, 25.03.2010
  49. Смирнов А. В. Заключение по модулю «Основы исламской культуры» 2011 йыл 17 ғинуар архивланған. // Институт философии РАН, 14.02.2010
  50. Сахарных Д. М. (ИПК и ПРО УР) Рецензия на издание: А. В. Кураев. Основы религиозных культур и светской этики. Основы православной культуры. 4-5 классы: учебное пособие для общеобразоват. учреждений — М.: Просвещение, 2010. — 95 с.: илл.
  51. Первая публикация письма академиков 2011 йыл 23 август архивланған. (недоступная ссылка с 20-11-2013 [1227 дней]) // «Новая газета», приложение «Кентавр», 22.07.2007
  52. Протест академиков против ОПК сыграл положительную роль, считает министр Фурсенко // NEWSru.com, 31.08.2009
  53. Кувакин В. А. «Письмо десяти»: суть и суета вокруг дела академиков // «Здравый смысл», 2007 № 4 (45)
  54. «Церковь ждет исповеди академиков» // gzt.ru, 13.08.2007
  55. Протоиерей Всеволод Чаплин благодарит академиков за инициирование широкой дискуссии о роли Церкви в современной России // Ру Патриархия. Ру, 1.08.2010
  56. См. статьи Чеченский конфликт, Чеченский конфликт 1994—1996 годов, Вторая чеченская война.
  57. См.
  58. Муфтии России выступили против священников в погонах
  59. Муфтии Пшихачев и Крганов считают необоснованными слова главы Совета муфтиев о преподавании основ православия в школах // Интерфакс, 21 февраля 2011 года.
  60. ст.239 Уголовного кодекса РФ
  61. С. П. Демьяненко, (к.фил.н., Пермский филиал Юридического института МВД России). «Коррупция и тоталитарные секты» 2015 йыл 22 декабрь архивланған. // Материалы конференции «Коррупция — коррозия общества и государства», г. Екатеринбург, 2000 г.
  62. Федеральный закон «О свободе совести и о религиозных объединениях» от 26.09.1997 г. № 125-ФЗ
  63. Постановление(недоступная ссылка) (недоступная ссылка с 20-11-2013 [1227 дней]) Конституционного Суда РФ от 23.11.1999 г. № 16-П// Федеральный правовой портал «Юридическая Россия», СПбГУ.
  64. Федеральный закон «О противодействии экстремистской деятельности» от 25.07.2002 года № 114-ФЗ
  65. 65,0 65,1 Аналитический вестник № 17 (237) «Проблемы развития государственно-конфессиональных отношений и социальные концепции ведущих религиозных объединений современной России» 2012 йыл 21 декабрь архивланған. // Документы Совета Федерации, 2004 г., стр.60-61.
  66. Положение о Министерстве юстиции Российской Федерации (п. 30.28) 2017 йыл 17 май архивланған. (недоступная ссылка с 20-11-2013 [1227 дней])
  67. В прошедшем году количество религиозных организаций в РФ увеличилось на 1,7 % — Минюст // Благовест-инфо, 29.01.2010
  68. Кузнецов и другие против России
  69. Кузнецов и другие против России: Постановление Европейского Суда

Һылтанмалар

үҙгәртергә