4 март
көнө
(4 марта битенән йүнәлтелде)
4 март — григориан стиле буйынса йылдың 63-сө (кәбисә йылында 64-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 302 көн ҡала.
4 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Ер: Күҙлеклеләр көнө.
- Бөтә донъя математика көнө.
- Бөйөк Британия: Китап көнө.
- Ер: Инженерҙар көнө.
- Беларусь: Милиция көнө.
- 1152 йыл: Фридрих I Барбаросса Германия короле була.
- 1681 йыл: Англия короле Карл II Уильям Пенға һуңыраҡ Пенсильвания штаты буласаҡ Төньяҡ Америкалағы биләмәне бирә.
тулы исемлек
- 1726: Петербургта Фәндәр Академияһы ҡарамағында Рәсәй империяһында беренсе гимназия асыла.
- 1733: Анна Иоанновнаның ҡалаларҙа полиция булдырыу хаҡында ҡарары сыға, уның буйынса 23 ҡалала полицмейстер конторалары асыла.
- 1762: Петр III «Барыһы өсөн дә ирекле сауҙа итеү» тураһында ҡарарға ҡул ҡуя.
- 1789: АҠШ Конституцияһы үҙ көсөнә инә; Нью-Йоркта АҠШ-тың беренсе конгресы эш башлай.
- 1791: Вермонт АҠШ-тың 14-се штаты була.
- 1802: Ырымбур губернаһының үҙәге Ырымбур ҡалаһынан кире Өфөгә күсерелә.
- 1803: Рәсәй империяһында «Ирекле игенселәр тураһында указ» сыға, уның буйынса ер биләүселәргә крәҫтиәндәрҙе мотлаҡ ер биреп азат итеү хоҡуғы бирелә.
- 1818: Мәскәүҙә Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарскийға бронза һәйкәл ҡуйыла, ул ҡаланың тәүге һәйкәле була.
- 1837: Михаил Лермонтов «Шағир үлеме» шиғыры өсөн ҡулға алына.
- 1837: Мичиган күле буйындағы Чикаго форты ҡала статусын ала.
- 1848: Францияла ирҙәр өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы индерелә.
- 1849: Австрияның яңы конституцияһы ҡабул ителә.
- 1857: Бөйөк Британия Афғанстандың бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1870: Сормов заводында Рәсәйҙәге тәүге мартен мейесе эшләй башлай.
- 1872: АҠШ-та «Бостон Глоб» гәзитенең тәүге һаны сыға.
- 1877: АҠШ уйлап табыусыһы Эмиль Берлинер микрофон уйлап таба.
- 1877: Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ табиптарҙың тәүге сығарылышы була.
- 1877: Ҙур театрҙа П. И. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» балетының премьераһы була.
- 1880: «Нью-Йорк Дейли График» гәзитендә беренсе фотография репродукцияһы баҫыла.
- 1882: Көнсығыш Лондонда тәүге Британ электр трамвайҙары ебәрелә.
- 1905: Император Николай II эске эштәр министры А. Булыгинға Дәүләт Думаһын булдырыу тураһында закон проектын әҙерләргә ҡуша.
- 1918: Украина Халыҡ Республикаһының Үҙәк радаһы Украина гражданлығын теркәү хаҡында ҡарар сығара.
- 1918: Атлантик океандағы Бермуд өсмөйөшөндә 306 кешелек экипажы менән «Циклоп» хәрби-диңгеҙ карабы хәбәрһеҙ юғала.
- 1921: Абхазияла совет власы урынлаша, Абхаз ССР-ы ойошторола.
- 1932: Башҡортостан милли мәҙәниәт фәнни-тикшеренеү институты (1936 йылдан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) ойошторола.
- 1941: Малаяҙ районының исеме башҡорт милли батыры Салауат Юлаев хөрмәтенә Салауат районы тип үҙгәртелә.
- 1952: Рональд Рейган менән Нэнси Девистың туйы.
- 1955: Японияның ҙур булмаған һәм бығаса билдәһеҙ «Sony» фирмаһы транзисторлы кеҫә радиоалғыстары сығара башлай.
- 1975: Чарли Чаплинға рыцарь дәрәжәһе бирелә.
- 1990: Биш йылға РСФСР халыҡ депутаттары съезы һайлап ҡуйыла. 1993 йылдың 21 сентябрендә Рәсәй Президенты Борис Ельцин указы менән таратыла (1993 йылдың 4 октябрендә ҡорал көсө менән ҡыуып таратыла).
- 1997: «Свободный» космодромынан тәүге яһалма Ер юлдашы «Зея» осорола.
- 2002: Рәсәй Кинематография сәнғәттәре һәм фәндәре милли академияһының ойоштороу йыйылышы үтә, академияның «Алтын бөркөт» («Золотой орёл») премияһы булдырыла.
- 2006: Киев метрополитенының «Вырлица» станцияһы асыла.
- 2006: «Класташтар» («Одноклассники») проекты эшләй башлай.
- 2009: Юрий Сенкевичтың мемориаль музейы асыла.
- 2012: Владимир Путин өсөнсө тапҡыр Рәсәй Президенты итеп һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гриб Иван Евдокимович (1911—23.01.1987), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия пулемёт ротаһының взвод командиры, гвардия капитаны (1945). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Пятяри Иван Викторович (1921—5.06.1949), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, штурм авиацияһы гвардия полкы командиры ярҙамсыһы, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945).
тулы исемлек
- Вилданов Фәрит Исмәғил улы (1936—2014), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1959—1995 йылдарҙа Благовар районы «Октябрь» колхозының баш агрономы, 1995—1999 йылдарҙа — рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Абзан ауылынан.
- Сыртланов Ампир Шәйбәк улы (1936—29.06.2016), нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер. 1984 йылдан «Башнефть» производство берекмәһенең баш инженеры—генераль директор урынбаҫары, 1994—2002 йылдарҙа — генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1983). КПСС-тың XXVII съезы делегаты. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәйҙең Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Гульченко Моисей Николаевич (1941), биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1972—1995 йылдарҙа Башҡоростан ижади-берекмә комбинаты рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008).
- Батталов Эдварт Миңләхмәт улы (1951), ғалим-химик, уйлап табыусы. 1974 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2008).
- Йәнекәев Зөфәр Ирғәле улы (1951), дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды Рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡотлоғужина Зәкиә Рәхмәт ҡыҙы (1922—28.10.2005), педагог. 1946—1977 йылдарҙа Баймаҡ районы 2-се Этҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Штиль Георгий Антонович (1932), СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1941—1946 йылдарҙа Ҡалтасы районында эвакуацияла булыусы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2001). Почёт ордены (2022), 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2009). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хәлилов Марат Нуриәхмәт улы (1942—18.01.1994), һөнәри-техник белем биреү педагогы. 1967 йылдан Салауат ҡалаһындағы 26-сы ГПТУ мастеры; 1975 йылдан — 57-се ГПТУ директорының уҡыу-производство эштәре буйынса урынбаҫары; 1979—1994 йылдарҙа 35-се һөнәри училище директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Латип ауылынан.
- Әкбәров Закир Насир улы (1947), мәғариф, партия һәм совет органдары, матбуғат ветераны, журналист, прозаик, йәмәғәтсе. 1997—2010 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының «Время»-«Заман» (артабан «Кумертауское время») гәзитенең баш мөхәррире 2004 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 1999 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2020). Хәким Ғиләжев, Баязит Бикбай исемендәге һәм Татарстандың Илдар Юзиев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
- Шапкина Людмила Васильевна (1952), сәнғәт өлкәһе ветераны, балет артисы, педагог. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1998 йылдан — балет буйынса репетиторы, бер үк ваҡытта 1987 йылдан хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Ғәбиҙуллина Фәниә Рауил ҡыҙы (1957), матбуғат ветераны, журналист, шағир һәм яҙыусы, йәмәғәтсе. 1985—2013 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» республика ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире. 2013 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары, татар телендә ижад итеүсе әҙиптәр берекмәһе етәксеһе. 1999 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм 2009 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008). Назар Нәжми (2016) һәм Фәтих Кәрим (2017) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
- Шурыгина Наталья Серапионовна (1962), педагог. Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фәхрисламов Хәбрахман Абдулла улы (1923—29.05.2013), малсы, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозының ферма мөдире, Үтәгән бригадаһы бригадиры, хужалыҡтың ревизия комиссияһы рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры. Тыуған Үтәгән ауылының почётлы гражданы (2013).
