Мичиган (күл)
Мичига́н (ингл. Lake Michigan) — АҠШ-тағы күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
Озеро | |
Мичиган | |
---|---|
ингл. Lake Michigan | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 177 м |
Үлсәме | 494 × 190 км |
Майҙаны | 57 750 км² |
Күләме | 4918 км³ |
Яр һыҙаты | 2636 км |
Иң тәрән урыны | 281 м |
Гидрология | |
Минераллығы | сөсө |
Урынлашыуы | |
43°41′32″ с. ш. 87°04′35″ з. д.HGЯO | |
Ил | |
Мичиган Викимилектә |
География
үҙгәртергәҮрге күлдән көньяҡтараҡ урынлашҡан. Гурон күле менән Макино боғаҙы аша, Миссисипи йылғаһы менән — Чикаго—Локпорт каналы аша тоташҡан.
Майҙаны — яҡынса 57 750 км² (Бөйөк күлдәр араһында майҙаны буйынса өсөнсө урында), оҙонлоғо яҡынса 500 км, киңлеге яҡынса 190 км. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге — 177 м, максималь тәрәнлеге — 281 м. Йыл эсендә дүрт ай дауамында боҙ менән ҡаплана. Күлдәге утрауҙар — Бивер, Төньяҡ Маниту, Көньяҡ Маниту.
Мичиган күле АҠШ-тың Мичиган, Индиана, Иллинойс һәм Висконсин штаттарының яр буйҙарын йыуа. Күл буйындағы иң ҙур ҡалалар: Чикаго, Эванстон, Хайланд-Парк, Милуоки, Грин-Бей, Гэри һәм Хэммонд.
Күлдең атамаһы оджибва индеецтары телендәге mishigami («ҙур һыу») һүҙенән барлыҡҡа килгән. Күлде европаларға 1634 йылда француз сәйәхтсеһе Жан Николе аса.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәМичиган (күл) Викимилектә |
- EPA's Great Lakes Atlas
- Great Lakes Coast Watch 2008 йыл 11 май архивланған.
- Michigan DNR map of Lake Michigan
- Official Michigan DNR Freshwater Fishing Regulations 2021 йыл 29 ғинуар архивланған.
- Bathymetry of Lake Michigan
Был Америка Ҡушма Штаттары географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |