Әкбәров Закир Насир улы

Закир Насир улы Әкбәров (4 март 1947) — яҙыусы, журналист һәм педагог.

Биографияһы үҙгәртергә

Закир Насир улы Әкбәров 1947 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында тыуған.

Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, урта белемде Таймаҫ мәктәбендә ала. 1963 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Уны 1968 йылда тамамлай һәм Күмертау (элекке Көйөргәҙе) районы Мораптал урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә.

19691970 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Артабан Мораптал урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте, тарих фәндәрен уҡыта, 19721977 йылдарҙа тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 1977 йылда Закир Әкбәровты Күмертау районы Яҡшембәт урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ә 1979 йылда Күмертау район Советы башҡарма комитетының мәғариф бүлеге мөдире вазифаһына тәҡдим итәләр. 1982 йылда Күмертау район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлайҙар.

1985 йылдан алып 1991 йылға тиклем Закир Әкбәров КПСС-тың Күмертау ҡала комитетында яуаплы вазифалар башҡара: пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, идеология буйынса секретарь, икенсе секретарь.

19911994 йылдарҙа Күмертау ҡалаһындағы Ю. Гагарин исемендәге 2-се һанлы интернат-мәктәбе (һуңынан 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты) коллективына етәкселек итә.

1994 йылда республиканың [[«Кызыл таң»]] гәзитенә үҙ хәбәрсе сифатында эшкә саҡырыла. 19972010 йылдарҙа, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы Күмертау ҡалаһының «Время»-«Заман» (һуңынан «Кумертауское время») гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй.

Ижады үҙгәртергә

Әҙәби ижад менән Закир Әкбәров гәзиттәрҙә эшләгән йылдарында шөғөлләнә башлай. Публицистик мәҡәләләр менән бергә ул сатирик һәм юмористик хикәйәләр, повестар яҙа, улар «Кызыл таң», «Башҡортостан», «Өмет» гәзиттәре, «Ағиҙел», «Тулпар», «Һәнәк», «Чаян» журналдары биттәрендә, әҙәби альманахтарҙа донъя күрә. Авторҙың бер-бер артлы китаптары баҫыла. Үҙенең әҫәрҙәрендә яҙыусы йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе асып һала, кешеләр холҡондағы кире сифаттарҙан әсе көлә.

Маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

  • Сорос гранты;
  • Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты;
  • Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты.

Китаптары үҙгәртергә

  • Ил йөген ир күтәрер. Күмертау, 2001;
  • Тылсымлы су. Күмертау, 2003;
  • Аллам сакласын! Өфө, 2004;
  • Шайтан ялчысы. Күмертау, 2007;
  • Әрем исе. Өфө, 2007;
  • Хикмәтле йорт. Күмертау, 2009;
  • Почтальон малае. Күмертау, 2013;
  • Әкәмәт утрау. Өфө, 2015;
  • И в шутку, и в серьез. Кумертау, 20016.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ф. Фаткуллин. Каләмдәшнең ижади күчтәнәче. — «Кызыл таң», 2003 ел, 16 декабрь;
  • Саетгалиев И. Үзебезнең Закир абый. — «Кызыл таң», 2007 ел, 3 март;
  • Акбашев К. Елмаю — сәламәтлек билгесе. — «Кызыл таң», 2010 ел, 16 июль;
  • Булатова Д. Сатира — етди жанр. Языучы Закир Әкбәров белән әңгәмә — «Тулпар», 2011 ел, № 5;
  • Камил Фазлый. «Спонсор сыерыңа» да, үзеңә лә рәхмәт, сатирик! — «Кызыл таң», 2014 ел, 23 август;
  • Сөләймәнов Р. Елмайта ла, елата ла. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 2015, № 3;
  • Тимершин Р. Рухи сәламәтлек сагында. «Әкәмәт утрау» китабына баш сүз.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Уфа, 2006 г., стр.25.