Юлышев Ирек Ғәле улы

Юлышев Ирек Ғәле улы (28 апрель 1934 йыл2 ноябрь 2021 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009).

Юлышев Ирек Ғәле улы
Тыуған көнө

28 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Свердловск өлкәһе, Барҙы районы, Танып ауылы

Вафат көнө

2 ноябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (87 йәш)

Вафат урыны

Киров өлкәһе, Киров ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

агрономия

Эшләгән урыны

Вятка ауыл хужалығы академияһы

Альма-матер

Пермь ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989)

Ғилми исеме

профессор

Биографияһы

үҙгәртергә

Ирек Ғәли[1] улы Юлышев 1934 йылдың 28 апрелендә Свердловск өлкәһе (хәҙерге Пермь крайы) Барҙы районы Танып ауылында тыуған.

1958 йылда Пермь ауыл хужалығы институтын тамамлай.

1958 йылдан Киров өлкәһе Фален селекция станцияһында агроном-орлоҡсо булып эшләй. 1960 йылдан Фален селекция станцияһы директоры, ә 1962 йылдан ошо уҡ станцияһының директор урынбаҫары вазифаларын биләй.

1962 йылдың октябренән 1968 йылға тиклем Киров ҡалаһындағы Вятка ауыл хужалығы академияһында уҡыта, бер үк ваҡытта 1964—1966 йылдарҙа лаборатория мөдире була.

1968—1972 йылдарҙа Мали Республикаһының Халыҡ-ара политехник институтында эшләй.

1972—1976 йылдарҙа Вятка ауыл хужалығы академияһында уҡытыусы булып эшләй.

1976—1990 йылдарҙа Киров ҡалаһындағы Н. В. Рудницкий исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтында эшләй:

  • 1976—1984 йылдарҙа директор урынбаҫары вазифаһын биләй,
  • 1984—1987 йылдарҙа «Луч» фәнни етештереү берекмәһендә генераль директорҙың фәнни эш буйынса урынбаҫары була,
  • 1987—1990 йылдарҙа лаборатория мөдире.

1990 йылдан Вятка дәүләт ауыл хужалығы академияһында уҡыта, бер үк ваҡытта 1993—2008 йылдарҙа агрохимия һәм тупраҡты өйрәнеү кафедраһы мөдире була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

210-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 изобретение авторы. Фәнни эшмәкәрлеге гумустың трансформацияһын, миграцияһын һәм балансын, биоген элементтарҙы, ауыр металлдарҙы, тупраҡта төп туҡланыу элементтарын файҙаланыуҙы тикшереү менән бәйле.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Система удобрения в Горьковской и Кировской областях [Текст] / И. Г. Юлушев, С. Н. Юркин, кандидаты с.-х. наук. — Горький : Волго-Вят. кн. изд-во, 1970. — 167 с. (авторҙаш)
  • Эффективность удобрений и окультуривания почв Северо-Востока Нечерноземной зоны РСФСР : Тр. НИИСХ Северо-Востока / ВАСХНИЛ, Отд-ние ВАСХНИЛ по Нечернозем. зоне РСФСР, НИИ сел. хоз-ва Северо-Востока им. Н. В. Рудницкого; [Науч. ред. И. Г. Юлушев, Н. Г. Суров]. — Киров : НИИСХ Северо-Востока, 1984. — 183 с.
  • Прогнозирование эффективности известкования и применения фосфорных удобрений с учетом строения и свойств профиля дерново-подзолисных почв северо-востока Нечерноземной зоны РСФСР : диссертация … доктора сельскохозяйственных наук : 06.01.04. — Киров, 1989. — 488 с.
  • Система применения удобрений в севооборотах. — Киров, 1999.
  • Почвенно-агрохимические основы адаптивно-ландшафтной организации систем земледелия ВКЗП. — М., 2005.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт энциклопедияһында Ғәле тип бирелгән

Һылтанмалар

үҙгәртергә

}}