- Ғәбиҙуллин Әҙип Ҡорбанғәли улы (1933—9.07.2008), нефтсе. 1957—1988 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, мастеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1982). Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Үрге Маншыр ауылынан.
тулы исемлек
- Мостафин Өлфәт Сәлих улы (1933), нефтсе. 1956 йылдан Өфө быраулау эштәре идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән баш инженеры; 1980—1994 йылдарҙа Төмән өлкәһе нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары хеҙмәткәре, өлкәнең почётлы нефтсеһе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Көшөл ауылынан.
- Горюнова Мария Егоровна (1938), малсы. 1959—1986 йылдарҙа Баймаҡ районындағы уҡыу-производство хужалығы һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973 ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың 2-се Этҡол ауылынан.
- Архипов Николай Владимирович (1943), тракторист-машинист. 1960 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1984) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Түбә ауылынан.
- Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы (1958), ғалим-тау инженеры. 1980 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—2007 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2009 йылдан – нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһы мөдире, 2014 йылдан фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (2007). Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2015).
- Әхмәтғәлиева Әлифә Миңлеғаян ҡыҙы (1958), хореограф, педагог. 1978 йылдан Дүртөйлө районы мәҙәниәт ойошмалары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1979—2009 йылдарҙа «Сөмбөль» халыҡ бейеү ансамбле балетмейстеры, 2009 йылдан «Аҡ тимгел» өлгөлө хореография ансамбле етәксеһе, 2013 йылдан Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Шәрип ауыл советына ҡараған һәм 1960-сы йылдар аҙағында бөткән Торнабаҫыу ауылынан.
- Рахманғолов Сибәғәт Ғибат улы (1963), журналист һәм йәмәғәтсе. Салауат ҡалаһының мәғлүмәт үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәмихов Мөнир Минһаж улы (1914—28.06.1988), иҡтисадсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1969 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге ғилми хеҙмәткәре. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1963). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Лаҡлы ауылынан.
- Арцыбасов Владимир Михайлович (1939—2018), совхоз эшсеһе. 1954 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы, 2002—2006 йылдарҙа «Аҡъяр» ауыл хужалығы предприятиеһы токаре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998) һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1979). Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
тулы исемлек
- Халиҡов Хәлил Мирзаян улы (1939), инженер, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1971—1977 йылдарҙа һәм 1982 йылдан Илеш район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1995 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы. 1985—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994).
- Әлибаева Ләлә Әмирйән ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Белорет районы Инйәр участка дауаханаһының элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998) һәм почётлы доноры.
- Апракин Владимир Николаевич (1954), инженер-электрик. 1988—2002 йылдарҙа Күмертау электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре муниципаль предприятияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
- Сафонов Вадим Евгеньевич (1969), спортсы. Дзюдо буйынса 1988—1990 йылдарҙа СССР-ҙың һәм 1998—2001 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004). Полиция һәм янғын һүндереүселәрҙең Бөтә донъя уйындары еңеүсеһе (2009). Донъя (2005) һәм Европа (2004) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1678: Антонио Вивальди, Италия композиторы, скрипкасы, педагог, дирижёр; католик руханийы.
- 1854: Авксентий Юртов, эрзә мәғрифәтсеһе, педагог, этнограф. Кириллицаға нигеҙләнгән тәүге эрзә Әлифбаһын төҙөүсе.
- 1870: Евгений Патон, СССР-ҙың ғалим-инженеры, Электр менән йәбештереү институтын ойоштроусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1943).
- 1925: Барый Шәүәлиев, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) батырлығын ҡабатлаған яугир, гвардия кесе сержанты. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Балыҡ Биҫтәһе районынан.
- 1935: Станислав Рассадин, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе.
- 1965: Юрий Лончаков, лётчик-космонавт, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2003).
- 1965: Александр Шаганов, СССР һәм Рәсәй шағиры, йыр текстары авторы.
- 1980: Сергей Зиновьев (1980), хоккейсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2009).
- 1852: Николай Васильевич Гоголь, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.