Батталов Эдварт Миңләхмәт улы

химик, ғалим

Батталов Эдварт Миңләхмәт улы (4 март 1951 йыл) — ғалим-химик, уйлап табыусы. 1974 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2008).

Батталов Эдварт Миңләхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Дыуан-Мәсетле, Рәсәй
Һөнәр төрө уйлап табыусы, химик
Эш урыны Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Эдварт Миңләхмәт улы Батталов 1951 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған[1].

1968 йылда Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен, 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаған.

Шул уҡ йылдан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙегенең Органик химия институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 1993 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

2008 йылда Мәскәүҙә «Радикальная полимеризация виниловых мономеров в присутствии сульфоксидов и их комплексов с солями металлов» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 7 уйлап табыу танытмалары һәм патент хужаһы.

Фәнни хеҙмәттәре винил мономерҙары һәм олигомерҙарының радикаль полимерлашыуына, фотополимерлашыуға; сүс рәүешендәге яҡтылыҡ таратыусы сымдарҙың полимер ҡапламаларын эшләүгә арналған[1].

Төп ғилми хеҙмәттәре

  • Влияние сульфоксидных комплексов на радикальную полимеризацию //Доклады Академии наук. 1977. Т.235. № 6 (авторҙаш);
  • Прочностные и оптические свойства волоконных световодов с эпоксиакрилатным покрытием //Пластические массы. 2005. № 2 (авторҙаш).
  • Фотополимеризация метилметакрилата в присутствии 3,1-бензоксазинов // Промышленное производство и использование эластомеров. – 2014. – вып. 1. – С. 11-12. (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе дипломы (1978)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә