Лаҡлы

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Лаҡлы (рус. Лаклы) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Лаҡлы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 925 кеше[2]. Почта индексы — 452498, ОКАТО коды — 80247830001.

Ауыл
Лаклы
башҡ. Лаҡлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Лаклы ауыл Советы

Координаталар

55°11′44″ с. ш. 58°32′44″ в. д.HGЯO

Халҡы

925[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452498

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 830 001

ОКТМО коды

80 647 430 101

ГКГН номеры

0520371

Лаклы (Рәсәй)
Лаклы
Лаклы
Лаҡлы (Башҡортостан Республикаһы)
Лаклы

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 31 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 26 км

Лаҡлы ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Лаҡлы йылғаһы тамағында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көнсығышҡа 31 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 26 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Лаҡлы йылғаһының атамаһы буйынса ла төрлө фараз йәшәй: Ҡарағасты борон сайырсын тип атағандар икән, Сайырсынҡул — Ҡарағаслы ҡул, тимәк[4].

Суҡыныуҙан баш тартҡан татарҙарҙы Пётр I 1697 йылдағы указы менән яһаҡ, дәүләт крәҫтиәндәре төркөмөнә, лошманлыҡҡа күсергән. Лошмандар верфтәрҙә караптар төҙөгән. Ауылды икенсе төрлө — «ҡарағастан карап төҙәүселәр ауылы, Карапсауыл, тип тә йөрөткәндәр». Лаҡлылар XX быуат башына тиклем караптар (баркалар) төҙөгән[5].

Борон ат юлы Лаҡлы йылғаһы буйлап үткән. Аттарҙы эсерергә уңайлы булһын, тип йылғаға улаҡ яһап ҡуйған булғандар, Улаҡлы йылға шулай барлыҡҡа килгән тиҙәр. Икенсе фараз: борон ҡырағай тау кәзәләре, ылаҡтар, ҡаялы-ташлы Сүлмәктауҙа, йылға буйында көтөүе менән йөрөгәнгә, Ылаҡлы йылға тигәндәр. Тора-бара, тел закондарына ярашлы, ҡыҫҡартып, Лаҡлы йылға тип кенә йөрөтә башлағандар. Һуңғараҡ Лаҡлы йылғаһы атамаһы ауылға күскән.

Лаҡлы ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары ерҙәрендә, аҫабалар менән керҙәшлек килешеүенә ҡул ҡуйып, яйлап типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар нигеҙ һалған. Ауыл 1736 йылдан билдәле булған тигән фараз бар.

1760 йылдың февралендә Себер даруғаһы Атау (Таймый) ауылынан типтәрҙәр, Ғүмәр Үтәгәнов һәм уның иптәштәре, һәр йорттан 25 тин һалым (оброк) түләү шартына килешеп, килеп төпләнә. Лаҡлы ауылы борон Сайырсынкүл, Атаулаҡлы, Йыланлы тигән төрлө исемдәр менән теркәлгән.

Килешеү тексы:

«Был иҫке төркисә яҙма 1760 йылдың 3 февралендә Себер даруғаһы Өфө өйәҙе Тырнаҡлы улусы халҡының олоһо ла, кесеһе лә, ата-бабаларҙан бүләк итеп ҡалдырылған аҫаба ерҙәребеҙҙе шул уҡ Себер даруғаһы биләмәһендә ун хужалыҡта йәшәгән Атау ауылының (йәғни: Таймый) яһаҡлы татарҙары, иптәштәре менән, Ғүмәр Үтәгәновҡа, Йәһүҙә һәм Хәлил Алкиндарға, мулла Ғайса Сөләймәновҡа, Исмаил Сәйетовҡа, Ибрай Нуркинға, сотник Мәҡсүт Абдуллинға, мәңгелеккә, уларҙың балаларына, ейән-бүләләренә, һәр ихатанан 25-әр тин һалым түләп, һәм әгәр ошо ун ихатанан ата-әсәһенән балалары туғандарынан ағай-эне айырылып сыға ҡалһа, улар ҙа аҫабаларға 25-әр тин түләү бурысы менән, хужа булыу хоҡуғын бирәбеҙ. Бүлеп бирелгән ерҙең сикәтре: Шәрәк тауы үренән ҙур Троицк юлы буйлап Түбәләҫ улусы ыҙанына һәм унан Сайырсынлы тип аталған ҡул үренә, уның буйлап йылға тамағына тиклем, ә тамаҡтан Түбәләҫ улусы ыҙанына, Һарығамышҡа, уның буйлап ыласын ояһы ташына (Ласынташ) тиклем, унан дала аша арҡа буйлап Әй йылғаһына, унан Лаҡлы тамағына, унан таш аҫтына һәм унан күрһәтелгән оло юлдағы Шәрәк тамағына һәм Шәрәк тауына, Өстүбәгә тиклем: бесән сабырға, Шәрәк үренән Ҡаратаулы ыҙанына тиклем ҡарағай һәм ҡарағас урманын ҡырҡырға; ихтыяждарына ҡарата иркен алырға. Һәм ошо Өстүбәнән Түбәләҫ ыҙаны буйлап Сайырсынлы ҡул буйлап ер-һыуҙар, урмандар менән файҙаланырға, һәм бынан тыш, Лаҡлы тамағында, таштан аҫтараҡ он тарттырыу тирмәндәре төҙөргә мөмкин. Шулай килешеп иҫке төркисә яҙма менән, Шидәк Мишәров, Мәмеш Ишбулатов, Әйтеш Таңғатаров, Әлей Мөҡминев һ. б. ҙур һәм бәләкәй тамғаларын ҡуйҙылар.»

.

1760 йылда, башта Атау (хәҙерге Таймый) ауылында йәшәгән, һуңғараҡ, Себер даруғаһындағы Тырнаҡлы улусы башҡорттары менән керҙәшлек килешеүе төҙөп, 7 татар ғаиләһе: 42 йәшлек староста Үрәзмәт Кирәков, ҡатыны, 4 балаһы менән, 68 йәшлек Нурҡай Ташбулатов 10 ғаилә ағзаһы менән, 70 йәшлек Келәү(ле) Емеев 6 ғаилә ағзаһы менән, 42 йәшлек Ишмәт (Ишмөхәмәт) Һөйөндөкөв 3 ғаилә ағзаһы менән, 62 йәшлек Бикә Асҡиев 3 ғаилә ағзаһы менән, 50 йәшлек Мөслим Асҡин 2 ғаилә ағзаһы менән, 35 йәшлек Абдулла Асҡин 2 ғаилә ағзаһы менән — барыһы 38 кеше Сайырсынҡул (Карагачевый Лог) ауылына (Лаҡлыға) нигеҙ һалғандар. Тырнаҡлы аҫабаларына ҡортомға алған ерҙәре өсөн һәр йорттан йылына 25 тин түләгәндәр.

1770 йылдың 25 майында шул ерҙәрҙе өйрәнеп йөрөгән рус ғалимы П. С. Паллас был ауылды Сайырсынҡул, тип атай һәм унан һулға 3 саҡрымда мәмерйә бар, ти. Ул саҡта был ауыл Лаҡлы йылғаһы буйында урынлашҡан һәм унда кеше һаны бик күп булмаған[7]. Крайҙы өйрәнеүселәр араһында был һүҙҙең йөкмәткеһен журналист Р. Исламшин аңлайышлы итеп тәфсирләне. Саярсин, Сайырсын — ҡарағас, Сайырсынҡул — Ҡарағаслы ҡул. Тимәк, башта Лаҡлы ауылын Сайырсынҡул, йәғни Ҡарағаслы ҡул тип атағандар[8][9].

XVIII быуат аҙағынан, 1778 йылдан, лаҡлылыр типтәр ҡатламы тип аталған, типтәр полкының 9-сы командаһына ингәндәр, 1865 йылға тиклем һәм артабан да үҙҙәрен шулай атап йөрөткәндәр. Казак булып хеҙмәт иткәндәр. 1855 йылдан 1865 йылға тиклем Башҡорт ғәскәренә ингәндәр[10].

Лаҡлыла 1795 йылда 17 йортта 138 кеше, 1816 йылда — 112, 1834 йылда — 176 кеше, 1865 йылда 105 йортта — 619 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған.

Лаҡлыларҙың 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡанлығы, Салауат Юлаевты Лаҡлы ауылында ҡамсы менән һуҡтырыуҙары документтарҙан билдәле. Риүәйәттәрҙән белеүебеҙсә, Салауат Юлаев Таш ҡыуыш мәмерйәһендә дошмандарҙан йәшенеп йөрөгән, имеш[11].

Лаҡлы ауылына нигеҙ һалғандар араһында Арыҫланбәк Аҡтуғанов һәм уның дүрт улы булған. Уның өсөнсө улы Мортаза Арыҫланбәков (1743—1791) Юлай Аҙналиндың бер туған һеңлеһе Мәликәгә өйләнгән. Крәҫтиәндәр һуғышы ҡанһыҙ баҫтырылғандан һуң, Юлайҙың нәҫелен һаҡлап ҡалыу ниәтенән, Мәликәне тыуған ауылынан мөмкин тиклем алыҫыраҡ, татар ауылына, кейәүгә биргәндәрҙер. Мортаза менән Мәликәнең өс балаһы: Мөхәббәрә (1777), Ғәбделнасир (1781), Ғәбделхәлил (1784) була. Ғәбделнасирҙан Мөхәмәтдиновтар, Нурғатиндар, Әбделхәлилдән (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Әбделхәким тип бирелә) — Мурзиндар, Кәбировтар, Талиповтар таралған. Шулай уҡ Әбделхәлилдән — Абдулханнан һәм бөгөнгө көндә Латипов Даниял, Ағраф Ғәбдрәҡип улдарының ғаиләләре Юлай Аҙналин нәҫеленә мөнәсәбәтле тип әйтеп була[12]

Ауылға нигеҙ һалыусылар араһынан Сөләймәнов Ғайса (1729—1802) 40 йыл дауамында Лаҡлы мәхәлләһенең муллаһы булған. Уның улы Хоҙайбирҙе Ғайсин (Зинуровтарҙың ата-бабаһы) 1798 йылдан Лаҡлы мәхәлләһе мәзине булған һәм 1811 йылдан 12623-сө һанлы рәсми күрһәтмә нигеҙендә мулла һәм мөғәллим исемен алған.

1828 йылда Хоҙайбирҙе Ғайсин Лаҡлыла йәмиғ мәсетен төҙөтә. 1833 йылдан башлап, 50 йыл дауамында, мәсеттең икенсе имамы һәм мөғәллиме Ғайсаның ейәне Шәмсиваров Баһауетдин (1806—1891) булған.

Әхмәтсафа ибн Баһауетдин ибн Шәмсивар (18611929) — дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы-мәғрифәтсе, «Әхмәҙиә» мәҙрәсәһе мөҙәрисе, Златоуст өйәҙе мосолмандарының лидеры, дворян, 18751881 йылдарҙа Троицк ҡалаһының беренсе мәсете мәҙрәсәһендә уҡыған, Себер линияһында писарь һәм тәржемәсе булып эшләгән, 1884 йылдан Лаҡлы мәхәлләһенең имам-хатибы һәм мөҙәрисе, Златоуст өйәҙенең мосолман мәғарифы инспекторы, 1907 йылдан — ахун, ике тапҡыр хаж ҡылған. Әхмәтсафа ахун Троицк ҡалаһындағы данлыҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә мәғрифәтселек, йәдитселек идеяларын таратҡан Зәйнулла ишан менән яҡын таныш булған.

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1760 Тырнаҡлы улусы Өфө өйәҙе Себер даруғаһы Рәсәй империяһы
1816 -се йорт 5-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 5-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 5-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1855-1865 башҡорт-мишәр ғәскәре 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Тырнаклы улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Әйле улусы Дыуан-Ҡошсо кантоны Башҡорт АССР-ы   РСФСР
1925 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Башҡорт АССР-ы   СССР
1935 Лаҡлы ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1943 Лаҡлы ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Лаҡлы ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Лаҡлы ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылдағы X ревизия материалдары буйынса Лаҡлыла 312 ир-егет типтәр йәшәгән. 1865 йылдан лаҡлыларҙың хоҡуҡтарын башҡа крәҫтиәндәр менән тигеҙләгәндәр. XIX быуат аҙағында Лаҡлының бөтөн ерҙәре лә һөрөлөп бөткән, ер мәсьәләһе бик киҫкен торған. Ер ҡара тупраҡлы, сәсеү әйләнеше — өс баҫыулы булған, һабан менән һөргәндәр. Арыш, һоло, ҡарабойҙай, бойҙай, етен сәскәндәр. Ауылда 2 һыу тирмәне, 8 ат һуҡҡысы, 20-гә яҡын елгәргес, байтаҡ йәшелсә баҡсаһы булған. Ауылда 4 йәмәғәт һыу тирмәне һәм айырым хужалар мөлкәте: 2 бешкәк (болғауыс), 2 тимерлек, 4 сауҙа итеү кибете, 1 кирбес һарай булған. Ҡуртымға йылына һәр урын өсөн 2 һумдан 25 һумға тиклем түләү менән 6 тирмән урыны (6 дисәтинә) бирелгән. Халыҡ малсылыҡ менән дә шөғөлләнгән[13]

1865 йылда 105 йортта — 619 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған.

XVIII быуат аҙағында татарҙар типтәр ҡатламына күскән һәм 1865 йылға тиклем шулай аталған. Улар үҙҙәрен 1926 йылға тиклем типтәр тип йөрөткәндәр.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

Рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар тураһында мәғлүмәтте өйрәнәһе бар. Ветеран уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе Ғаффаров Нәсих Ғаффар улы — „өс һуғыш ветераны“.

19081909 уҡыу йылында 4 бүлектән торған Лаҡлы башҡа милләттәр (инородче­ский) училищеһы булдырыла. Бында 72 малай һәм 25 ҡыҙ айырым уҡытылған.

Революция юлына баҫҡан ауылдаштар араһында Хамматов Шәрифулла, Зиннуров Нурулла һ. б. Улар, нәтижәлә, революция ҡорбаны ла булды.

Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы 1893 йылдың 18 ғинуарында тыуған. 1908 йылда Лаҡлы рус-татар мәктәбен Маҡтау ҡағыҙы менән, 1910 йылда 2-класлы Нәсибаш дәүләт мәктәбен тамамлай. 1914 йылда Красноуфимск ауыл хужалығы мәктәбендә агроном һөнәренә эйә була. 1914—1918 йылдарҙағы Беренсе бөтөн донъя һуғышында ҡатнаша.

1918 йылдың 1 апрелендә Златоуст өйәҙ Советы съезы Хамматовты Милләт мәсьәләләре буйынса өйәҙ комиссары итеп һайлай. 1918 йылдың 10 апрелендә Лаҡлы улус советы ойошторола, Хамматовты улус советы рәйесе итеп һайлайҙар.

1918 йылдың 13 июнендә Шәрифулланың өс туғаны Ҡәнзәфәр бай Ғимранов ойошторған фетнәселәр төркөмө улус советын ҡыйрата, Хамматовты ҡулға алалар, туҡмайҙар, мыҫҡыл итәләр. Революционер Хамматовты 1918 йылдың 27 июнендә Үрге Ҡыйғыла йыртҡыстарса язалап үлтерәләр.

1920 йылда Лаҡлыла 326 йортта 1703 кеше йәшәгән. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, Лаҡлы халҡы бөгөнгөнән ике тапҡырға күберәк булған.

1983 йылдың ноябрь айында Лаҡлы мәҙәниәт йортонда яҡташтары Шәрифулла Хамматовтың 90 йәшен билдәләне. Мәктәп музейы етәксеһе Абдуллина М. Ф. Хамматовтың тормош һәм көрәш йылдары тураһында сығыш яһаны. Һәүәҫкәр артистар эстәлекле концерт күрһәтте. 1994 йылда ауылдаштар Хамматовтың 100 йәшен лайыҡлы билдәләне.

Нурулла Зиннур улы Зиннуров 1901 йылда Лаҡлыла тыуған. „Әхмәҙиә“ мәҙрәсәһендә, рус-татар мәктәбендә, 19151916 йылдарҙа Нәсибаштағы 2-класлы земство училищеһында, 19171918 йылдарҙа Златоустағы уҡытыусылар семинарияһында уҡый. 1918 йылдың майында Лаҡлыла революцион эшкә ҡушыла. 1919 йылдың июнендә Нурулла большевиктар партияһы сафына алына. Златоуст өйәҙендә РКП(б)-ның партия комитеттары ойошторола. 1921 йылға тиклем 8-се һанлы парткомдың (Лаҡлы, Йыланлы, Туғыҙлы, Вәҡийәр, Иҙрис, Сыбарҡыя ауылдары ингән) тәүге секретары. 1920 йылдың 17 ғинуарында Златоуста өйәҙ йәштәре съезы, шул уҡ йылдың мартында Лаҡлыла йәштәрҙең I бөтә район конференцияһы уҙа. Лаҡлыла 15 кешенән торған тәүге комсомол ячейкаһы булдыра. 1925 йылда Әхмәтсафа Баһауетдинов хәҙрәттең ҡыҙы Фәхитәгә өйләнә. 1925 йылда Нурулла Зинуров, ауылдашы Хәйруллин Әхмәтнур менән, Мәскәүгә, ВЦИК преседателе М. И. Калининға, ауыл халҡы исеменән Лаҡлыны Автономиялы Башҡорт ССР-ы составына индереүҙе юллап бара. 1925 йылдың 16 февралендә ВЦИК ҡарары, 27 февралдә БашЦИК ҡарары менән Лаҡлы менән тағы 30-ға яҡын башҡа ауылдар Автономиялы Башҡортостан составына инә. Халыҡҡа яҙғы сәсеү өсөн ер бирелә. 1926 йылда ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Зиннуровты Мәскәүгә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетына (КУТВ) уҡырға ебәрә. 1930 йылда Донбасста Сталин партия ҡала комитетында эшләй. 1932 йылда Мәскәүгә Ҡыҙыл профессураның Аграр институтына уҡырға ебәрелә. 19331935 йылдарҙа Аҡһары МТС-ының политбүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. Үҙенең инициативаһы менән Күмертау районы Яңы Мораптал ауылында Чапай МТС-ын ойоштора. 19351936 йылдарҙа Асҡын МТС-ы директоры, шунан 1937 йылдың 4 ноябренә саҡлы Үрмиәзе МТС-ы директоры булып эшләй[14]. Юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған коммунисты 1937 йылдың ноябрендә ҡулға алалар. 1940 йылда РСФСР УК-ның 58-се ст. буйынса СССР НКВД-ның махсус кәңәшмәһе ҡарары менән Зиннуров Нурулла „контрреволюцион эшмәкәрлеге өсөн“ 5 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1943 йылда Новосибирск төрмәһендә үлә. 1958 йылда БАССР Юғары суды ҡарары буйынса аҡлана[15].

1986 йылда Лаҡлы мәҙәниәт йортонда Нурулла Зиннуровтың 85 йәшен тантаналы рәүештә билдәләп үтте яҡташтары. Был эште ойоштороу һәм тормошҡа ашырыуҙа крайҙы өйрәнеүсе уҡытыусы Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙының роле ҙур булды. Нурулла Зиннуровтың Шәрифулла Хамматов тураһында яҙылған „Тормош ҡорбандары“ тигән пьесаһын сәхнәләштереүҙе Салауат район комитеты тыя. Үҙгәртеп ҡороу йылдары яңы ғына башлана ине. Абдуллина М. Ф. юллауы буйынса Салауат район башҡарма комитетының 1987 йылдың 20 апрелендәге 20-се ҡарары менән Лаҡлы ауылының бер урамына Нурулла Зиннуров исеме бирелде.

1927 йылда, Әхмәтсафа хәҙрәтте Мәсәғүт төрмәһенә ябып ҡуйғас, Златоуст округы халҡының баш күтәреүенән ҡурҡып, дин әһелен иреккә сығаралар. Әхмәтсафа хәҙрәт үлгәндән һуң, 1929 йылдың июнендә, мәҙрәсә бинаһында Крәҫтиән йәштәре мәктәбе (ШКМ) асыла. Мәсәғүт кантонында бындай мәктәптәр Лаҡлыла һәм Петрушкала.

1931 йылда Әхмәтсафаның өйө ауыл советы йорто итеп файҙаланыла башлай. Мәсет манараһын тик 1935 йылда ғына һүтәләр. Әхмәтсафа хәҙрәттең улдары Вәсил һәм Мөхәммәт, ҡыҙы Фәхитәнең ире Нурулла Зиннуров репрессияға дусар ителә.

1930-сы йылдарҙа Лаҡлыла бер нисә ер эшкәртеү товариществоһы, ауыл хужалығы артелдәре ойошторолған. „Ҡондоҙ“ ТОЗ-ына Нурулла Зиннуров нигеҙ һалған.

Бөйөк Ватан һуғышына Лаҡлынан 400-ҙән ашыу ир-егет киткән, яртыһынан күберәге яу ҡырында һәләк булған.

Һуғыштан һуң, колхоздарҙы эреләткән йылдарҙа, Лаҡлы ауылы колхозына комиссар Шәрифулла Хамматов исеме бирелә. 1991 йылда Лаҡлы ауылы мәҙәниәт һарайында колхоздарға берләшеүҙең 60 йыллығы тантаналы билдәләп үтелде. Хамматов исемендәге колхоздың ул саҡтағы рәйесе Шиһаев Альберт Кәримйән улы һөйләгән сығышты, архив материалдарына таянып, Абдуллина М. Ф. яҙғайны.

Лаҡлыла мәғариф үҫеше

үҙгәртергә

Лаҡлыға нигеҙ һалынғандан бирле ата-бабалар йәш быуынға белем биреү эшенә етди ҡарағандар. 1828 йылда Лаҡлыла Собор мәсете асылғас, мәғрифәтселек хәрәкәте тағы ла йылдам үҫеш алған.

Әхмәтсафа Баһауетдинов ахун (18611929) үҙе ойошторған «Әхмәҙиә» мәҙрәсәһендә Златоуст өйәҙенең мосолман йәштәренә белем алыу мөмкинлеген биргән. Златоуст өйәҙенең мосолман мәғарифы инспекторы булараҡ, башҡа ауылдарҙағы мәктәптәрҙең хәл-торошо менән дә ҡыҙыҡһынып йәшәгән. Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе Зәйнулла Рәсүлев менән аралашҡан.

1894 йылда Лаҡлыла рус-татар ирҙәр мәктәбе асыла. Тәүге йылында уҡ унда 200 ир бала уҡығаны билдәле. Был мәктәпте асыуҙа Әхмәтсафа хәҙрәт ҙур әүҙемлек күрһәткән. Лаҡлы был дәүерҙәге Златоуст өйәҙе мосолмандарының мәҙәни һәм мәғариф үҙәгенә әйләнгән.

1905 йылда Лаҡлыла рус-татар ҡыҙҙар мәктәбе асыла. Әхмәтсафа хәҙрәт тырышлығы менән 1906 йылда „Әхмәҙиә“ мәҙрәсәһенең яңы бинаһы төҙөлә.

