Назаров Андрей Геннадьевич

Назаров Андрей Геннадьевич (28 апрель 1970 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Башҡортостан Премьер-министры (2020 йылдың 17 сентябренән). Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Федераль Йыйылышы депутат Дәүләт Думаһының депутаты (2007—2011). Сәйәси фәндәр кандидаты (2006).

Назаров Андрей Геннадьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 28 апрель 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Университет Нархоз[d]
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Магнитогорск дәүләт техник университеты
Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы[d]
Ғилми дәрәжә сәйәсәт фәндәре кандидаты[d] (2006)
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Назаров Андрей Геннадьевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Андрей Геннадьевич Назаров 1970 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

Сибайҙың 6-сы мәктәбендә урта дөйөм белем, 1988 йылда Сибай тау-байыҡтырыу техникумында «Автомобилдәр ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү» һөнәре ала.

1995 йылдың майында Ҡаҙаҡ дәүләт идара итеү академияһын (элекке Алматы халыҡ хужалығы институты) «Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуының иҡтисады һәм идара итеү» һөнәре буйынса, 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының «Стратегик менеджмент» бүлеген тамамлаған.

2009 йылда Магнитогорск дәүләт техник университетын «Тау машиналары һәм ҡорамалдары» факультетын тамамлап, «Рәсәй Федерацияһында тау машиналары һәм ҡорамалдары торошо һәм үҫеш перспективалары» темаһына диплом эшен яҡлай[1].

2006 йылда сәйәси фәндәр кандидаты була. М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]

2006 йылда «Мәскәү сәйәси тикшеренеүҙәр мәктәбендә» «Хоҡуҡ, сәйәсәт, иҡтисад һәм киң мәғлүмәт саралары» федераль кластар сиктәрендә курстар тыңлай[3].

2011 йылда Рәсәй Федерацияһының Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын «Юриспруденция» һөнәре буйынса уңышлы тамамлай.

Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтә үҙгәреш индереү, ҡайһы бер баҫмаларҙың авторы.

Карьераһы

үҙгәртергә

1998 йылда 11 һайлау округы буйынса Сибай Ҡала советы депутаты итеп һайлана.

1998—2004 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге етәксеһе була.

2001—2006 йылдарҙа Башҡорт сауҙа-сәнәғәт союзының идара рәйесе була.

"Башҡорт сауҙа-сәнәғәт союзы"нда бәйләнеш һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ҙур эш үткәрә, эшҡыуарлыҡ һәм дәүләт структуралары менән үҙ-ара эш итеү нигеҙендә төрлө ойошмалар менән әүҙем эшләне. Был эш һөҙөмтәләре Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә ла ҡулланыла[4].

2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайлана.

2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы рәйесе итеп һайланды. Был вазифала эшҡыуарлыҡ имиджын яҡшыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек йәйелдереп (республикала 28 апрель көнөн «Эшҡыуар көнө» тип иғлан итеүгә өлгәшкән), шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы етәкселеген бизнес-берләшмәләр менән һөйләшеүгә йәлеп иткән. Йыл һайын үткәрелгән «Башҡортостан республикаһы эшҡыуарҙары съезы», «Башҡортостан Hеспубликаһы Асыҡ форумы», «Башҡортостан Республикаһының бизнес-йәйе», «Урал аръяғы төбәк-ара инвестиция форумы» бизнес-форумдар ойоштороу башында торған . Йыл һайын Өфөлә үткәрелгән «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»н ойоштора.

2006 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы стратегик асыштар үҙәге етәксеһе итеп тәғәйенләнде[5].

2007 йылдан 2011 йылға тиклем — Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы депутат Дәүләт Думаһының бишенсе саҡырылыш депутаты. Федераль кандидаттар исемлеге составында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы тәҡдиме менән һайланған (3 төбәк төркөмө/ Башҡортостан Республикаһы). Дәүләт Думаһында Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып һайланды.

2008 йылдың апрелендә Башҡортостан республикаһының бөтә төп бизнес-берекмәләр делегаттары йыйылған ойоштороу ултырышында бер тауыштан Башҡортостан республикаһы эшҡыуарлыҡ ойошмалары Координация советы рәйесе итеп һайланған[6].

2010 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының волга буйы федераль округы буйынса «Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге» координаторы итеп тәғәйенләнде.

2010 йылда «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана[7].

2011 йылдың 23 декабре — Башҡортостан республикаһы президентының инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле[8].

2014 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше[9].

Инвестициялар, төҙөлөш, девелопмент менән шөғөлләнгән «Гранель» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы рәйесе[10].

Автономиялы коммерцияға ҡарамаған «„Бизнес коррупцияға ҡаршы“ йәмәғәт процедуралар үҙәге» ойошмаһының башҡарма рәйестәше[11].

Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе[12].

Ялта халыҡ-ара иҡтисад фонды идараһы рәйесе[13]. Был фонд идараһы рәйесе вазифаһында Андрей Назаров Ҡырым республикаһына сит ил инвестицияларын йәлеп итеү буйынса инвесторҙар менән бер нисә эшлекле осрашыу ойоштороп үткәрҙе[14].

2020 йылдың 17 сентябренән Башҡортостан Премьер-министры.

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Законлы эшҡыуарлыҡҡа кәртә ҡуйған кешеләргә ҡарата ҡануниәтте киҫкенләштереү[15], шулай уҡ эшҡыуарҙарға ҡарата енәйәт ҡануниәтен йомшартыу инициативаһы нигеҙендә тора (депутат В. С. Груздев менән берлектә Рәсәй Федерацияһы енәйәт кодексының 22 бүлегендә бер нисә статьяға үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын 2009 йылдың декабрендә индерә)[16][17].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Мәскәүҙең 850 йыллығы айҡанлы миҙалы» (1997)
  • «1941-1945 йй. ватанға һөйөү, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн» иҫтәлекле билдәһе (2003)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2008)[18]
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте Почёт грамотаһы (2010)
  • Дәүләт Думаһы рәйесе Почёт грамотаһы (2011).
  • Сибай ҡалаһының Почётлы гражданы (2015)[19].

Рәсәй Федерацияһы Президенты[20] (2008 й.) Дәүләт Думаһы рәйесе[21](2008 й.), Рәсәй Федерацияһы пенсия фонды идаралығы рәйесе рәхмәт хаттары тапшырылған.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Андрей Назаров ярҙамы һәм тәҡдиме менән Сибай ҡалаһында башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте, шәрҡиәтсе-тюрколог, философия докторы, профессор, Манчестер университетының Почётлы докторы Әхмәтзәки Вәлиди туғанға, шулай уҡ «Әсәлек», «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына», «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына», «Еңеү ҡоралы — танкыға ҡаршы атыусы ЗИС-2 пушкаһы» һәйкәлдәре ҡуйылған[22].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Защита дипломной работы депутата Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации А.(недоступная ссылка)
  2. Социально-политические проблемы малого предпринимательства в регионе (На примере Республики Башкортостан) : Дис. канд. полит. наук: 23.00.02 Москва, 2006, 144 с., РГБ ОД, 61:06-23/173 2016 йыл 4 ноябрь архивланған.
  3. Федеральные классы 1993—2008 2021 йыл 14 март архивланған.
  4. БАШКИРСКИЙ ТОРГОВО-ПРОМЫШЛЕННЫЙ СОЮЗ В 2003 ГОДУ НАЧИНАЕТ РАЗВИВАТЬ В ЗАУРАЛЬЕ ТУРИЗМ
  5. М. Г. Рахимов назначил А. Г. Назарова руководителем Центра стратегических разработок 2016 йыл 7 март архивланған.
  6. В Башкортостане учрежден Координационный совет общественных объединений предпринимательства республики(недоступная ссылка)
  7. Заместители председателя Общероссийской общественной организации «Деловая Россия» 2010 йыл 17 октябрь архивланған.
  8. «Назначены советники Президента Башкортостана» 2016 йыл 4 ноябрь архивланған.
  9. «Сопредседатели» 2016 йыл 29 октябрь архивланған.
  10. «Granelle Development Одна из крупнейших российских девелоперских компаний, специализирующаяся на разработке перспективных девелоперских проектов и инвестировании» 2017 йыл 29 октябрь архивланған.
  11. «Бизнес против коррупции»
  12. «Председатель отделения» 2017 йыл 22 май архивланған.
  13. «Состав Организационного комитета по подготовке и проведению третьего Ялтинского международного экономического форума» 2016 йыл 4 ноябрь архивланған.
  14. «Подведены итоги визита итальянской делегации в Крым»
  15. Депутаты предлагают ужесточить наказание чиновникам, мешающим развиваться законному бизнесу 2012 йыл 14 март архивланған.
  16. Поправки, разделяющие понятия «незаконный бизнес» и «отмывание средств», поступили в Думу 2012 йыл 14 март архивланған.
  17. Поправки в УК с уточнением понятия «крупного ущерба» внесены в Госдуму 2012 йыл 14 март архивланған.
  18. Парламентарии отмечены наградами Президента России 2011 йыл 3 ноябрь архивланған.
  19. "Почётные граждане г.
  20. Распоряжение Президента Российской Федерации от 6 мая 2008 г.(недоступная ссылка)
  21. На юбилейном заседании Госдумы трое парламентариев от Башкортостана получили награды
  22. «Бывают ситуации, когда на пиар просто жаль времени»

Һылтанмалар

үҙгәртергә