Юртов Авксентий Филиппович

Башҡортостанда йәшәгән эрзә мәғрифәтсеһе
(Авксентий Юртов битенән йүнәлтелде)

Юртов Авксентий Филиппович (4 март 1854 йыл20 апрель 1916 йыл) — эрзә мәғрифәтсеһе, педагог, этнограф. Кириллицаға нигеҙләнгән тәүге эрзә әлифбаһын төҙөүсе.

Юртов Авксентий Филиппович
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 4 март 1854({{padleft:1854|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Калейкино[d], Минзәлә өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 апрель 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Илтирәк, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө ғалим
Әүҙемлек урыны Старая Бесовка[d] һәм Старая Бинарадка[d]
 Юртов Авксентий Филиппович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Авксентий Филиппович Юртов 1854 йлдың 4 мартында хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлмәт районына ҡараған Калейкино ауылында эрзә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан татар телен белгән, Ҡазан үҙәк керәшен татар мәктәбен тамамлаған.

Ҡазан башҡа милләттәр (инородческая) уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә, шәрҡиәтсе Ильминский Николай Ивановичтың уҡыусыһы була. Юртов эрзә һәм муҡшы телдәрен өйрәнә, фольклор йыя.

1872 йылда эрзә теленә «Иҫке Ғәһет тарихы»н тәржемә итә («Истории Ветхого Завета»)[1]. Шул уҡ йылда семинарияны тамамлай, әҙерлек класында уҡыта, артабан семинария янындағы мордва училищеһында эшләй.

1883 йылда Һамар һәм Өфө губерниялары ауылдарында халыҡ училищеларында уҡыта[2]. Мордва теленә тәржемәләр менән шөғөллән. Мәктәптәрҙә эрзә һәм муҡшы телдәрендә уҡытыуҙы индерә. 1883 йылда Ҡазанда «Образцы мордовской народной словесности» 2018 йыл 17 май архивланған. тигән китабын сығара[1].

1884 йылда Н. И. Ильминсий етәкселегендә «Букварь для мордвы-эрзи с присоединением молитв и русской азбуки» тигән китап яҙа. Был әлифба Волга буйы халыҡтары әлифбаларын төҙөү тәжрибәһенән сығып яҙыла. Унда урыҫ графикаһы элементтары ҡулланыла, әммә автор оригиналь- диакритик -билдәләр индерә[2]. Төп текстан тыш китапҡа мордва халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләре һәм эрзә телендә доғалар индерелә[1]. Һуңғараҡ Юртов эрзә яҙмаһын һәм грамматикаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләй[2].

1891 йылда Юртов священник саны ала һәм башҡаса уҡытыу менән шөғөлләнмәй. Ул Өфө губернаһы Андреевка ауылында йәшәй.

1916 йылдың 20 апрелендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Андреевка ауылында вафат була (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы)[2].

Башҡортостанда үҙгәртергә

Эрзә мәғрифәтсеһе, беренсе эрзә-урыҫ һүҙлеген һәм грамматикаһын төҙөгән Авксентий Юртов хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Андреевка ауылында йәшәгән. Эрзә, сыуаш, татар фольклорын йыйып, китап яҙған[3][4].

1891 йылда ул Андреевка ауылының Михайло‑Архангел сиркәүе священнигы булған, уның янында 1895 йылда өс класлы сиркәү-приход мәктәбе асҡан. Мордва теленә дини китаптар тәржемә иткән, Өфө губернаһының суҡындырылған мордваларының йолаларын һәм инаныстарын өйрәнеп, яҙып сыҡҡан. Өфө губернаһының Енғалыш ауылында (Шишмә районы) земство мәктәбе менән китапхана асыуҙы юллашҡан.

Хәтер үҙгәртергә

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ильминский Н. И. Опыты переложения христианских вероучительных книг на татарский и другие инородческие языки в начале текущего столетия, Каз., 1883;
  • Феоктистов А. П. Очерки по истории формирования морд, письменно-литературных языков, М., 1976;
  • Осовский Е. Г. А. Ф. Юртов — предтеча мордовского просветительства, Саранск, 1995. Е. Г. Осовский.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Авксентий Филиппович Юртов. Республика Мордовия. Национальная библиотека Республики Карелия. Дата обращения: 23 март 2017.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Юртов Авксентий Филиппович // Российская педагогическая энциклопедия. — М: «Большая Российская Энциклопедия». Под ред. В. Г. Панова. 1993.
  3. Феоктистов А. П. Очерки по истории формирования морд, письменно-литературных языков, М., 1976
  4. Осовский Е. Г. А. Ф. Юртов — предтеча мордовского просветительства, Саранск, 1995. Е. Г. Осовский

Һылтанмалар үҙгәртергә

Видео үҙгәртергә

YouTube сайтында Видео Народы Башкортостана. Мордва