1906 йылда Златоуст земство идаралығы Әхмәтсафа Баһауетдиновҡа өйәҙҙең мосолман халҡына белем биреүҙә әүҙемлек күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерә.

1906 йылда мәсет һәм мәҙрәсәнең яңы бинаһы төҙөлгәс, мәҙрәсә урта белем биреүсе дини уҡыу йортона әүерелгән. Мәҙрәсәлә уҡыу ике баҫҡыслы булған: беренсе, башланғыс баҫҡыс — 4 йыллыҡ булған, „Хикмәтиә“ тип аталған; икенсе баҫҡыс, урта белем биргәне — „Әхмәҙиә“ этабы.

Лаҡлы мәғариф усаҡтарында белем алған алдынғы кешеләр тирә-яҡ ауылдарҙа уҡытыусы булып эшләгән. Лаҡлылар Ғәлимйән Әхмәтсафин, Ҡәүей Хилажев, Рәхимғол Вәлиев төрлө йылдарҙа Илсекәй мәктәбендә уҡыттылар.

XX быуат башындағы ғәрәсәтле йылдар — Беренсе донъя һуғышы, революция, Граждандар һуғышы, 1921 йылдағы аслыҡ үҫеп килгән быуындың яҙмышына бик ҡаты ҡағылған. Нурулла Зиннуров ҡарауһыҙ ҡалған, аслыҡтан яфаланған балалар өсөн 1921 йылда Лаҡлыла балалар йорто астыра.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар йортоноң эшмәкәрлеге тергеҙелә, һәм унда ҡамауҙа ҡалған Ленинград балаларын урынлаштыралар. Байрамғолов Ямалетдин, Хәлилов Мөхибулла, Зәйнуллин Һиҙиәт төрлө йылдарҙа балалар йортоноң директорҙары булып эшләйҙәр. Лаҡлы балалар йорто 1967 йылға тиклем эшләгән.

1932 йылғы ҡарар менән Лаҡлыла түләүһеҙ мәжбүри 7-йыллыҡ белем усағы эшләй башлай. Лаҡлы Крәҫтиән йәштәре мәктәбендә (ШКМ) төрлө ауылдарҙан килгән балалар белем алған. Сәфиуллин Мораҙым, Сәмихов Мөнир, Вәлиев Тәүкәлүн ШКМ директорҙары була.

1936 йылда директор Мөнир Сәмихов мәктәптең яңы ағас зданиеһын төҙөткәнгә тиклем Лаҡлы балалары Әхмәҙиә мәҙрәсәһе һәм мәсет өйөндә уҡыған булған. Был мәктәпте ихтирамға лайыҡ булған өлкән йәштәге уҡытыусы Байрамғолов Ямалетдин етәкләгән. Дөйөм мәжбүри уҡыу Законын тормошҡа ашырып, 1941 йыл башына мәктәп йәшендәге һәр бала белем алған. был ваҡытҡа өлкән йәштәге кешеләр араһында ла грамотаһыҙлыҡ бөтөрөлгән.

1958 йылдан башлап мәктәптәр мәжбүри 8 йыллыҡ уҡытыуға күсә. Ул саҡтағы мәктәп коллективында уҡытыусы-фронтовиктар күп булған: Хәйруллин Абдулла, Кәбиров Әнүәр, Зиннуров Мөнир, Байрамғолов Ғүмәр, Булатов Шәйхислам, Низаев Рәхимйән, Хәлилов Мөтиғулла һ.б. Лаҡлыға Урмансы балалары ла йөрөп уҡыған.

Балалар һаны йылдан-йыл күберәк була барғанлыҡтан, элекке ағас мәктәп үҫә барған талаптарҙы ҡәнәғәтләндермәй ине. 1966 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Лаҡлы мәктәбе директоры Хәйруллин Абдулла Хәйрулла улы етәкселегендә Хамматов исемендәге колхоз аҡсаһына 320 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә башлай. Яңы Лаҡлы урта мәктәбе 1969/1970 уҡыу йылына асыла. Лаҡлы халҡының белемен арттырыуға, мәҙәнилеген үҫтереүгә урта мәктәп бик әһәмиәтле өлөш индерә. Яңы мәктәп төҙөлөшөндә ул замандағы 7-8 класс уҡыусылары ихлас ҡатнашты. Мәктәп төҙөү эшендә уҡытыусылар Сәлимә менән Риф Ғофраевтар, Ҡәтифә менән Мөтиғулла Хәлиловтар, Мөнир Зиннуров, Ғүмәр Байрамғолов, Әнүәр Кәбиров, Фәйзрахман Ғарипов, Мәрйәм Рьянова, Сания Зәйнуллина, Наилә Хөсәйенова, Зәйнәб Ниғәмәтйәнова, Зәкиә Хәлилова, Сания Вәлиева күп көс һалдылар.

Яңы урта мәктәптә эшләргә махсус урта һәм юғары махсус белемле белгестәр килә. Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусылары Хәйруллин Абдулла Хәйрулла улы, Вәлиева Сания Ғәлим ҡыҙы, БАССР-ҙың мәғариф алдынғыһы Иҙрисова Зәйтүнә Йосоп ҡыҙы, өлкән уҡытыусы Хәлилов Мөтиғулла Зәйнулла улы, һуңғараҡ РФ мәғариф алдынғыһы булып киткән, оҙаҡ йылдар уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, рус теле, технология уҡытыусыһы булған Ғофранова Флюзә Ғәлим ҡыҙы, биология уҡытыусыһы Бәйтуллина Гөлзада Мәлиҡ ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәсибуллина Энже Ризуан ҡыҙы менән бергә эшләгән, ул саҡта йәш булһалар ҙа, үҙ эштәренең оҫтаһы булып өлгөргән уҡытыусыларҙы әйтеп үтергә кәрәк:

Моратова Римма Вәлиулла ҡыҙы, Ғилметдинова Азалия Сабир ҡыҙы, Хәйретдинова Зәлиә Фәйзрахман ҡыҙы, Мурзин Ирек Әнүәр улы, Мурзина Мария Пётр ҡыҙы, Ғиззәтуллина Лидия Факил ҡыҙы, Әхмәтйәнова Миңһылыу Мулләхмәт ҡыҙы, Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы, өлкән уҡытыусы Шафиҡова Мәрйәм Рәвил ҡыҙы, Сафин Валерик Ғәлим улы, Миңлеғәлина Альбина Даниял ҡыҙы, Миңлеғәлин Ниғмәтулла Миңлеғәли улы, Хәлилова Роза Мөтиғулла ҡыҙы, Ғиззәтуллина Анфиса Илһам ҡыҙы, Зиннуров Адик Мөнир улы, Зиннурова Людмила Садиҡйән ҡыҙы, Ғиззәтуллин Ғабит Тәхәүи улы, Йәнгиров Ғәҙил һ. б.

70-80-се йылдарҙа Лаҡлы урта мәктәбендә ваҡыты менән 400-ҙән ашыу 420-гә яҡын уҡыусы уҡыны. Күрше Урмансынан 9-10 класҡа уҡыусылар килә ине.

Был йылдарҙа Лаҡлы мәктәбендә патриотик, әхлаҡ, мәҙәни-зауыҡ тәрбиәһенә һәр саҡ ҙур иғтибар бирелде. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ғиззәтуллина Л. Ф., һуңғараҡ-РФ мәғарифы алдынғыһы, етәкселегендәге һәүәҫкәр бейеүселәр, музыка уҡытыусыһы Мурзина М. П. әҙерләгән йырсылар, музыкаль ансамблдәр зона һәм район конкурстарында гел еңеүгә өлгәшәләр ине. Пионер вожатый Ғәлләмова (Зәйнуллина) Лидия Һиҙиәт ҡыҙы уларҙың әүҙем ярҙамсыһы, пионер, комсомолдарҙың әйҙәүсеһе булды. Военрук һәм физкультура уҡытыусыһы Сафин Валерик Ғәлим улына хәрби-патриотик әҙерлек эштәрен йәнле ойоштороуы, гармунда уйнап сараларҙы йәмләүе оло абруй килтерҙе.

19771991 йылдарҙа Лаҡлы урта мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы, эшкә килеү менән, „Ҡыҙыл ҡәнәфер“ эҙәрмәндәр клубын ойошторҙо. Абдуллина уҡыусыларын ауыл ҡарттары менән осрашыуҙарға йөрөттө, иҫтәлектәрен яҙып алды. 1982 йылда иҫке ағас мәктәптә ул, коллегалары, йәмәғәтселек ярҙамы менән, Крайҙы өйрәнеү мөйөшөн булдырҙы. 1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йылын билдәләгәндә, „Бөтөн йөрәктән“ тип аталған сценарий яҙып, яңы төҙөлгән Мәҙәниәт йортонда Музей асыу тантанаһын ойошторҙо. Был изге эштән бер кем дә ситтә ҡалманы, бөтөн мәктәп коллективы ҡатнашты. Бер аҙҙан Лаҡлы мәктәбе музейы 5304-се һаны аҫтында Республика каталогына ла индерелде. Һуңғараҡ, Лаҡлынан күсеп киткәс, Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы Абдуллина Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, „Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле йыл уҡытыусыһы — 2009“ һөнәри конкурсының еңеүсе-финалисы, Өфө ҡалаһы Хакимиәте грантына, 2010 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең „Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы“ Премияһына лайыҡ булды.

1991 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе, „Йәдкәр“ тип исеме үҙгәртелгән мәктәп музейын, заман талаптарын тура килтереп биҙәп, материалдарҙы компьютер баҫмаһына күсереп, яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырып, татар теле уҡытыусыһы Хәйретдинова З. Ф., ҡәҙерләп, тәртиптә тотто.

Профсоюз ойошмаһын етәкләгән Әхмәтйәнова Миңһылыу Мулләхмәт ҡыҙы, колхоз баҡсаһын арендаға алып, 7 йыл буйы кәбеҫтә плантацияларын тәрбиәләне. Килемле эшкә мәктәп уҡыусылары йәлеп ителде, Әхмәтйәнова, йәйге отпускыны белмәй, ошо эштә егелде.

Мәктәп яны участкаһында ла мәктәп ашханаһын арзан аҙыҡ менән тәьмин итерлек йәшелсә-емеш үҫтерелде.

Лаҡлы урта мәктәбенең кабинеттары һәр ваҡыт район смотрҙарында өлгө итеп ҡуйылды. Бигерәк тә биология, рус теле кабинеттары үҙенә ылыҡтырып тора ине. Ул йылдарҙа яуаплы саралар, семинарҙар, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығы булды Лаҡлы урта мәктәбе.

50 йылға яҡын арауыҡта мәктәпте алтын (6) һәм көмөш (30) миҙалға тамамлаусылар күп булды.

Алтын миҙалға тамамлаусылар: Рьянов Рәфҡәт, Хәмиҙуллин Илдар, Ғәлләмов Марат, Латипов Руслан, Хәйретдинова Алина, Мөхәмәтдинова Альбина.

Төрлө йылдарҙа Лаҡлы мәктәбен тамамлаусылар араһында республикала, тотош илдә танылған кешеләр күп.

Бөгөнгө көндә уҡытыу-тәрбиә эштәре һаман хәҙер инде иҫкергән мәктәптә тормошҡа ашырыла. Заманса яңы мәктәп төҙөү хыялы әлегә ҡағыҙҙа ғына ҡала килә.

Хәйруллин А. Х. хаҡлы ялға киткәс, мәктәп директоры булып Байрамғолов Ғ.Я. эшләне. Эстафетаны йәш уҡытыусы Баймөхәмәтов Ф. Ф.дауам итте, уны Малаяҙҙағы 1-се урта мәктәбе директоры итеп күсергәс, РФ мәғарифы алдынғыһы Мурзин Ирек Әнүәр улы 25 йыл буйы Лаҡлы мәктәбе директоры булды. Һуңынан төрлө йылдарҙа Лаҡлы урта мәктәбе директоры булып РФ мәғарифы алдынғыһы Әхмәтйәнова М. М., Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы Латипова Г.Ә., Ниғәмәтйәнов А.Ә. эшләнеләр.

