Иҫке Абзан
Иҫке Абзан (рус. Староабзаново) — Башҡортостан Республикаһының Благовар районындағы ауыл, Күсәрбай ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 319 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80214822007.
Иҫке Абзан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Күсәрбай ауыл Советы |
Халыҡ һаны |
364 кеше (2002)[1], 324 кеше (2009)[1], 319 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452744 |
Тарихы
үҙгәртергәАуыл 1755 йылдан билдәле, уға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Абзан исеме менән нигеҙ һалған[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 319 | 148 | 171 | 46,4 | 53,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Милли составы
үҙгәртергә2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда йәшәүселәрҙең 80 проценты башҡорттар
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Языков): 36 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Күсәрбай): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Благовар): 51 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (18.12.1918—28.11.2001), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусы, 1972—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1955).
- Вилданов Фәрит Исмәғил улы (1936—2014), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1959—1995 йылдарҙа Благовар районы «Октябрь» колхозының баш агрономы, 1995—1999 йылдарҙа — рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры[5].
- Абдуллин Нәсибулла Ғабдулла улы (2.12.1913- 22.4.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы. 1962-1982 йылдарҙа Республика онкология диспансерының баш табибы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945), Октябрь революцияһы ордены (1969) кавалеры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Иҫке Абзан (Тикшерелеү көнө: 3 март 2021)
- ↑ Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. ISBN 5-98755-015-7 (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҫке Абзан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 март 2021)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |