Спиридонов Михаил Григорьевич

Спиридонов Михаил Григорьевич (28 апрель 1952 йыл) — рәссам. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2020).

Спиридонов Михаил Григорьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Спиридонов Михаил Григорьевич 1952 йылдың 28 апрелендә Өфөлә тыуған. 1970 йылда Өфөлә А. А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар сәнғәт мәктәбен тамамлай[1].

Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Ижадта метафизик художество йүнәлештәге вәкилдәргә ҡарай.

Әҫәрҙәренең урынлашыуы: АҠШ, Германия, Польша, Израиль, Франция галереяларында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, «Мираҫ», «Урал» (Өфө) галереяларында, К. А. Савицкий музейында (Пенза), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Михаил Спиридонов 1976 йылдан республика, зона, төбәк, бөтә рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. Уның 70-кә яҡын шәхси күргәҙмәләре Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының ҡалаларында үтә. Ул Өфө, Мәскәү, Вологда, Төмән, Свердловск, Силәбе, Варшава ҡалаларында коллектив күргәҙмәләрҙең ҡатнашыусыһы.

«Уфимский дворик», 1977; «Шорохи», 1979; «Путешествие в отрезке времени», 1987; «Белый путь», 1993; «Светозария», 2001; «Незнакомый полустанок», 2007; «Зов», 1990; «Путники», 1992.

«Мерцающая свинья», «Красное окно», «Путешествие в отрезке времени».

  • Газета «Известия РБ» от 17 апреля 2007 г.
  • А. Гарбуз «Современная художественная культура Башкортостана» Изд-во «Гилем», Уфа, 2007 г.
  • «Земляничные места» Михаила Спиридонова, Новосибирск. 2009 г.
  • Каталог «Михаил Спиридонов. Живопись» . Изд-во МК РБ, 1994 г.
  • Каталог «Востокозапад. Живопись». Изд-во «Слово», Уфа, 1994 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә