Тотманов Рәдис Нурислам улы
Тотманов Рәдис Нурислам улы (5 август 1953 йыл) — бейеүсе, педагог-хореограф һәм балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Тотманов Рәдис Нурислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 август 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Ишмырҙа, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | актёр |
Биографияһы
үҙгәртергәРәдис Нурислам улы Тотманов 1953 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған.
1974 йылда Стәрлетамаҡта Башҡорт мәҙәни-ағартыу училищеһын, 1998 йылда — Рәсәй театр сәнғәте университетын (педагогы Е. П. Валукин) тамамлай.
Эш урыны: 1975 йылдан 1995 йылға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй, 1992—1993 йылдарҙа Өфө хореография училищеһында хореография уҡыта, 1996—2000 йылдарҙа — Башҡорт филармонияһы балетмейстеры, 2002—2004 йылдарҙа — Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы педагог-балетмейстеры.
Хореограф булараҡ, ансамблдә «Башҡорт егеттәре бейеүе» («Джигитовка»), «Рус бейеүе» һ. б. бейеүҙәрҙе ҡуйған.
Тотманов Рәдис Нурислам улы Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978), Татар (1989) АССР-ҙарында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә һәм Сыуаш АССР-ындағы БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша.
СССР һәм донъя буйлап яҡынса 20 илдә гастролдәрҙә була.
Бейеүҙәре
үҙгәртергә- «Бөркөткә һунар уйыны» («Игра-охота на беркута»)
- «Бүләк» («Подарок»)
- «Гөлнәзирә»
- «Дуҫлыҡ» («Дружба»)
- «Еҙ үксә» («Медный каблук»)
- «Тимербайҙың улдары» («Сыновья Тимербая»)
- «Өс туған» («Три брата») һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1988).
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2013).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тотманов Рәдис Нурислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)
- http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=33233 2014 йыл 5 март архивланған.