Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы

тау инженеры. Техник фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ бел

Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы (4 март 1958 йыл) — тау инженеры. Техник фәндәр докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2015)[1].

Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Нефтсе (стадион, Ишембай)
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы 1958 йылдың 4 мартында Өфөлә тыуған. 1980 йылда Өфө нефть институтын «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» һөнәре буйынса тамамлағандан һуң Өфөлә эшләй. 1985 йылда «Разработка композиционно-полимерной смазки и технологии её применения для улучшения показателей работы шарошечных долот» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1986 йылдан алып ғилми-тикшеренеү секторының начальник урынбаҫары, 1987 йылда — начальник, 1988—2007 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. 2006 йылда "Совершенствование геомеханического и триботехнического обеспечения работы системы «скважина — скважинная жидкость — инструмент» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 2009 йылда — нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһы мөдире, 2014 йылдан башлап фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректор. Фәнни эшмәкәрлеге «скважина-скважиналағы шыйыҡса-инструмент» системаһының триботехник һәм геомеханик аспекттарын, эшләү тотороҡлоғон өйрәнеүгә арналған. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре Одопту-диңгеҙ ятҡылығында (Сахалин утрауы) вертикалдән үтә йыраҡҡа сигенгән скважиналарҙы быраулауҙа файҙаланылған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иғәптән вуздар өсөн уҡытыу‑методик ҡулланмалар, 12 уйлап табыу авторы.[1]. Өс фән кандидатын әҙерләгән[2].

Диссертация советы ағзаһы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының (Волга-Кама бүлеге) ағза-корреспонденты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә