Шапкина Людмила Васильевна
Шапкина Людмила Васильевна (4 март 1952 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең балет артисы, педагог. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1985). Театр эшмәкәрҙәре берлеге ағзаһы (1990)[1].
Шапкина Людмила Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 март 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Хабаровск, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | балерина |
Уҡыу йорто | Пермь хореография колледжы |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюдмила Васильевна Шапкина 1952 йылдың 4 мартында Хабаровск ҡалаһында тыуа.
1970 йылда Пермь хореография училищеһын тамамлай (педагогы Л. П. Сахарова). Шунан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә килә, театр солисы була.
1998 йылдан ошо уҡ театрҙа педагог‑репетитор булып эшләй, 1987 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжында ла уҡыта.
Людмила Васильевна ижад юлының оҙон ғүмерле булыуын (28 йыл) ябай ғына итеп аңлата: 1990-сы йылдар уртаһында төп партияларҙы башҡарырлыҡ кеше ҡалмағас, солистарҙы үҙенә тәрбиәләргә тура килә.
Шапкинаның башҡарыу сәнғәтенә экспрессия, музыкаллек хас була, ул классик бейеүҙәрҙе саф техника менән башҡара. Һикерештәре юғары, хәрәкәттәре ҡоласлы, әйләнештәре динамикалы була.
Шапкина СССР‑ҙың Ҙур театры сәхнәһендә бейей. СССР‑ҙың халыҡ артистары В. М. Гордеев, Е. С. Максимова, Н. В. Павлова, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы В. М. Панов һәм башҡалар менән бергә сығыш яһай. Рәсәй, АҠШ, Голландия, ГФР, Ҡытай, Таиланд буйлап гастролдәрҙә була.
Людмила Шапкинаның тәрбиәләнеүселәре араһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының прима-балеринаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Республика Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Гүзәл Сөләймәнова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, халыҡ-ара конкурс дипломанты Валерия Исаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Новичков, шулай уҡ театр артистары Арыҫлан Әсфәтуллин, Ирина Чьюнг һәм башҡалар бар.
«Училищела уҡығанымда мине бөтә һигеҙ йыл буйы Людмила Васильевна Шапкина — уникаль ҡатын-ҡыҙ — уҡытты! Ул минең менән әле лә эшләй. Людмила Васильевна балетҡа фанатиктарса ғашиҡ, беҙҙе яуаплылыҡҡа, тәрбиәлелеккә өйрәтте… Людмила Васильевна булмаһа, бәлки, балет минең профессияма әүерелмәҫ тә ине…» Гүзәл Сөләймәнова
Төп партиялары
үҙгәртергә- Мари («Щелкунчик», П. И. Чайковский; дебют, 1971)
- Одетта—Одиллия («Аҡҡош күле», П. И. Чайковский)
- Зәйтүнгөл («Сыңрау торна»)
- Жизель һәм Мирта («Жизель», А. Адан)
- Лиза («Файҙаһыҙ һаҡлыҡ», П. Гертель)
- Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), был партияны тәүге башҡарыусы
- Китри («Дон Кихот», Л. Ф. Минкус) — ижадында иң яҡшы эштәрҙең береһе[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1985)
- Бәҙәр Йосопова исемендәге премия лауреаты (1994)
- Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Екатерина Максимова исемендәге премияһы лауреаты (2011)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шапкина Людмила Васильевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [ http://www.bashinform.ru/news/967347-raskryvaya-charuyushchiy-mir-baleta-k-yubileyu-artistki-baleta-i-pedagoga-lyudmily-shapkinoy/ Раскрывая чарующий мир балета]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Жиленко Н. Антре Людмилы Шапкиной //Гран‑па башкирского балета. Уфа, 2007.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шапкина Людмила Васильевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- Артисты и дирекция. Шапкина Людмила Васильевна 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
- Раскрывая чарующий мир балета
- Журнал «Ватандаш». Откровение. 2020 йыл 29 ноябрь архивланған.
- Валерия Исаева