20102011 уҡыу йылы башына Лаҡлы урта мәктәбендә 92 уҡыусы иҫәпләнде. Мәктәп уҡытыусыларының барыһы ла юғары белемле, юғары квалификациялы. Мәктәп директоры — Хәлилова Жанна Мөтиғулла ҡыҙы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары — Латипова Гөлйөҙөм Әхнәф ҡыҙы, тәрбиә эштәрен ойоштороусы — Бикмөхәмәтова Эльмира Дәүләт ҡыҙы.

Коллективта 18 уҡытыусы эшләй, шулар араһында юғары категориялы — 4, беренсе категориялы — 11, икенсе категориялы — 2 уҡытыусы.

Хәлилова Ж. М., Хәйретдинова З. Ф. „Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы — 2008“ конкурсы еңеүсеһе тигән Грантҡа лайыҡ булды

Сафин В. Ғ., Хәлилова Ж. М. — РФ мәғариф алдынғыһы билдәһенә лайыҡ булды.

Латипова Г.Ә., Бәйтуллина Р. Ҡ., Хәйретдинова З. Ф. — Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғылары.

Бәйтуллина Р.Ҡ.- РФ мәғарифының почётлы хеҙмәткәре.

Уҡытыусы Сәмиғуллина М.Ә. „Салауат районының иң яҡшы йыл уҡытыусыһы — 2010“ конкурсы еңеүсеһе булды.

Лаҡлы мәктәбе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп эшләй. 2009/2010 уҡыу йылында 9 сығарылыш уҡыусыһының өсәүһе миҙалға тамамланы, барыһы ла юғары уҡыу йорттарына инде. 7 класс уҡыусыһы „Салауат районының иң яҡшы уҡыусыһы — 2010“ конкурсы еңеүсеһе тип танылды. 2011/2012 уҡыу йылында 9 класс уҡыусыһы Кашапова Динә Дамир ҡыҙы хоҡуҡ белеме буйынса муниципаль этапта 1-се урын яуланы, йәмғиәтте өйрәнеү, татар теле буйынса республика олимпиадалары призёры булды, 2011/2012 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса муниципаль Салауат районы Хакимиәтенең стипендияһына лайыҡ булды.

2021/2022 уҡыу йылында Лаҡлы мәктәбе, балалар баҡсаһы яңы һалынған бинала эшләй башланы.

Әлеге ваҡытта Лаҡлы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Лаҡлы ауылында татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1703
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1868
1959 йыл 15 ғинуар 1449
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1157
2002 йыл 9 октябрь 1124
2010 йыл 14 октябрь 925 448 477 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Нурулла Зиннуров урамы (рус.  Зиннурова (улица)
  • Киров урамы (рус.  Кирова (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Пушкин урамы (рус.  Пушкина (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Туҡай урамы (рус.  Тукая (улица)
  • Хамматов урамы (рус.  Хамматова (улица)
  • Чкалов урамы (рус.  Чкалова (улица)
[16]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

„Янғантау“ геопаркы» сиктәрендә Лаҡлы һәм Урмансы ауылдарында мауыҡтырғыс туристик маршруттар бар.

Ер-һыу атамалары

Йылғалар:

Шишмәләр:

  • Шаптырмаҡ

Тау-ҡаялар:

  • Сүлмәктау, Бөркөтоя, Ласынташ, Таҡтаташ

Ялан-бесәнлектәр:

  • Киндерғул, Биҙеғуш, Пчела, Һарғамыш

Тәбиғәт һәйкәлдәре: Лаҡлы мәмерйәһе, Ҡапҡаташ, Әй фонтаны

Ауылдың билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Шәмсиваров Әхмәтсафа Баһауетдин улы (1861—1929), дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы-мәғрифәтсе, 1884 йылдан Лаҡлы мәхәлләһенең имам-хатибы, 1907 йылдан ахун, «Әхмәҙиә» мәҙрәсәһе мөҙәрисе.
  • Байрамғолов Ямалетдин, уҡытыусы (Лаҡлыға ситтән килгән башҡорт милләтле зыялы, хәҙерге Дыуан районы Арый ауылынан тиҙәр).
  • Байрамғолов Әнүәр Ямалетдин улы (1912 — ?) — математика уҡытыусыһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Октябрь революцияһы ордены кавалеры.
  • Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы (1893—1918) — революционер. Златоуст өйәҙ халыҡ комиссариаты советының милләттәр буйынса комиссары (1918).
  • Зиннуров Нурулла Зиннур улы (1901—1943) — большевик, Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең Коммунистик университетын, Ҡыҙыл профессураның Аграр институтын тамамлаған, 1937 йылда нахаҡ ғәйеп тағылып, репрессияға дусар ителгән.
  • Талипов Сәлим — Татар АССР-ының ауыл хужалығы министры.
  • Әминев Зыя Әсҡәт улы (1914—1969) — Троицк педтехникумын, Мәскәү пединститутын тамамлаған, Бөрө уҡытыусылар институтында уҡытҡан, ВКП(б) ҮК йәмғиәт фәндәре Академияһында уҡыған, тарих ф.к. БДУ-ның СССР тарихы кафедраһын етәкләгән, 1968 йылдан тарих фәндәре докторы.
  • Байбурин Тәлғәт — физика-математика фәндәре кандидаты.
  • Талипов Ғәлимйән — техник фәндәр кандидаты.
  • Зиннуров Эмиль — техник фәндәр кандидаты.
  • Зиннуров Гранит Нурулла улы (1934) — Силәбе политехник институтын тамамлаған. Силәбе трактор заводында инженер, Чебоксары трактор заводында сәнәғәт электроника бүлеге начальнигы булды, АҠШ, Япония, Италия, Германия, Франция фирмалары менән килешеүҙәр төҙөнө. Өфө Коммутацион аппараттар заводында (УЗКА) эшләне. Крайҙы өйрәнеүсе, публицист, «История села Лаклы», «Тропой судьбы» китаптары авторы.
  • Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (16 февраль 1937) — билдәле башҡорт опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы.
  • Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы (1964 йылдың 4 майы) — театр актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)[17].
  • Байтуллин Раил Ғәлимулла улы (1941) — Хамматов исемендәге колхоз рәйесе, Салауат районы ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе.
  • Солтанов Артур Хәбибрахман улы (1948-) — XXI партсъезд исемендәге, Хамматов исемендәге колхоздарҙың рәйесе, Салауат район ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы.
  • Әхмәтйәнов Алик Ансар улы (1950) — Хамматов исемендәге колхоздың комсомол секретары, оҙаҡ йылдар — баш агрономы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005).

Лаҡлыла тыуып-үҫкәндәр һәм йәшәгәндәр

үҙгәртергә

Лаҡлыла күпмелер йәшәгән, уҡығандар :

  • Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы (1917 —) — (рус телле совет шағиры Михаил Львов, мәңгелек йырҙың, «Поклонимся великим тем годам» йырының, авторы[18].

Салауат һандуғастары, 8-9 бб., Ғ. Рамазанов тәржемәһе:

Балалыҡ мәлендә йәшәнем был ерҙә, Былбыллы төйәктә, Ҡурайлы төбәктә,

Гүзәл Әй ярында Һәм Лаҡлы янында: Йылғалар ҡауышҡан, Болондо һыу баҫҡан,

Былбылдар һайрашҡан Салауат яғында…

Тағы ла күрҙем мин, 12-13 бб.

Лаҡлы ҡырҙарын, Әйҙә йөҙҙөм мин, башҡорт ерҙәре Буйлап гиҙҙем мин…

Минең хаҡта легенда, 16-17 бб. Х. Ғиләжев тәржемәһе

Әллә ысын, әллә юрый, Уныһын инде кем белә:

Минең хаҡта ауылымда Легенда йәшәп килә.

Лаҡлыла һәм Туғыҙлыла, Эскән һыуым Әйҙә лә…

Әллә төштә, әллә өндә, 18-19 бб.

Әйгенәм, Тыуған Лаҡлым, Ағай менән ат көткәндәр Таңдар атҡанға саҡлым…

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Лоссиевский М. В. Пугачёвский бригадир Салават и Фариза, 1882.
  • Гибадуллин В. Г., Гафаров Х. А., Ахмадиев Б. Х. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
  • Исламшин Р. Из истории айлинского края//Йәшлек, 1997, 8 июня.
  • Зинуров Г. Н. Нурулла Зиннуров (очерк) — Возвращённые имена
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Уфа: Китап, 2001. — 165—168 с.
  • Салават Юлаев (энциклопедия). Уфа: "Научное издательство"Башкирская энциклопедия", 2004, с.18
  • Зинуров Г. Н. История села Лаклы, Уфа, 2004.
  • Зинуров Г. Н. Тропой судьбы (документальная повесть). Уфа: «АльфаРеклама», 2015.
  • Зинуров Г. Н. Имамы села Лаклы.

Ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә
  • Зинуров Г. Н. След на земле. — Ленинское знамя, 1980, 30 август.
  • Абдуллина М. Ф. «Бәлки, мине үлтерерҙәр…» (Н. З. Зинуров тураһында) — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август.
  • Исламшин Р. Әйле крайы тарихынан. — Йәшлек, 1997, 8 июнь.
  • Абдуллина М. Ф. Бөтә тормош юлы өлгө уларҙың. — Йүрүҙән, 2002, 25 май.
  • Абдуллина М. Ф. Лаҡлы музейы тарихынан (шулай уҡ: батыр яугир, Ленин ордены менән наградланған Мәғсүм Абдуллин тураһында)- Йүрүҙән, 2005, 25-се һан, 23 март.
  • Хәйретдинова З. Ф. Ете тамырым — алтын шәжәрә. — Йүрүҙән, 2007, 50-се, 23 июнь.
  • Хәйретдинова З. Ф. Мәктәп музейы — тәрбиә усағы. — Йүрүҙән, 2007, 99-сы, 8 декабрь.
  • Латипова Г.Ә. Салауат тоҡомдары Лаҡлы ауылында. — Йүрүҙән, 2007, 75-се һан, 19 сентябрь.
  • Абдуллина М. Ф. Миңһылыуҙың бәхете. — Башҡортостан, 2008, 26-сы һан, 9 февраль.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Лаҡлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Исламшин Р. Из истории айлинского края//Йәшлек, 1997, 8 июня
  5. Зинуров Г. Н. Тропой судьбы (документальная повесть). Уфа: «Альфа,Реклама», 2015
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Уфа: Китап, 2001. — 165—168 с.
  8. Исламшин Р. Из истории айлинского края // Йәшлек, 8 июля 1997 г. Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 106. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 15-15 об., 19.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. Лоссиевский М. В. Пугачёвский бригадир Салават и Фариза. 1882
  12. Латипова Г. Ә. Салауат тоҡомдары Лаҡлы ауылында. — Йүрүҙән, 2007, 75-се һан, 19 сентябрь
  13. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Уфа: Китап, 2001. — 165—168 с.
  14. Абдуллина М. Ф. „Бәлки, мине үлтерерҙәр…“ — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август.
  15. Якупов Т. З. Аскинский район: прошлое и настоящее — 2003, 76 с.
  16. Карта д. Лаклы. Улицы
  17. Ведущая актриса Уфимского татарского театра «Нур» Расима Гайфуллина приглашает на творческий вечер (рус.)
  18. Михаил Львов. Салауат һандуғастары. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980, 96 бит.